Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Февраль 2022, 20:00

"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?

Төп приз - 100 мең һум!

"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?
"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?

Сибай ҡалаһында йыл һайын "Урал аръяғы тауышы" конкурсын үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл да  йыр-моңға һәләтле 16 - 50 йәшлек һәр кем унда ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынай. Сара барышында бәйгеселәр өсөн әңгәмәләр уҙғарыла, вокал буйынса оҫталыҡ кластары онлайн-режимында алып барыла.

Кисә ҡаланың "Тыныслыҡ" йәштәр йортонда "Урал аръяғы тауышы" шоу-проекты тыңлауҙары үтте. Ярышта 69 кеше ҡатнашты, шуларҙың 42-е артабанғы турға үтте. Быйыл уларҙы дүрт остаз - Светлана Үтәева, Таһир Әсәҙуллин, Зилиә Бәхтиева һәм Екатерина Ямщикова үҙ командаһына һайлап алды.

Конкурсанттар менән остаздар ай буйына эшләйәсәк, уларҙың һәләттәрен асыуҙа бар яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Артабан бәйгеселәр II турҙа үҙҙәрен йәнә һынап, финалға үтә. Быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙың вокал кимәлдәре юғары, тауыштары көслө, ти остаздар. Бигерәк тә Өфө ҡалаһынан төрлө уҡыу йорттарында белем алған йәштәр күп.

Дүртенсе тапҡыр үткән конкурстың быйылғы әһәмиәте шунда, ул мәҙәниәт буйынса федераль грантҡа лайыҡ булды. Биҙәлеш һәм яҡтыртыу буйынса ла алдағыларынан юғары кимәлдә булыуы менән айырылып тора, ирекмәндәргә бер иштән футболкалар алынған, бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәндәргә лә быйыл взнос хаҡы юҡ. Әйткәндәй, быйылғы проектта иң яҡшы остаз да билдәләп үтеләсәк, шулай уҡ еңеүсе өсөн төп приздың хаҡы ла ике тапҡырға артҡан.

“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектында еңеүсене төп приз — 100 мең һум аҡса көтә!

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?
"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?
"Урал аръяғы тауышы" еңеүсеһе кем булыр?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: