

Сәйер, әҙәбиәт белгестәре ни өсөндөр “Уралым” поэмаһына бөтөнләй иғтибар итмәне. Ғәмәлдә әҫәр башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙанышы кимәлендә бит. Поэмалағы интрига, коллизияларҙың арбағыс формаһы үҙе генә лә ни тора! Уйындан уҫмаҡ сығара ла баһа әҫәрҙең авторы, башҡорт әҙәбиәтенең оҫта ижадсыһы, халыҡ шағиры исемен ҡаҙанған Тамара Ғәниева!
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, нәҡ Т. Ғәниева әҙәбиәтебеҙҙең поэма жанрын бығаса ҡабул ителмәгән юҫыҡҡа бороп ебәргән пионер ҙа бит ул. Нәҡ Тамара Ғәниева фекер сюжетына ойҡашҡан, ярайһы ҡатмарлы, әммә аҡыллы уйланыуҙарҙан торған, иң мөһиме, уйландырған, хатта һыҙландырған дастан кимәлендәге поэмалар бүләк итте лә баһа халҡыбыҙға. Ә әҫәрҙәрҙе анализлап аңлатаһы ине бит!
Фекере үткер, ижады уйлы булған, күңеле менән асмандарҙы иңләп, Мәңгелектең һорауҙарына яуап эҙләгән, шиғри һүҙе менән арбаған, “ИЛЕМ, ТЕЛЕМ, ЕРЕМ! Шул өс иман булһа ғына башҡорт – халыҡтыр!” тип үҙ Ҡиблаһы менән Иманын таныған күренекле башҡорт шағиры һәм шәхесе Тамара апай Ғәниеваның ижады тураһында заманында береһенән-береһе олуғ һүҙ оҫталары Ғайса Хөсәйенов, Мостай Кәрим йылы һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Академик, ғалим Ғайса ағайҙың: “Уның поэтикаһындағы аҫыл сифаттар сәнғәтсә яңғырашта көйләп, баҙлап тора”, – тигән баһаһынан һуң нимәлер өҫтәп әйтеү, ай-һай, мөмкин дә түгелдер. Ана бит һүҙҙең дә ниндәйен ҡулланған: шиғриәт йә поэзия ғына түгел. Поэтика! Минеңсә, бында Аристотель һәм уның уҡытыусыһы Платон нигеҙ һалған фәнгә генә баҫым яһамай Ғайса ағай, ә Т. Ғәниеваның ижадының поэтик этика тигән сифатына ишаралайҙыр ҙа кеүек. Мин шиғриәт, теория белгесе лә, профессиональ тәнҡитсе лә түгел, ә шулай ҙа Тамара Ғәниева тип йөрөтөлгән ҙур, даланлы, ихлас һәм ярһыу хисле шиғриәт мәктәбенең ябай уҡыусыһы ғына булараҡ, кәлимә уй-фекерем менән йөрьәт итеп уртаҡлашып, мөнәсәбәтемде, аңлаған тиклем, тағатып ҡарарға булдым.
Тамара апайҙың поэмаһы һигеҙ бүлектән тора. Әйткәндәй, 8 һанының символы – сикһеҙлек, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек. Пифагор хатта нумерологияла был һанға ышаныслылыҡ һәм уҡымышлылыҡ дәрәжәһен биргән. Дини китаптарҙа иһә 8 һанының ҡөҙрәте Тәңре һүҙенә тиң ғәҙел хөкөм итеү маһирлығына тиңләнә. Автор был мәғлүмәттәрҙе белеп (Тамара апай – бик киң даирәле, уҡымышлы шағир!), махсусмы, бәлки, эске һиҙемләүе менәндер үҙ әҫәрендә лә тап шунса бүлеккә туҡтаған бит. Поэма, мистерия жанрында булһа ла, ялҡытҡыс оҙон да, әллә ни күләмле лә түгел. Темаһы асмандар, Бөйөк һәм Илаһи Күктәрҙең үҙе, Йыһан Анаһы менән интернет селтәрендә аралашыу-аңлашыуға ҡоролған, эстәлеге яғынан күпкә иркен һәм киңерәк.
Был жанрға йыш ҡына фарс тигән әйбер ҙә хас, ә “Уралым” иһә – бик етди, төплө әҫәр. Тәүҙә шуға иғтибар итәйек: төп герой асмандар менән компьютер аша күптәребеҙгә билдәле пароль “Ру... Эт... Нөктә... Дабл ю”ны төймәләрҙә йыйып, виртуаль-менталь бәйләнешкә инә, шуға ла яҙылыу стиле лә бик үҙенсәлекле. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа һөйләмдәр менән йыш ҡына диалог формаһы ҡулланыла:
– Кем һин?
– Сеү, өндәшмә!
Һүҙ – өн генә, ауаз.
Уйҙың көҙгөһө – Һүҙ.
Йыһанда
Унан изге, унан яуыз көс юҡ...
Әйтеләһе фекер ҙә уҡыусыға сәйнәп, тәфсирләп, ваҡлап ҡаптырылмай, киреһенсә, һүҙ ишаралап, күп осраҡта йомоп та әйтелә. Был үҙе бер маһирлыҡ талап итә. Сәсәндәр ҙә бит, йомаҡ ҡойоп, һүҙҙең иң аҫылын йомоп ҡына әйткән:
– Һаумы, инәй...
Урал беҙгә – ҡибла.
Күктең туҡталҡаһы. Түбәһенә
Ижадсынан ғәйрәт индерелгән.
Ваҡыт тәгәрмәсе күсәре лә
Ошо үркәстәргә кейҙерелгән...
Иҫ китмәле көслө әйтелгән. Ғайса Хөсәйенов билдәләүенсә, ысын мәғәнәһендә художестволы юғарылыҡҡа күтәрелгән ижады хәҙерге башҡорт шиғриәте ҡаҙнаһына билдәле бер күркәм өлөш өҫтәй.
Шағир баҡыйлыҡ, фанилыҡ, мәңгелек, йыһан, ғаләм, ваҡыт тигән фәлсәфәүи төшөнсәләргә йыш мөрәжәғәт итә. Был хаҡта шағир үҙе лә “Ғүмер кисеүҙәре” исемле китабында бына нимә тип яҙа: “Йыһан эсендәге Абсолют хәҡиҡәтте, тайпылышһыҙ төшөнсәләр асылын төшөнөү өсөн кешегә тотош бер Ғүмер бирелә. Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – тотош Ғүмер... Ҡәҙерле. Мөхәббәтле. Ғазаплы. Бәхетле...”.
Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк: “Уралым” – ҡатмарлы ғына әҫәр. Ниндәйҙер кимәлдә уҡыусының да әҙерлеге талап ителә. Бер яҡтан, уйлап-уйланып уҡыу зарур булһа, икенсе яҡтан, уҡыусының үҙенең фантазияһын, күңел һәм аң даирәһен ҡушып, рәхәтләнеп хыялланып алыу мөмкинлеге лә бар. Әҫәрҙе бар күңелеңде биреп уҡығанда, үҙ хистәреңә генә эйәреп, хатта ки үҙең үҙаллы тыуҙырған яңы образдар аша, үҙең менән генә булған ваҡиғаларҙы күңелгә ҡайтарып, үҙеңә генә таныш мөхиткә сумаһың... Мәҫәлән, әҫәрҙең геройы Бикбай бабаһының васыятнамәһен, Нәҫел ташын – Аҡыл ташын устарына алғанда, мин дә өләсәйемдең васыятын иҫләп, үҙ тәьҫирәттәремдә инем.
“Беҙҙең нәҫел – Йыһан ҡатнашсыһы / Ант иткәнбеҙ Бөйөк Рух ҡаршында Тоғролоҡҡа, Әхлаҡ, Әҙәп, Намыҫ тип аталған Баҡыйлыҡтың иң төп идеалына” тигән юлдарҙы шағир шәхсән үҙ нәҫеле тураһында ғына түгел, дөйөм башҡорт халҡы исеменән, рухы һәм асылы менән үҙен башҡортмон тип иҫәпләгән һәр беребеҙ исеменән әйтә.
Тамара Ғәниева атлы шағир, ғөмүмән, һәр һүҙҙең бәҫен, ҡеүәтен һаҡлап, аңлап, һүҙҙәрҙе урынлы ғына ҡулланып, бик һаҡсыл эш иткән ижадсы. Талантлы рәссам һүрәт төшөргәндә уға йән өрөп терелтер өсөн нисек буяуҙарҙың иң кәрәклеһен, тондарҙың иң дөрөҫөн генә күҙҙәренең нурын ҡушып һайлаған кеүек, Ысын Шағир ҙа күңел күҙе аша күреп, күңел нурына манып алған һүҙҙәре ярҙамында Тере Һүрәт төшөрөү һәләтенә эйә. Тамара апайса әйтһәк, “Йыһан һалған Хәҡиҡәт һәм Аҡылдың асҡысы – Һүҙҙә, ә урыны – Урал үре. / Һәм ул һүҙгә Өмөт, Намыҫ, Бәхет, Нәфрәт, Һөйөү... һыйған”. Ватансылыҡ тойғоһо, иленә, үҙ халҡына табыныу сигенә еткән халәтенең, милләтенең аңһыҙлыҡ, маңҡортлоҡ, эскелек кеүек түбәнселеккә төшкән мәленән һыҙланып, бәғерен йолҡоп, йөрәген өшөткән саҡтары ла юҡ түгел...
Поэмалағы “Алтайҙағы Әлхәс ҡорамында Ант иткәнбеҙ,/ Һүҙ аһәңен һаҡлар бурыс ҡушып./ Ваҡыты етер, һиңә фарман төшөр,/ Әшкәртерҙәр кемгә тапшырыуҙы Аҡыл, Уй, Ғәм, Ожмах күсәрен...” тигән юлдарҙың мәғәнәһен нығыраҡ төшөнөр өсөн, Алтайҙағы Лхас ( Әлхәс) ҡорамы тураһында һуңғы арала ғына онотолоп китеп, әллә күпме яңы мәғлүмәтле яҙмалар уҡыным, поэманан алған тәьҫораттарымды байыттым, фекер бәйләнеше эҙләнем һәм таптым. Ысынлап та, Алтай тарафтары беҙгә ят түгел. Ошо хаҡта һөйләшкәндә Тамара апайҙың әйткәнен һүҙмә-һүҙ килтерәм: “Беҙ – башҡорт ҡәүеме булып формалашыу процесында төрлө рухи ҡиммәттәрҙе үҙләштергән, хәтеребеҙгә барса инаныстарҙы һеңдергән милләт. “Урал батыр” дастаны – беҙҙең фәлсәфә. Лхас-Әлхәс ҡорамы Тәңре менән тоташтырыу ҡөҙрәтле үтә ябыҡ АҢ ҡорамы һанала”. Эйе шул, аһәңле шиғри һүҙ, шағир хыялы, аңы, хәтере, фантазияһы өсөн ябыҡ ҡапҡалар ҙа, үтәлмәҫлек диуарҙар ҙа юҡ. Ер шары шағирҙың тыуған, тормош көткән өйө, ҡыуышы йә тирмәһе булһа, асмандар иһә – шағир күңеленең йорто, улай ғына ла түгел, киң күңеленең түре хатта. Шуға күрә бер шиғырында,
Яҙмыш һырттарына үрә
баҫып,
Ҡыуаланым тайҙы йүгәнләп.
Ҡош юлдары асты
ҡапҡаларын,
Асмандарға аштым һөрәнләп,
тип яҙған юлдары – быға дәлил.
Әҫәрҙең яҙылыу ваҡытына ла иғтибар итәйек: 2007 йыл. Был бит әле яңы технологияларҙың үҙләштерелә башлаған ваҡыты. Әлеге көндәге айфон, ноутбук, кеҫә телефондарының береһенән-береһе текәрәк булған осоро ла түгел. Заманы өсөн әҫәр ижади мөхиттә яңы жанрҙа, яңы сифатта әйтелгән Яңы Һүҙ булған дабаһа. Тәнҡитселәр, тел белгестәре ни өсөн бер һүҙ менән дә ваҡытында был хаҡта өндәшмәгәндер, миңә ҡараңғы, тик шуныһы бәхәсһеҙ: 15 йыл элек яҙылһа ла, поэма бөгөн дә иҫке Һүҙ түгел, киреһенсә, үтә лә актуаль һәм заманса!
“Әгәр бәндәләрҙең
Томалаһа күҙен мал, алтын,
Рух-ҡөҙрәтең менән яҡла...”
тигән юлдар бөгөнгө көндөң дә саҡырыуы. Түбәндәге юлдарҙағыса:
“Донъя үрмәксеһе ауына ҡапҡан
Себен кеүек минең халәтем”.
йә:
“Меридиандар, параллелдәр
бәрелеп,
Уйым,
Аңым
Сараһыҙлана”.
тип Шағир көйәләнеп үрһәләнһә лә, Аҡыл Ҡотоғо һайыҡмаһын, Донъя бәрәкәте һүнмәһен өсөн, иң мөҡәддәс өмөтө итеп үҙенә әйткән Йөрәк һүҙе менән тамамлай:
“Ишеттеңме?
Был йыһанда һиңә адрес
берәү, –
Йәнеңдәй күр Урал-ҡиблаңды!”
Ошо юлдарҙы ҡат-ҡат, доға урынына ҡабатлап, уҡып бөтөүемә Урал батырҙың Йәншишмәнән тере һыу уртлап һибеп, Бишегебеҙ УРАЛды, тәбиғәтебеҙҙе үлемһеҙ иткән илаһи мәле күҙ алдыма килде, күңелемде аһәңле бер моң солғап алды.
“Поэма нимә тураһында инде?” тип һорарға яратабыҙ беҙ. Т. Ғәниеваның һәр поэмаһы кеүек, беҙҙең турала ул, халҡыбыҙҙың инаныстары, таяныстары, өмөттәре, ҡиблалары хаҡында бит.
Миңзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА.