Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Февраль 2022, 07:40

Театр донъяһы – күңел дауаһы, йәшәргә көс биргән инеш

“Сәхнәгә сығып, тамашасының йөрәген урынынан ҡуҙғата алһам, уны уйланырға мәжбүр итһәм – мин бәхетле…”

Актрисаның шәхси архивынан.Актрисаның шәхси архивынан.
Фото:Актрисаның шәхси архивынан.

Башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә ХӘЙРУЛЛИНА ижадының төп үҙенсәлеге – халыҡсанлыҡ. Ҡайһы жанрҙа эшләмәһен, ниндәй ролдәр уйнамаһын, уның героинялары көндәлек тормошта, беҙҙең арала йәшәгән ябай ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәтерләтә... Һәр ролендә тамашасыны әсир иткән талант эйәһе бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

 

– Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы, һеҙҙе серле сәнғәт донъяһына алып сыҡҡан оло юл ҡайҙан башлана? Нисек һәм ни өсөн театрға килдегеҙ?

– Дим ҡыҙы мин. Әлшәй райо­нының иҫ киткес күркәм тәбиғәтле Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуып үҫкәнмен. Теҙелеп киткән Сатыртау, Сусаҡтау, Эткенәйтау тауҙа­ры, бормаланып ағып ятҡан Дим йылғаһы, офоҡтарға тоташҡан бәрхәт туғай­ҙар, емеш-еләккә бай урман-ҡырҙар – ошондай хозур­лыҡта донъяға килгән һәр кемгә Хоҙай Тәғәлә йәлләмәй һәләтен дә бирәлер, тим. Ауылдаштарым араһында оҫта ҡуллылар, йыр-моңға маһирҙар, ижади кешеләр бихисап. Беҙ үҫкәндә һирәк кенә йорттарҙа телевизор бар ине, халыҡ эркелеп клубҡа йөрөнө. Ауылдаштарым йыш ҡына мәҙәниәт усағында төрлө тамашалар, саралар ойошторҙо. Тиҙ генә йыйылып, ниндәйҙер ҡыҫҡа ғына юморескалар сәхнәләштерә ине. Хәсән исемле оҫта гармунсы бабай әле булһа иҫемдән сыҡмай – гармунын тотор ҙа көн һайын клубҡа йүнәлер ине. Беҙҙең, балаларҙың да, күңеле гел клубҡа ынтылды. Үҙебеҙҙекеләр ҡуйһынмы, бүтән төбәктән артистар килһенме, кескәйҙәрҙе индермә­һәләр, сығыштарын тәҙрәнән ҡарай торғайныҡ.

Ул ваҡытта үҙешмәкәр сәнғәт конкурстары йыш уҙғарылды. Колхоз, район кимәлендә төрлө саралар ойошторолдо. Мәктәптә лә бик күп түңәрәктәр эшләне, һәр береһенә йөрөргә тырыша инем. Тиңдәш­тәрем менән концерт әҙерләп, ырҙын табағында, күрше ауылдарҙа сығыш яһай торғайныҡ. Бала саҡтан йырланым да, бейенем дә, шиғыр һөйләргә лә яраттым, күпселек осраҡта сараларҙың алып барыу­сыһы ла булдым. Ата-әсәйем дә йыр-моңға маһир кешеләр ине, шуға күрә сәнғәтте, театрҙы һайлауым яҙмышыма яҙылған булғандыр.

– Мөхәббәт, бәхет тантана иткән ғаиләлә тыуып үҫкәнһегеҙ­ҙер. Был һеҙҙә асыҡ күренеп торған үҙегеҙгә ышаныу көсөн аңлата кеүек. Татыу ғаиләлә, иғтибар үҙәгендә үҫкән бала нигеҙле була, аяғында ныҡлы баҫып тора, тиҙәр бит...

– Эйе, ата-әсәйемдең бер-береһенә ҡараштарынан да һөйөү бөркөлгән кеүек ине. Шуны­һы ҡыҙыҡ, уларҙың өйләнешеүе лә йыр-моң аша булған. Элегерәк димләп өйләндергәндәр бит. Һоратырға килгән яусыларҙан атайымдың шәп гармунсы икән­леген ишеткәс, әсәйем “Күңе­лендә моң йөрөткәс, ул һәйбәт кеше” тип атайыма бер һирпелеп ҡарай ҙа кейәүгә сығырға риза­лы­ғын бирә. Ошо йыр-моң улар­ҙы ҡауыштыра, бер-береһен яратып, ихтирам итеп ярты быуаттан ашыу йыл татыу ғүмер иттеләр, һоҡланғыс хеҙмәт юлы үттеләр.

Атайым Ғәйнетдин Шәмсетдин улы Хәйруллин – ябай ғына колхозсы. Ғүмере буйы ферма мө­дире булып, haрыҡсылыҡта эш­ләне, хеҙмәт ветераны. Әсә­йем Шәмсинур Сөләймән ҡыҙы кол­хоздың иң алдынғы сөгөл­дөрсөһө булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ауылда беренсе булып “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. Икеһенең дә грамоталарының, миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ.

Ғаиләлә биш бала буй еткер­ҙек, бала сағым бик бәхетле үтте минең. Һәр ауыл балаһы кеүек, кес­кәй генә саҡтан эшкә өйрән­дек. Әсәйем: “Иртә торған кешегә Хоҙай Тәғәлә бәхет өләшә”, – тип йыш әйтә торғайны. Шуғамылыр, беребеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултыр­маныҡ, оҙаҡ йоҡлап ятманыҡ, һәр беребеҙҙең үҙ бурысы, тәғә­йен эше бар ине. Шул уҡ ваҡытта яҡшы уҡыныҡ, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөргә лә өлгөрҙөк.

Мәктәптә төрлө фәндәрҙән ярыштарҙа ҡатнаша инем, көндөҙ район үҙәгендә булам, кисен мәктәпкә шиғыр, йыр, бейеү түңәрәктәренә йүгерәм. Уҡытыу­сыларым Мөнир Шәйхетдинов, Шакир Солтанов, Ира Ғәзизова, Зәйтүнә Даянова, Флүрә Шәрә­фет­диноваларҙың дәрестәрен айырыуса үҙ иттем. Спортты ла яраттым – саңғыла, конькиҙа елдерә инем. Район кимәлендә үткәрелгән саңғы ярыштарында беренселекте бирмәй торғайным. Саҡ ҡына эштән бушаһаҡ, өйҙә ярышып, гармунда уйнарға өйрәндек. Атайым үҙе лә гармун тартырға яратты, әсәйем матур итеп йырлар ине, ныҡ дәртле булдылар.

– Тимәк, сәнғәт юлын һайлауы­ғыҙға яҡындарығыҙ ҡаршы булмағандыр...

– Ауылымды, яҡындарымды өҙөлөп яратһам да, өлкән кластарҙа уҡығанда уҡ күңелем киңлеккә, иркенлеккә талпынды. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инәсәкмен, тип үҙемә бурыс ҡуйғайным инде, яҡындарым да теләгемә ҡаршы булманы. Тап шул йылда уҡыу йортонда Башҡорт дәүләт драма театры өсөн махсус курс ойошторолдо. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 1979 йылда студент булып киттем. Хәҙер инде мәшһүр сәхнә әһел­дәре булып танылған Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Ғүмәров, Азат Нәҙерғолов, Шәрифулла Алсынбаев менән бер курста уҡыным.

Институтта белем алған йылдар йәшлегемдең иң күркәм мәле булараҡ хәтеремә уйылған. Көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булып танылған Рифҡәт Исрафилов, Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Олег Ханов, Фәрдүнә Ҡасимова кеүек остаздарымдың һәр дәресен көтөп алып, ләззәт табып уҡыным. Улар театрҙы яратырға, театр менән йәшәргә, эҙләнергә, сәхнә телен аңларға өйрәтте. Уҡыған ваҡытта уҡ төркөм менән Башҡорт дәүләт драма театрын­дағы спектаклдәрҙең массовкаларында ҡатнаша башланыҡ, гастролдәргә лә йөрөнөк. Һуңғы курста Антон Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Наташа ролен нисек уйнағанымды әле лә онотмайым.

– Оҙайлы ижад юлында һеҙ тыуҙырған 100-ҙән ашыу образдың һәр береһе сағыу, халыҡсан һәм тормошсан булыуы менән арбай. Уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ?

– Роль оҡшаймы-оҡшамаймы, актерға уны шәп итеп уйнау талабы ҡуйыла. Хеҙмәт түккәс, көс һалғас, улар барыһы ла берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле ролгә әйләнә­лер. Үҙемә оҡшаған, йомшаҡ күңелле образдар бигерәк тә яҡын. Ә бына холҡома тура килмәгән ролде башҡарғанда, эҙләнеү, образды табыу процесы ылыҡтыра. Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһында – Мәх­мүзә, Флорид Бүләковтың “Эх, күгәрсен­кәй­ҙәрем!” пьесаһында – Әҡлимә, Хәкимйән Зариповтың “Их, кәләше лә кәләше!”ндә – Баллыбикә, Илдар Юзеевтың “Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан” спектаклендә – Регина, Мөхә­мәтша Буранғоловтың “Шәүрә­кәй”ендә – Аҫылбикә, Туфан Миң­нуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәй­ҙәр”ендә – Гөлфинә, Нәжип Асанбаевтың “Миләш-Миләү­шә”­һендә – Миләүшә, Ф. Богда­новтың “Аманатҡа – хыянат”ында – Рима – ғөмүмән, яратҡан ролдәрем бик күп. Һәр береhe минең өсөн нимәлер аса, уйланырға мәжбүр итә.

– Образды сәхнәгә сығарыу, һулыш өрөү, йәшәтеү процесы ҡыҙыҡ. Уның эшләнеү-тыуыу юлы нисегерәк?

– Роль бирелә икән, шунда уҡ эшкә тотонаһың. Башта уҡыйһың, текст менән танышаһың, режис­серҙың фекерен тыңлайһың, уныҡына үҙеңдең фекерең дә ҡушыла. Режиссер спектакль тураһында баш ватһа, һин үҙең­дең ролең тураһында уйлайһың. Уны “тыуҙырыу” өҫтөндә, ҡайҙа ғына йөpөһәм дә, урамдамы, магазиндамы, мәктәптәме, был герой ниндәйерәк булырға тейеш, тип ошо роль тураһында уйлайым, кешеләрҙе күҙәтәм, китаптар уҡыйым, эстә туҡтаyһыҙ эҙләнеү бара.

Репетицияларҙы ныҡ яратам. Этюд эшләп ҡарау күңелгә ләззәт бирә, сөнки беренсе тапҡыр образ тыуа, һин уға йән бирәһең, һулыш өрәһең. Күңелеңде һалып эшлә­мәһәң, уның тамашасыға барып етмәүе ихтимал. Бер үк ролде һәр артист үҙенсә күрә, үҙенсә аса. Һәм ни өсөн шулай күрергә теләгәнеңде режиссерға иҫбат итергә кәрәк. Режиссерға ла ышанырға кәрәк, юҡһa, төрлө яҡҡа тартыу килеп сыға. Барыбер уртаҡ фекергә киләһең инде аҙаҡ. Ә һөҙөмтәһе инде – матур булып спектакль тыуа.

– Һеҙ билдәле сәхнә оҫтала­рынан дәрестәр алыуығыҙ менән бәхетлеһегеҙ, тип әйтергә булалыр. Был осорҙа төрлө режиссерҙар менән эшләргә насип булғандыр?

– Эйе, дүрт тиҫтә йыл театр сәхнәһендә сығыш яһау дәүерен­дә бик күп режиссерҙар менән эшләү бәхете тейҙе. Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллин, Борис Манджиев, Азат Нәҙерғолов, Илдар Fиләжев, Михаил Рабинович, Рөстәм Хәкимов, Айрат Абушахманов ... Һәр режиссерҙың үҙенең үҙенсәлекле эш алымы була. Кемдер этюдтар менән эшләй, кемдер спектаклде шунда уҡ ҡуя. Йәш режиссерҙар ҙа төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙе оҫта сәхнәләштерә, улар менән эшләүе лә бик ҡыҙыҡлы.

Мәҫәлән, һуңғы ижади эштәр­ҙең береһе – бөйөк рус яҙыусыһы А.П. Чеховтың “Туй” водевиле буйынса билдәле Мәскәү режиссеры Борис Цейтлин сәхнәләш­тергән спектаклдә Змеюкина образын бик яратып башҡарҙым. Спектаклдә роль алыуҙы мин беренсе класҡа яңынан ултырыу менән тиңләйем – барыһы ла яңынан башланған кеүек, эҙләнәһең, уйланаһың, күҙәтәһең, ролде сәхнәгә сығарыр алдынан мин Чеховтың әҫәрҙәрен хатта яңынан уҡып сыҡтым.

– Әле рухи аҙыҡты ҡайҙан тирәһегеҙ?

– Миңә йәшәү көсө, дәрт, рухи аҙыҡ биргән өс сығанаҡты билдәләр инем – яҡындарым, эшем һәм тыуған яғым. Улар айырылғыһыҙ. Радмир улым – үҙ эшен алып барыусы хоҡуҡ белгесе. Киленем Зөлфиә менән Әмирхан һәм Азалия исемле ике бала үҫтерәләр. Уларҙың уңыш­тарына һөйөнөп, иғтибарҙарын, хәстәрен тойоп йәшәйем. 

Йәй көндәрендә тыуған яғыма ҡайтып килергә тырышам. Тәпәй баҫҡан еремдең тәбиғәтенә сы­ғыу, Димдә һыу инеүҙәр, ауылымда йәшәгән туғандарым ме­нән аралашыуҙар миңә әйтеп аң­лата алмаҫлыҡ ләззәт, көс бирә. Ғөмүмән, мин тәбиғәт балаһы – урман-ҡырҙар гиҙергә, баҡсала эшләргә, сәйәхәт итергә яратам. Һәр йыл һайын ял ваҡытында диң­геҙгә барып, энергия туплайым.

Һәм, әлбиттә, яратҡан эшем, театр донъяһы – минең өсөн күңел дауаһы, йәшәргә көс биргән инеш. Актриса булғаныма бер ҡасан да үкенмәнем. Ваҡытты кире бороп булһа, нәҡ ошо һөнәрҙе һайлар инем. Тамашасы һөйөүен, хеҙмәт­тәштәремдең хөрмәтен тойоу мине дәртләндерә, рухландыра.

– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

– Әлбиттә, мин дә, һәр актер кеүек, яңы ролдәрҙә уйнарға, киләсәктә иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырырға хыялланам. Күңелемә иң яҡыны – драма әҫәрҙәре, сөнки кешенең күңел донъяһы, кисереш­тәре, йәшәү мәғәнәһе, психологик булмышы драматик спектаклдәрҙә генә тулыһынса асыла кеүек.

– Тамашасыларға нимә теләр инегеҙ?

– Ныҡлы һаулыҡ теләйем. Бөгөнгө шарттарҙа үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеге – иң мөһиме. Икенсенән, һәр кемдең был тормошта үҙ урынын, ярат­ҡан эшен табыуын теләр инем, үҙеңдең кәрәкле булыуыңды тойоу, башҡарған эшеңдең һөҙөм­тәһен күреү ҙә кеше өсөн бик кәрәк.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

 

Римма СОЛТАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас