Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Февраль 2022, 13:48

Һүнмәҫ рухы арабыҙҙа йәшәр...

18 февраль көнө Башҡортостан халҡы үҙенең талантлы улдарының береһе Илшат Яхин менән хушлашты... Талант эйәһе һуңғы төйәгенә – тыуған Учалыһының ҡуйынына һыйынды.

Илшат Ғәббәс улы хаҡындағы аҡыл ҡабул итмәҫлек хәбәр беҙгә Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсен­кәйҙәрем” лирик комедияһының ре­петицияһы барған мәлдә килде. Уны белгән һәр кем: “Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел”, – тип үҙен үҙе алдарға маташты, сөнки ул бер ҡасан да эшен аҙағына еткер­мәйенсә ташламаясаҡ. Был юлы ла шулай булыр тип көттөк, шулай булыр тип ышандыҡ. Әммә ысын­барлыҡ ышаныстан өҫтөн булып сыҡты... Сибай дәүләт башҡорт дра­ма театрында 21-22 феврал­дәге премьера Илшат Яхинһыҙ үтә... 

Юҡ, Илшатһыҙ, тип әйтергә ярамай, сөнки премьера башынан алып аҙағына тиклем уның көйҙәре менән оҙатылып бара. Шулай бул­ғас, нисек Илшатһыҙ булһын инде. Ул бары залда ғына булмаясаҡ. Әҫәрҙәге уҫал Әҡлимә лә, шағир йәнле Сәлимә лә, телһеҙ Хәнә лә, социализм төҙөүҙән әле һаман ваз кисмәгән Фатима ла, дүрт кү­гәрсенкәйгә ҡанат ҡуйған Абдулла ла – барыһы ла Илшат Ғәббәс улы­ның таланты, эске кисереш­тә­ре, күңел тороштары аша сыҡ­ҡан моң менән бергә йәшәй сәхнәлә.

Театр – тере йән ул. Был серле донъяға ҡағылышы булған һәр кем ваҡыт һынауҙарынан да, йылдар сылбырынан да өҫтөн. Театр­ҙа йырланған йыр, яңғыраған көй, әйтелгән һүҙ мәңгелектә тороп ҡала. Илшат Яхин тарафынан спектаклдәргә яҙылған тиҫтәләгән көй ҡабат-ҡабат тамашасылар өсөн яңғырар. Тамашасы ҡабат-ҡа­бат уның кисерештәре, уның шат­лыҡтары, һағыштары менән танышыр. Бергә ҡушылып йырлар, бергә илар.

Арыҫлан Мөбәрәков исемен­дәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Ғәббәс улы Яхин менән бергә ижад иткән бәхетле йылдарын онотмаҫ. Уның яҡты рухы арабыҙҙа йәшәр. Уның үҙе кеүек эскерһеҙ, ихлас булып йәшәр.

 

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,

С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

 

Читайте нас: