Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Февраль 2022, 19:00

Мәңгелек һабаҡ - “Урал батыр”ҙа

БДПУ-ла бөгөн үткән симпозиум тураһында - башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.

Мәңгелек һабаҡ - “Урал батыр”ҙа
Мәңгелек һабаҡ - “Урал батыр”ҙа

Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дистанцияла халыҡ-ара симпозиум үткәрелде. Сара халҡыбыҙҙың иң боронғо, затлы рухи ҡомартҡыларының береһе – үлемһеҙ “Урал батыр” эпосына арналды.

“Урал батыр” эпосы һәм XXI быуатта ҡулланыу практикаһы ғәмәлдәре: халыҡтарҙы өйрәнеү, тел һәм белем мәҙәниәте, традицион сәсәнлек сәнғәте принциптары” тип аталған сара Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Рәсәй халыҡтарының сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына бағышланды.

Симпозиумдың төп темаһы – “Урал батыр”ҙы өйрәнеү, унан тыш, глобалләшеү заманында халыҡ ижадын популярлаштырыу, донъя халыҡтарының телдәрен, мәҙәниәтен, рухи ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре. Сара тураһында һөйләүен үтенеп, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйеноваға мөрәжәғәт иттек.

– Халыҡ-ара туған телдәр көнөн быйыл эш башлаған Башҡорт фольклоры үҙәгенең тәүге ҙур сараһы менән билдәләп үтәбеҙ, – тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы. – Симпозиум “Урал батыр” эпосын өйрәнеү, таратыу, яңы биттәрен асыу, ошо өлкәлә эҙләнеүҙәр үткәреү буйынса һөйләшеүгә йүнәлтелде. Шул уҡ ваҡытта башҡа төрки халыҡтарҙың рухи ҡомартҡыларын өйрәнеү ҙә ситләп үтелмәй.

Башҡорт фольклоры үҙәген асыу осраҡлы түгел, был тап ошо мәҙәни мираҫ йылына арналып, быға тиклем башҡарылғандарҙы дөйөмләштереп, артабан киңәйтеү, халыҡ-ара кимәлгә сығарыу маҡсатынан сығып эшләнде.

“Урал батыр” эпосын һәм, ғөмүмән, башҡорт фольклорын өйрәнеү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Арҙаҡлы ғалимыбыҙ, оҙаҡ йылдар беҙҙең юғары уҡыу йортонда эшләгән Әхмәт ағай Сөләймәновтың хеҙмәттәре тулыһынса халыҡҡа еткерелмәгән әле. Шул уҡ ваҡытта студенттар тарафынан йыл һайын экспедициялар ойошторола, яңы эштәр башҡарыла. ЙӘштәр ҙә фәнни сығыштарында халҡыбыҙ ижадының яңы биттәрен аса, тиергә кәрәк. Асып ҡалыу ғына түгел, яңы белемдәрҙе халыҡҡа ла еткереү зарур – бына ошондай ниәттәр менән эшләйбеҙ.

Симпозиум йәнле барҙы. Унда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ғалимдар ҙа ҡатнашты. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ, мәҡәләләр йыйынтығын баҫып сығарыу күҙ уңында тотола.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Мәңгелек һабаҡ - “Урал батыр”ҙа
Мәңгелек һабаҡ - “Урал батыр”ҙа
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: