Зилә Камаева – Салауат районындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең Мөрсәлим ауылы бүлексәһендә рәсем дәресе уҡытыусыһы. Бәләкәстәрҙе һүрәт төшөрөү нескәлектәренә генә түгел, керамика менән эшләргә өйрәтә, композиция төрҙәре серҙәрен аса, сәнғәт тураһында әңгәмәләр ойоштора.
Зилә Златоуст педагогия колледжында уҡып, рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы һөнәренә эйә булған. “Башта мәҙәниәт өлкәһе ылыҡтырмаған кеүек булһа ла, һүрәт төшөрөү сәнғәте ҡыҙыҡтырҙы, – тип һөйләй йәш белгес. – Ваҡыт үтә килә, башта уның тарихын өйрәнә башланым, аҙаҡ инде тотош мәҙәниәт донъяһы йәлеп итте. Иң ҡыҙыҡһынғаным – ҡулланма-биҙәү сәнғәте. 5-се курста уҡығанда балалар сәнғәте мәктәбендә йәки балалар ижады йортонда эшләргә, түңәрәктәр алып барырға теләгәнемде аңланым”.
Шуға ла Урмансы ауылы ҡыҙы үткән йәйҙә, диплом алғас, тыуған ауылына ҡайтҡан. Тәжрибә йыйыр, оҫталыҡ туплар өсөн ауыл ерендә ҡалыу отошло тигән фекергә килеп, ата-әсәһе менән бергә эш табыу мәсьәләһен хәл итергә тотонған.
Малаяҙ Балалар сәнғәте мәктәбе етәксеһе йәш белгескә Мөрсәлим ауылына барырға тәҡдим итә. Зилә, әлбиттә, ҡыуанып риза була.
Тик бына Мөрсәлим менән Урмансы араһы – 12 саҡрым. Көн дә эшкә барыу, ҡайтыу мәсьәләһе бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра-тыуҙырыуын, шулай ҙа ҡыҙ күңелен төшөрмәй.
Һәм бына бер көн етәкселеге йәш белгескә республикала бойомға ашырыла башлаған “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. “Программа яңыраҡ сыҡты, шуға ла мин башта унда эләгеремә өмөт тә итмәгәйнем, – ти Зилә. – Ә исемлеккә ингәнемде белгәс, шатлығымдың сиге булманы. Ике уйлап тормай, бүленгән аҡсаға Мөрсәлимдә торлаҡ һатып алдым. Хәҙер көн дә тиҫтәләрсә саҡрым юл үтеү мохтажлығы артта ҡалды, йәшәргә уңайлы урыным бар. Шуға ла эшемә көсөм дә, ваҡытым да күберәк ҡала”, – тип ҡыуана Зилә.
Йәш белгес артабан да белемен камиллаштырыу, балалар менән ҡолас йәйеп эшләү ниәттәрен тормошҡа ашырырға ынтыла. Уға уңыштар теләргә генә ҡала.
Фотолар – геройҙың шәхси альбомынан.