Бөгөн, 22 февралдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк. Был Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы ваҡиғалар менән дә бәйле.
Кинотаҫмала ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Фильмда украин ҡыҙының мәжбүри эвакуация арҡаһында, башҡорт ғаиләһендә яңы ғаилә табыуы хаҡында бәйән ителә. Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы алдынан Рәсәйҙең билдәле режиссеры Александр Галибин төшөргән.
"Бөгөн Донецкиҙа һәм Луганскиҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Меңдәрсә ғаилә тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Башҡортостан беренселәрҙән булып ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Был Мостай Кәримдең әҫәре һәм кинокартинаның нигеҙенә һалынған ваҡиғалар менән ауаздаш. Беҙ Мостай Кәрим фондына, Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға һәм Тимербулат Олег улы Кәримовҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фильмды телеканалыбыҙ эфирында күрһәтеүҙе ойошторорға ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ", – тине "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.
"Республикабыҙ Луганскиҙағы һәм Донецкиҙағы дуҫтарына ярҙам итергә булды, сөнки ауыр минуттарҙа кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Һәр ваҡыт шулай булды – Башҡортостанда изге күңелле һәм яуаплы кешеләр йәшәй”, – тип белдерҙе фильмда төп ролде башҡарған актер Арыҫлан Ҡырымсурин.
Башҡортостан юлдаш телеканалы "Һеңлекәш" фильмын 22 февралдә 19 сәғәт 40 минутта күрһәтәсәк. Алдағы йәкшәмбелә 12 сәғәт 30 минутта ҡабатлау була.
Фото: atkarskgazeta.ru