Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Уның барышында ведомствоның 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, быйылға маҡсаттар һәм бурыстар билдәләнде.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республика Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Азат Бадранов үҙ сығышын сәхнә оҫталарына, йәш башҡарыусыларға, ирекмәндәргә һәм Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙә һәм уны уҙғарыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт һүҙҙәренән башланы.
- Республика ошондай юғары кимәлдәге ҙур халыҡ-ара сараларҙы ҡабул итә алыуын иҫбатланы, - тип билдәләне вице-премьер. Ул шулай уҡ коронавирус хәүефе дауам иткән ҡатмарлы шарттарҙа республиканың 75 миллион мәҙәни сара үткәреү йәһәтенән алынған планды арттырып үтәй алыуҙы айырып билдәләне.
- План күрһәткесе 106,6 процентҡа үтәлгән. Беҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе һәм Рәсәй Федерацияһындағы алдынғы биш төбәк иҫәбендә, - тине Азат Шамил улы үҙ сығышында.
Ултырыш барышында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы мәғлүмәти әүҙемлек, “Пушкин картаһы” программаһын ғәмәлгә ашырыу, ирекмәндәр (5165 кеше), мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүҙәр һаны (планға ярашлы – 75,01 миллион, ысынбарлыҡта – 79,9 миллион кеше) буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә.
2021 йылда тәүге тапҡыр “АРТ-Ҡоролтай” һәм “АРТ-Ҡоролтай. Балалар” мәҙәни форумдары уҙғарылды. Әминә Шафиҡова 24-26 мартта Мәҙәни форум уҙасағын хәбәр итте.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектына ярашлы 100 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән, был 15 мәҙәниәт йортоноң һәм һигеҙ театрҙың матди-техник базаһын яҡшыртырға, 13 яңы спектакль сығарырға мөмкинлек биргән.
2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") финанслау – 932,4 миллион һум, шул иҫәптән федераль аҡса 196,2 миллион һум тәшкил иткән. 2022 йылда милли проектҡа 2,5 тапҡырға күберәк финанс саралары ҡаралған – 2,6 миллиард һум (шул иҫәптән 631 миллион һумы – федераль бюджеттан).
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Өфө районының Яугилде ауылында яңы клуб төҙөлгән, биш автоклуб һатып алынған, өс кинозал яңыртылған, дүрт колледж һәм 53 сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ реконструкциянан һәм капиталь ремонттан һуң 11 мәҙәниәт йорто, ике музей, бер китапхана, ике сәнғәт мәктәбе, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы, Өфө балалар филармонияһы, Сибай филармонияһы, 10 китапхана асылған.
Милли проект ярҙамында 2021 йылдан республикала балалар сәнғәт мәктәптәренең базаһы яңыртылған. Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәр яңырыу кисергән. Сиратта ике балалар музыка мәктәбе (Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе, Туймазы районының Серафимовка ауылы балалар музыка мәктәбе) һәм ике сәнғәт мәктәбе (Ейәнсура районының С. Абдуллин исемендәге балалар музыка мәктәбе, Мәләүез районының Ергән ауылы балалар сәнғәт мәктәбе).
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһында шулай уҡ 2022 йылға бурыстар билдәләнде. Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышында Ҡурсаҡ театрын, Рус драма театрын реконструкциялау күҙаллана, Евразия китапханаһы проектлана.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡушыуы буйынса, ЮНЕСКО комитеты менән килешеп, быйыл 2024 йылда үтәсәк Балалар фольклориадаһына әҙерлек эштәре башлана.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы маҡсаттарына ярашлы, министрлыҡ республика халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эште әүҙем дауам итәсәк.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru