Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Февраль 2022, 14:00

Оло хеҙмәттәшебеҙ вафат...

Барый Миңлеғәлим улы менән бәхилләшеү иртәгә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында була.

Оло хеҙмәттәшебеҙ вафат...
Оло хеҙмәттәшебеҙ вафат...

Йәнә ауыр яңылыҡ: Өфөлә оҙайлы ауырыуҙан һуң билдәле яҙыусы, шағир һәм журналист Барый Ноғоманов вафат булды. Уға 85 йәш ине.

Борис (Барый) Миңлеғәлим улы Ноғоманов Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуған. Атаһы һуғышта һәләк була. Ғаиләлә ете бала етем ҡала. Бәләкәй Барыйҙы Мөкәй ауылындағы әбеһе (атаһының өлкән апаһы) тәрбиәгә ала. Шул ауылда өс класты тамамлай, артабан тыуған ауылына ҡайта һәм уҡыуын дауам итә. Урта мәктәптән һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Бәләкәй сағынан шиғырҙар яҙыу менән мауыға, республика матбуғатында байтаҡ шиғыры, хикәйәләре баҫылып сыға. Журналистика юлына килгәндә, ул “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Бер үк ваҡытта Бүздәк, Иглин, Ауырғазы райондары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1967 - 1997 йылдарҙа Барый Ноғоманов БАССР-ҙың Телерадиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, “Ағиҙел” әҙәби журналы редакцияһында, Башҡортостан китап нәшриәтендә, “Башҡортостан” республика гәзитендә эшләй.

Балалар өсөн "Йылбабай һәм сәғәттәр", "Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы", "Усаҡтар яна", өлкәндәр өсөн "Аҡ таңдарым", "Етегән йондоҙ", "Ерем йәме", "Минең яҙым", "Ҡыңғырауҙар" исемле китаптары донъя күрә. "Эҙең ҡалһын", "Өйөрмәле елдәр" тигән проза йыйынтыҡтары авторы. 2014 йылда уның күренекле спортсы Ирек Зариповтың яҙмышы тураһында “Бәхет үҙ ҡулыңда” исемле документаль повесы донъя күрҙе. 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Китап” нәшриәте Барый Ноғомановты шиғырҙар йыйынтығы менән ҡыуандырҙы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1979 йылдан - Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Мәрхүм менән бәхилләшеү 21 февралдә 14.00 сәғәттә тыуған ерендә, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында, буласаҡ. Оло хеҙмәттәшебеҙҙең туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: