Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2022, 19:04

"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" нисек эшләй?

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы башҡа тармаҡтарҙағы менән сағыштырғанда аҙ ине. Был етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән һәм республика Хөкүмәте булышлығында 2021 йылда төбәгебеҙҙә тәүге тапҡыр ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү программаһы тормошҡа ашырылды. Ул “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип атала.

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был программаның нисек йоғонто яһауы тураһында һөйләне.

– Беҙҙә ул ил төбәктәрендә тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыла башланы. Ошо маҡсатҡа Башҡортостан ҡаҙнаһынан 30 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтелде. Түләүҙәрҙе 49 район һәм ҡаланан 60 хеҙмәткәр алды. Программа йәш ғаиләләргә адреслы ярҙам булды, сөнки аҡса алыусыларҙың күбеһе – йәш ғаиләләр. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 500-шәр мең һум: 29 балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыһы, 28 мәҙәни-ял учреждениеһы, ике китапхана һәм бер музей хеҙмәткәре алды, – тине Әминә Шафиҡова Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Бөгөнгө көнгә 27 кеше фатир йәки йорт өсөн тәүге иғәнә индергән, өлөшләтә йәки ипотека кредиттарын ҡаплаған, ремонт эштәрен планлаштырған, ә 17-һе йорт һалыу өсөн төҙөлөш материалдары һатып алған. Һайлап алыу шарттары буйынса, белгестәр урындарҙа кәмендә биш йыл эшләргә тейеш буласаҡ.

Мәҫәлән, “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Салауат районының Мөрсәлим ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе менән ауыл Мәҙәниәт йорто (майҙаны 700 квадрат метр) төҙөлдө. Ул 2020 йылдың ғинуарында асылды. Күптән түгел Балалар сәнғәт мәктәбендә йәш белгес Зилә Камалова уҡыта башлаған. Салауат районының Урмансы ауылынан сыҡҡан ҡыҙ субсидиялар ярҙамында Мөрсәлим ауылында йорт һатып алған.
Шишмә район мәҙәниәт йортонда аккомпаниатор-концертмейстер Айҙар Басиров хәләл ефете менән ике бала тәрбиәләй. Өсөнсө быуын гармунсыһы, 2020 йылда Шишмә районына Кушнаренконан күсеп килгән. Субсидия йәш ғаиләгә фатир һатып алыуға ипотека кредитлауы сиктәрендә тәүге иғәнә индерергә мөмкинлек биргән.

Ишембай районының Берҙешле ауыл клубы мөдире Татьяна Подосинова бер үҙе ике бала тәрбиәләй. Субсидияға ул яңы йорт төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алған.

– Әлбиттә, күберәк ярҙам итке килә, беҙ был программаны башланыҡ, ләкин уны ентеклерәк өйрәнергә кәрәк. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, ҡатмарлы осорҙо сабырлыҡ менән үттегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендә 15 меңдән ашыу кеше эшләй. Уларҙың күпселек өлөшөн (11 меңгә яҡын кеше) муниципаль учреждение белгестәре тәшкил итә. 2013 йылдан ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре һәм учреждениелар үҙҙәре 50 һәм 100 мең һумлыҡ гранттар ала башланы. 2021 йылдан был дәүләт ярҙамы “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла. Программа эшләй башлағандан алып 314 хеҙмәткәр һәм 403 учреждение бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр сифатында финанс саралары алды.

Фото: gazpromfakel.ru

Авторҙар:AdminQ AdminДильбар Ишмуратова
Читайте нас: