Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2022, 08:26

Концерт (“Хәтерҙәге хәтирәләр” циклынан) (Аҙағы)

– Йырҙың йыртығы юҡ, артыҡ булырға куплеттағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп йырланым дабаһа!

– Уныһына һүҙ ҙә юҡ, тик бына йән көскә партаға тондороуың, аяҡтарың менән иҙән таҡтаһын төйөүең, бишмәт салғыйҙарын елпеүең сәйер килеп сыҡты.

– Нимәһе сәйер, Шайморатов-генерал һуғышсылары менән дөбөр-шатыр, дошмандың ҡотон, өрәйен алып, утлы дауыл ҡуптарып яуға китеп бара ла баһа, уны тамашасы ышанһын өсөн нисек тә күрһәтергә, һынландырырға кәрәк, ә эйәр аҫтында уйнаған атта салғыйҙы елпемәй сабып ҡара!

– Дөрөҫ әйттең. Шулай ҙа тегендә, радиоузелда, тыныс ҡына баҫып йырла, сәбәләнмә, йәме, ә беҙ яугирҙәрҙең ҡыш һыбай юрттырып яуға китеп барыуҙарын күҙ алдыбыҙға килтереп ултырырбыҙ, шулаймы, балалар?

– Шулай! – класс, уҡытыусы апайыбыҙҙың әйткәндәрен йөпләп, кемуҙарҙан шау-гөр килде.

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҙсылыҡ һәр саҡ күпселеккә буйһона, шулай ҙа тиҫкәре, һере, үҙ һүҙле, киренең-киреһе булараҡ, яйһыҙ ерҙә урынһыҙ сығынлаған ҡонандай үҙ уйымда ҡалдым, концертта ҡатна­шыусыларҙың аныҡ исемлеге ойоштороусылар тарафынан раҫ­ла­ныу менән ентекләп әҙерләнергә тотондом: ағастан юнып мылтыҡ, ҡылыс әтмәләнем, фуфайка яурынбаштарына ҡыҙылдан погондар таҡтым, билемде яҫы һалдат ҡайышы менән һыға быуҙым.

Бына көтөлгән көн килеп етте, концерт, ғәҙәттә, киске етелә башлана. Әлегә ваҡыт бар. Шулай булғас, бөгөн раҙианан йырлайым, онотоп тыңламай ҡалмағыҙ, үкенерһегеҙ һуңынан тип, киҫәтеп эргә-тирәләге күршеләрҙе теүәлләп сыҡтым.

– Килештереп йырла, кемдеке – шуныҡы! – тине ҡаршыбыҙҙа йәшәгән Ырыҫбикә апай. Аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло ҡатын, яңғыҙы көн итһә лә, эшсәнлеге яғынан егәрле ирҙәргә биргеһеҙ, хужалығы ялт итеп тора, кәртәһе тулы мал-тыуар. Ырыҫбикә сыбыҡ осо туған беҙгә, шуға ике өй араһындағы һуҡмаҡ таҡыр, йомоштарыбыҙ уртаҡ. Уның әйткәндәре күңелемә майҙай яғылды.

– Һин маңҡа, сабакы малай ҙа ҡул араһына ингәс, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?! – тине ҡаршы яҡ урамдан бер яҡ ҡырҙараҡ йәшәгән Ғәзинур ағай, миңә һынағандай итеп ҡарап. – Шулай түгелме, Ғаҡиҙә! – ул урындыҡ ҡырлауында йөн иләп аҙапланған ҡатынына мөрәжәғәт итте, тегеһе хәтерләүҙәргә бирелеп, элеп үк алды:

– Ҡул араһына инер, тиҙҙән егет тә булып китер әле. Уның яңы тыуған, сеп-сей сағы бөгөнгөләй күҙ алдымда: эсе көптәй, аяҡтары ептәй...

– Хөрт йырлаһаң, белеп ҡуй, – тине Ғәзинур, суғырмаҡланып ҡатҡан һуҡ бармағын сысайтып янап, аҡ һалған уң яҡ күҙен ҡыҫа төшөп, – сыбыртҡы менән ярам, мәтри!

Ҡурҡыта инде шунда, шарҙауай фиғелле ҡырағаһыҙ кеше ул, ә һүҙ сыбалтыуы – фатиха, ризалыҡ биреүе. Уның арҡыс-торҡос хәбәре лә булмышыма дәрт өҫтәгәндәй итте.

Өй аша Иҙрис ағайҙарҙың ғаиләһе. Ағай малсы, һауын һыйырҙарын баға, Зәбилә еңгә быҙауҙар ҡарай. Барып ингәнемдә еңгә ҡаҙан тирәһендә нимәлер бешерә-төшөрә ине, ҡалаҡ тотҡан балалары, телеграф сымына теҙелешеп ҡунған ҡарабаш турғайҙар ише, ашарға көтөп урындыҡ түңәрәкләп ултырғандар. Иҙрис ағай эштән ҡайтып өлгөрмәгән. Зәбилә еңгә башым күренеү менән ихласлап түргә саҡырҙы:

– Һөйләмәй йөрөйһөң, ҡәйнеш, әйҙә табынға яҡынла, хәҙер тары бутҡаһы бешеп сығыр.

– Юҡ, ҡабалан йомош менән йөрөй инем.

– Ниндәйерәк йомош икән ул?

– Бер сәғәт тирәһенән раҙианан йырлайым, шуны тыңлай алмаҫһығыҙмы икән, тип һуғылғайным да...

– Йомошоң ҙурҙан икән дәбаһа! – Зәбилә еңгә ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ яндырып көлөп ебәрҙе. – Һис һүҙһеҙ еренә еткереп үтәрбеҙ уны. Матур итеп йырла штубы! Мин дә  һиңә ҡушылып ултырырмын! – Лыҡы фиғелле, уның уйыны-ысыны ла гел бергә йөрөй, ҡасан шаяртҡанын, ҡасан етди һөйләгәнен бар, аңғарып ҡара. Шулай ҙа эскә йылы йүгерҙе, еңгә ҡушылғас, бирешмәҫбеҙ.

Шулай итеп, һөйөнсөләп бөттөм. Барыһы ла тыңларға әҙер, тотошо ла минең яҡлы. Тимәк, сығышым уңышлы сығасаҡ.

Билдәле ваҡыт етеп, әҙерләгән кейемдәремде кейеп, билемә ҡылыс тағып, яурыныма мылтыҡ аҫып, ҡайышыма алтатар ҡыҫтырғас, һәр хәрәкәтемде күҙәтеп ултырған әсәйемә өндәштем:

– Мин киттем, әсәй!

– Өҙәрем сәфәргә ҡуҙғалғандай йыйындың, әҙерләндең, балам! Яуға барыуың уйын рәүешендә генә ҡалһын инде, атайың да бит Шайморатов дивизияһында эскадрон командиры булған. Ә йырлауыңа килгәндә радионы бар тауышына асып ултырырмын, уңыштар һиңә!

Ауылдың урта төшөндәге ҙур булмаған йорт ҡап уртанан таҡта менән бүленгән, бер яғында – почта бүлексәһе, икенсе яртыһында – радиоузел. Ауыл ҡыҙырып һуңлаңҡырап кителгән, мин барыуға йыйылып бөткәйнеләр инде. Тауышланырға ярамаған­лыҡтан, тып-тын ҡалып, бирге яҡта өйкөлөшкәндәр. Ваҡыты еткәс, уларҙы төпкә берәмләп үткәрәсәктәр. Әле унан Оморҙаҡ ағайҙың тауышы ишетелә, тимәк, ул сығышын башлаған. Пионервожатый Фәрхәнә апай яныма килеп бышылданы:

– Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса, иң беренсе һинең йырыңды ҡуйғанбыҙ! – Өҫ-башыма күҙ атты. – Был ниндәй маскарад тағы?

– Һуң, йырларға тип килдем!

– Кейенеп-яһаныпмы? Ул бит радионан күренмәй, хәҙер үк сисен!

Оморҙаҡ ағай сығыш яһап бөтөп сығыу менән, мине ҡоралһыҙландырып, төпкә үткәрҙеләр. Ҡаршы яҡ стена ҡырындағы өҫтәлгә экранына әллә ниндәй һандар яҙылған, эсендә лампочкалары йызлаған, сымдарға тоташтырылған ике йәшник урынлаштырылған, ҡап-уртаға тояҡтарға беркетелгән микрофон ҡуйылған. Ике ултырғыс. Сәриә еңгәй, шуларҙың береһенә ултырырға ҡушып, ымланы ла сығышымды иғлан итте:

– Заһир Исмәғилев музыкаһы, Ҡадир Даян шиғыры – “Шайморатов-генерал”. Башҡара өсөнсө класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Хәйҙәр Тапаҡов.

Алдынғыһы тине, ударнигы тимәне, шул арифметика сей елкәгә тейә, ҡәһәрең, сирек һайын фәҡәт шунан “өслө” сыға ла ҡуя. Яратмайым шыпа теүәлләүҙәрҙе: ҡушыу-алыу, ҡабатлау-бүлеүҙе. Эх, иҫәпләүҙәрҙе белмәгән, хисаплауҙарҙы һанға һуҡмаған дәүләттә йәшәргә ине!

Ошоғаса миңә бер кем дә улай килештереп һүҙ бирмәгәс, яңы ҡапҡаға ҡарап тызырайған аңра бәрән рәүешендә аптырандым да ҡалдым.

– Йә! – тине Сәриә еңгәй. – Ауыҙыңды микрофонға ныҡ яҡын килтермә!

Ҡурҡам шул микрофон тигән нәмәнән. Тауыҡ йомортҡаһынан ары китмәгән тимерҙе алдыма ҡуйһалар, тамағым кибә, быуындарым тотмай ҡалсылдай, сәбәпһеҙҙән күҙ алдарым ҡараңғылана ла китә.

– Башла, тим бит...

– Нимәне?

– Йырҙы...

– Ҡайһы еренән?

– Баштан...

– Ҡурҡам бит әле!

Сәриә еңгәй, микрофонды алыҫайтып, ниндәйҙер төймәһенә баҫты, моғайын да тауышын ваҡытлыса һүндергәндер.

– Ебегән! Үҙең ниндәй шәп йырҙы һайлағанһың! – Уҡытыусы уҫал ҡылана. – Шайморатов­сыларҙың исемен һатаһың!

– Минме?

– Һәр хәлдә мин түгел инде!

Күҙ алдыма ҡылыстарын болғап дошман танкыларына ынтылған ҡыйыу яугирҙәр килеп баҫты. Иң алда ҡашҡа атына атланған атайым йомолоп саба. Һыбайлылар шул мәлдә, моғайын да, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгәндер, күҙ алдарында тыуған ер, яҡындары торғандыр. Ә мин?! Ҡайһылай ҙа оят!

– Тоҡандырығыҙ микрофонды хәҙер үк. Ныҡ итеп ҡысҡырып яңынан иғлан итегеҙ! Хәйҙәр Тапаҡов был йырын ауылдың барлыҡ ветерандарына бағышлай, тип тә өҫтәгеҙ!

Дошман амбразураһы алдында торғандай турайып баҫып, ҡоластарымды йәйеп ебәреп, теге саҡтағылай радиоузелды дер һелкетеп йырлап ебәрҙем:

Башҡорттар китте һуғышҡа...

Ошо юлдарҙы йырлағанда өҫтәлгә һуғырға, аяҡтарҙы тыпырҙатырға ярамағанлыҡтан, йоҙроҡтарымды ҡаты итеп төйөп, быйма эсендәге бармаҡтарымды йыбырлатып, күҙҙәремде хәтәр осҡонландырып ебәрҙем. Бәйгелә сабып барған аттай тулаған, дөбөрҙәгән йөрәгем тибешен, тыңлаусылар арауыҡ аша булһа ла ишеткәндер, һис шикһеҙ, ишеткәндер.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай

Һинең улдарың Урал;

Шулар менән дошман ҡырҙы

Шайморатов-генерал.

Йырлап бөттөм дә сират көтөүселәр араһына сыҡтым. Фәрхәнә апай маҡтап ҡуйҙы:

– Шәп башҡарҙың, радио тыңлаусыларҙың заявкаһы буйынса ойошторолған концертта ла ҡатнашырһың, былай булғас, уны һин үҙең генә йырлап йөрөмә, башҡаларға ла өйрәт, йәме?

Өйрәтмәгән ҡайҙа, өйрәттем: уръяҡ, урта төш, түбән яҡ малайҙарына. Һуғыш уйынына йыйылһаҡ, уйынды “Шайморатов-генерал”дан башлайбыҙ.

Бер көн йырыбыҙҙы түбәнге оста йәшәгән Райхан инәй ишетеп торған. Уның улы яу ҡырында ятып ҡалған, тип һөйләйҙәр. Бына ул тыңлап бөттө лә, үҙ алдына һөйләнгәндәй, былай тине:

– Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып, сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын, балалар... Тыуған илегеҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙәрҙе онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!

 

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Читайте нас