Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Февраль 2022, 20:00

Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!

"Ижадыма шундай ҙур баһа биргәндәре өсөн рәхмәт, киләсәктә лә хәлемдән килгәнсе йырҙарым менән ҡыуандырып торасаҡмын".

Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!
Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында уҙған сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө Айҙар Ғәлимов өсөн икеләтә байрам – бөгөн уға 55 йәш тулды. Ә инде Салауат Юлаев ордены сәхнә йондоҙона Башҡортостандың милли мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн тапшырылды.

– Тыуған көнөмдә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Радий Фәрит улынан шундай юғары награда алыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Кисә тамашасыларыма ҙур юбилей концерты ҡуйҙым. Республика Башлығынан ҡотлау алыу күңелемде күтәрҙе. Унда минең тыуған Башҡортостанымдың ысын илһөйәре булыуым билдәләнгән. Был һүҙҙәр - бик юғары баһа. Мин республикамды яратам, илебеҙҙең төрлө урындарында булғанда ла, уның тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтәм. Ижадыма шундай юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәт, киләсәктә лә хәлемдән килгәнсе йырҙарым менән ҡыуандырып торасаҡмын. Рәсәйгә һәм тыуған Башҡортостанға хеҙмәт итәм! – тине Айҙар Ғәлимов, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.  

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.    

Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!
Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!
Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!
Айҙар Ғәлимовҡа - юғары награда!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: