Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Элвин Грей Андрей Малаховҡа ни өсөн барған?

Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм “һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ” тип вәғәҙәләгән. Асыҡланыуынса...

Элвин Грей Андрей Малаховҡа ни өсөн барған?
Элвин Грей Андрей Малаховҡа ни өсөн барған?

Бәғзе матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, билдәле яҡташыбыҙ, йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиин) күптән түгел Мәскәүҙә, данлыҡлы Андрей Малаховтың тапшырыуында булып ҡайтҡан.

Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм “һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ”, тип вәғәҙәләгән. Ул тапшырыу барышында тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған иң йыш һорауҙарға яуап бирҙем, тип белдергән.

Башҡорт эстрадаһы йондоҙо ҡатнашлығындағы “Привет, Андрей” тапшырыуын март башында күрһәтәсәктәр. Әйткәндәй, Андрей Малаховтың популяр тапшырыуында Элвин Грей менән бергә тағы бер популяр башҡарыусы Эльбрус Джанмирзоев та ҡатнашҡан. Ул иһә тапшырыу, ғәмәлдә, музыка хаҡында булды, тип белдергән.

Фото: Элвин Грейҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в