Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың ошо юлдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде. Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залының Бәләкәй залында исемле йылдың төп йүнәлештәре менән таныштырыу кисәһе ойошторолдо.
“Мәҙәниәт – ул тәжрибә”
Был сараның арҙаҡлы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең 105 йыллығына арналған концерт алдынан үтеүе оло әһәмиәткә эйә. Киң йәмәғәтселеккә исемле йылдың дөйөм концепцияһы һәм сәнғәт төрҙәре буйынса аныҡ йүнәлештәре күрһәтелде. Музыка, һүрәт төшөрөү, биҙәү-ҡулланма халыҡ ижады, хореография, кинематография, әҙәбиәт йүнәлештәре айырым билдәләнде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты, ул сығышында мәҙәниәттең һәм рухи мираҫтың мәңгелек ҡиммәттәр булыуына баҫым яһаны.
– Мәҙәни һәм рухи мираҫ – көнүҙәклеген һәр саҡ һаҡлай торған ҡиммәттәр, беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе. Был мираҫ үҙендә тотош халыҡтың тарихын, уның өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең кәйефен һәм йолаларын, заман һулышын да һаҡлай. Кеше үткәндәргә, рухи байлыҡҡа мөрәжәғәт иткәндә генә киләсәккә табан ышаныслы атлай. Быйыл ҡуйылған маҡсаттарға бергә өлгәшергә яҙһын, тип теләйем, – тине Азат Шамил улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова:
– Беҙҙең өсөн бөгөн бик бай һәм эстәлекле көн. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте, Рәсәй Президенты В.В. Путин илебеҙ халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен, мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни традицияларын, тарихын һәм ҡомартҡыларын, этномәҙәни күптөрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, маҡсаттар ҙур, халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында һүҙ бара – бөгөн ошо хаҡта фекер алышырға йыйылдыҡ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов түбәндәгене билдәләне:
– Мәҙәниәт – ул тәжрибә. Кешеләрҙең тормош юлын ҡороу тәжрибәһе. Халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһо һөҙөмтәһе. Заманында Көньяҡ Урал халҡы – юғары палеолит осоронда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ – тотош кешелек өсөн сәнғәткә старт биргән, донъяға икенсе йүнәлештән, яңы күҙлектән баҡҡан. Уйлауымса, мәғрур Урал үҙе үк, боронғо һәм бөйөк тауыбыҙ булараҡ, тирә-яҡ мөхитте аңлауға һәм төшөнөүгә этәргес булғандыр. Ошонда төпләнгән һәм тамырланған һәр кемдең күңелендә Уралдың тәрән эҙ ҡалдырыуына иманым камил һәм ошо үҙенсәлек “Урал батыр” эпосында ла асыҡ сағылыш тапҡан. Башҡорт халҡының ижады, фольклор мираҫы эстәлегенең иҫ киткес бай булыуының төп сәбәптәре тап ошондалыр: әҫәрҙәрҙәге һәр шишмәнең, тау итәгендәге таштарҙың үҙ тарихы бар.
Кеше тормошоноң төп мәғәнәһе тап ошонда: тирә-яҡты йәнләндереү, тереклекте күреү, уны кешелектең бер өлөшөнә әүерелдереү. Кешелектең үҫеше, ғөмүмән, тәбиғәт менән органик симбиоздың үҙ-ара тәьҫире һөҙөмтәһендә генә мөмкин. Башҡорт халҡының мәҙәниәте — бөтә кешелек өсөн уникаль тәжрибә. Беҙ уны быуындан-быуынға тапшырырға ғына түгел, үҫтерергә, бөгөнгө ысынбарлыҡҡа яраҡлаштыра алырға тейешбеҙ. Һәр быуын йәшәү мәғәнәһен яңыса, үҙенсә аңлай. Был бурыс беҙҙең быуынға ла йөкмәтелгән. Юҡҡа ғына Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизы итеп мәшһүр “Урал батыр” эпосының барлыҡ тарихи дәүерҙәр һәм кешелек өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк булып яңғыраған өҙөк алынмаған: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!” Тап ошо әйтемдә рухи байлығыбыҙҙың нигеҙен – “Башҡорт рухы” һүҙбәйләнешендә сағылған хис-тойғоларҙың ҡеүәтен эҙләргә тейешбеҙ, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Модерн менән традицияларҙы нисек яраҡлаштырырға?
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сараларының төп үҙенсәлеге – уларҙың яңы башланғыстарға, башҡорт халҡының бай рухи мираҫына ижади ҡараш асыҡлығы. Был йәһәттән профессионалдар, ошо өлкәлә үҙаллы шөғөлләнеүселәр, студент йәштәр, мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурстар ойоштороласаҡ. Асыҡ платформа йәш һәм өлкән коллективтарға ижадын киң йәмәғәтселеккә еткереү мөмкинлеген бирәсәк. Башҡорт мәҙәниәтенең традицион элементы булған һабантуй яңы һулыш кисерә. Былтыр республиканың төрлө райондарында ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында халыҡ байрамының яңы форматы өйрәнелеп хупланды.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ошо ғәмәли сараларҙы милли этноурам булдырыу буйынса берҙәм тәҡдимдәргә индереү, милли ризыҡтар менән фудкорт, башҡорт милли уйындары буйынса аниматорҙар эшен йәнләндереү, фотозоналар ойоштороп, милли кейемдә ғаилә фотосессияһы үткәреү күҙаллана.
“Бәйге” башҡорт күп алышы ярыштары форматы республиканың барлыҡ райондарына индерелеп, һабантуй байрамы барышында үткәреләсәк. Иң яҡшы район командалары Шүлгәнташ, Торатау, Сусаҡтау, Ҡандракүл, Салауат Юлаевтың ауылы, Яңауыл зона этаптарында көс һынашасаҡ. “Бәйге”нең финал уйындары Туймазы районында үтәсәк.
Йәш быуын белеп үҫһен
Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн саралар, “Кесе ҡоролтай” балалар башҡорт ҡоролтайын булдырыу планлаштырыла. Ул башҡорт гимназиялары уҡыусыларын туплаған берҙәм майҙансыҡ буласаҡ (бәйгеләр, викториналар, дебаттар, конкурстар, дискотекалар, донъяуи кафе һ.б. ойоштороу ҡарала). Рәсәйҙең башҡа төбәктәре уҡыусылары республикабыҙға килгәндә урындағы мәҙәни учреждениеларҙа башҡорт мәҙәниәте менән таныша аласаҡ. Төбәк телевидениеһы профессионалдары ярҙамында балалар араһында видео-блогерҙар конкурсы уҙасаҡ. Киләсәген сәнғәт өлкәһендә күргән өлкән класс уҡыусылары өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар үткәреү планлаштырылған.
Исемле йылда йәш быуын башҡа сараларға ла әүҙем йәлеп ителәсәк, шул иҫәптән “Башҡортостан ынйыһы” мәғариф ойошмалары фольклор коллективтары конкурсында ҡатнашасаҡтар. Мәғариф учреждениеларында төрлө темаға дәрестәр, викториналар үтәсәк. Уларҙа “Урал батыр” мәктәбе ойоштороу, ә йәйгеһен Рухи берҙәмлек көнөндә “Рухиәт байрамы” уҙғарыу ҡарала – ул башҡорт эпосының рухи вариҫтарын берләштерәсәк.
Сараларҙың ҙур өлөшө башҡорт мәҙәниәтен фәнни йәһәттән өйрәнеүгә һәм ғәмәли файҙаланыуға бағышланасаҡ. Йыл дауамында “Урал батыр” эпосына, Башҡортостан фольклорына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреү планлаштырылған. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни һәм ғилми-популяр баҫмалар әҙерләнәсәк. Уларҙа башҡорт рудаһы белгестәре, металлургтар, руда етештереүселәр, геологтар, нефтселәр – илебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләре күрһәтеләсәк. Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу эштәре башҡорт нефтенең 90 йыллығы уңайынан уҙғарылған тарихи-этнографик тикшеренеүҙәрҙә сағылдырыласаҡ. Тасимов уҡыуҙары ла ошо уҡ темаға – тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыуға арнала.
Медиатармаҡҡа ла ҙур өмөт бағлана
ЛингвоДок платформаһында эш дауам итәсәк, уның нигеҙендә белем биреү программалары булдырыу күҙаллана. Атап әйткәндә, мәктәптәрҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса башланғыстар хупланасаҡ. Башҡорт фольклоры, этнографияһы, милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса уҙғарылған фәнни сессия тотош Рәсәй буйынса ғалимдарҙы йәлеп итер, тип күҙаллана.
Башҡорт ырыуҙары тарихының яңы блогы – “Башҡорт ырыуҙары атласы” нәшерләүгә әҙерләнә – был да башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә тос өлөш индерәсәк. Башҡорт мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең айырым жанрҙар йүнәлешендә үҫтереү йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар, стратегик сессиялар үткәреү ҡаралған. Ғалимдар ҡатнашлығында мәҙәниәт проекттарын баһалау өсөн Эксперттар советы ойоштороу күҙаллана.
Медиатармаҡ — мәҙәни киңлектең бер өлөшө. Башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға, һәләтле шәхестәрҙе эҙләүгә беҙҙең медиатармаҡ та үҙ өлөшөн индерә. Тамашасылар иғтибарын “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре, “Юлдаш-хит” популяр йырҙар башҡарыусылар, “Башҡорт йыры” телевизион бәйгеһе, “Юлдаш йыры”, “Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар радиоконкурстары, “Юлдаш плюс” йәш башҡарыусылар, “Сулпылар” телевизион конкурстары йәлеп итте, һәм улар халыҡ араһында популярлыҡ яуланы.
XIX быуаттан башлап журналистар гәзит-журналдар биттәре аша, радио һәм телевидение эфирынан йәмәғәтселек мәҙәниәтен формалаштыра. Шуға күрә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп маҡсаттарының береһе булып йыл һайын үткәреләсәк “Медиайыйын” матбуғат саралары форумында ҡатнашыу, уртаҡ эш йүнәлештәрен билдәләү ҙә күҙаллана.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт тармаҡтары өсөн
Профессиональ һәм үҙешмәкәр театр коллективтары үҙ эштәрен биш республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа тәҡдим итә аласаҡ. Һүҙ Фәрдүнә Ҡасимова призына “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале, Әхтәм Абушахманов призына үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестивале, “Тере һүҙ” шиғри оҫталыҡ, поэтик әҫәрҙе художестволы һәм музыкаль уҡыу буйынса республика йәштәр фестивале, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивале, Балалар һәм йәштәр театрҙарының республика фестивале хаҡында бара.
Халыҡ көй-моңдарын яратыусылар үҙ оҫталыҡтарын тальян, мандолина, скрипка, ҡурай һәм ҡумыҙ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса район һәм ҡала бәйгеләрендә күрһәтә ала. Йәш таланттарға иһә “Елкән” музыка конкурсы ярҙамға киләсәк. Профессиональ һәм үҙешмәкәр музыканттар үҙҙәренең һәләттәрен ҡурайсылар өсөн конкурстарҙа, “1812 йылғы Ватан һуғышы йырҙары”, “Башҡорт марштары”, “Оҙон көй” номинацияларында һынап ҡарай аласаҡ. Ҡумыҙҙа уйнаусыларҙы “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы берләштерәсәк. Шиғриәттә һәм әҙәбиәттә ҡәләмен һынаусылар быйыл үҙҙәренең көсөн сәсәндәр өсөн ойоштороласаҡ ижади конкурста һынай аласаҡ. Сара башҡорт халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланасаҡ.
“Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Башҡорт йыры”, мөнәжәт башҡарыусылар бәйгеләре иһә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы йәлеп итәсәк, һәләтле яңы исемдәрҙе асасаҡ.
Кинематография – мөһим йүнәлеш
Һуңғы йылдарҙа башҡорт кинематографияһы ла аяғында ныҡлы баҫып торғанын иҫбатланы. Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылының саралары, ғөмүмән, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеүгә, кинематографияла яңы форматтар эҙләүгә, яңы кадрҙар табыуға йүнәлтелгән. “Ер һүҙе Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проектында (www.slovo-zemli.ru) ҡатнашыу кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәргә сценарий яҙыу һәм режиссура оҫталығы серҙәренә төшөнөргә ярҙам итәсәк. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн республиканың Кинематографистар союзында оҫталыҡ дәрестәре һәм кинолекторийҙар ойоштороласаҡ, ә профессионалдар өсөн “Киләсәккә аҙым” республика конкурсы, “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Район һәм ҡала кимәлендәге саралар үткәреүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәҫәлән, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булған һабантуйҙарҙың яңы форматы тәҡдим ителә. Былтыр улар бер нисә районда ойошторолдо ла.
Кинорежиссер, Рәсәйҙең Кинематографтар союзы, Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Булат Йосопов Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сараларының йәмғиәтебеҙҙең киләсәге өсөн мөһимлеген билдәләй:
– Әҙәби һәм сәхнә образдары кешенең тойғо-хисе аша киләсәгебеҙҙе формалаштырыу көсөнә эйә. Шул иҫәптән беҙ аралашыу мәҙәниәтен тергеҙеү, бер-береңә хөрмәт тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Ошоларҙың барыһын да кинематографияла, музыкала, һүрәттәрҙә, публицистикала сағылдырырға мөмкин һәм кәрәк. Сараларҙың үҙешмәкәр ижад өсөн асыҡлығы, төрлө йәштәге сәнғәт кешеләре өсөн конкурстарҙың күплеге, балалар һәләтен асыу мөмкинлеге киңәйеүе лә ҡыуаныслы хәл. Ғөмүмән, проекттың, профессиональ кимәлгә ҡарамайынса, ижади башланғыстарҙы күрһәтеү өсөн асыҡлығы һөйөндөрә. Был бик мөһим: ошондай мәҙәни мөхит яҡшы кәйеф булдыра — шул саҡта ғына ижад итергә мөмкин, — тип билдәләне Булат Тимербай улы.
Исемле йылға ярашлы билдәләнгән сараларҙың төп үҙенсәлеге – быуаттар төпкөлөнән килгән мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыу менән бергә, яңы ижади йүнәлештәргә лә иғтибар бүлеү. Төклө аяғың менән, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы, тип әйтергә ҡала. Барлыҡ пландарҙың тормошҡа ашыуын һәм республика өсөн һөҙөмтәле, сағыу йыл булыуын теләйек.
* * *
Ләйлә ИСМӘҒИЛЕВА, билдәле композитор, пианист, абруйлы педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе:
– Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы йәмәғәтселек өсөн ваҡытлы ла, урынлы ла. Йылды презентациялау сараһының үҙенсәлекле концерт – бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең уникаль классик әҫәрҙәренән торған программа алдынан үтеүе лә ниндәйҙер кимәлдә символик әһәмиәткә эйә.
Ғәмәлдә, “Башҡорт классикаһының алтын биттәре” тип аталған концерт Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры башҡарыуында (дирижер – Дмитрий Крюков) “Мин — россиян” кантатаһы, “Үлемһеҙлек” вокаль-симфоник поэмаһы, “Салауат Юлаев” операһынан фрагменттар , “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһына увертюра, “Сыңрау торна” балетынан өлөштәр бар, оркестр менән фортепиано өсөн концерт, кларнет өсөн поэма һәм башҡа әҫәрҙәр яңғыраны. Солист булараҡ республика мәҙәниәтенең сағыу йондоҙҙары Шәүрә Сәғитова (фортепиано), Артур Нәзиуллин (кларнет), Диләрә Иҙрисова (сопрано), Иҙел Аралбаев (тенор), Артур Шәрипов (баритон) сығыш яһаны. Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижер – Алһыу Хәсбиуллина) концертҡа ҡеүәт өҫтәне. Был сара презентацияның юғары кимәлен билдәләне һәм артабан власть вәкилдәренә һәм йәмәғәт ойошмаларына ошо көндә яңғыраған пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн берләшергә кәрәклеген аңғартты. Шуныһы шатлыҡлы: проект профессиональ кимәлгә ҡарамаҫтан, ижади потенциалды күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Республикалағы музыкаль йүнәлешкә килгәндә, Башҡортостан Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Мәсәлим Вәлиев, Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов һәм башҡа билдәле композиторҙар менән ғорурлана, уларҙың милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән олуғ өлөшөн юғары баһалай.
Ошо йылдар эсендә Башҡортостанда композиторҙар мәктәбенең, художестволы элитаның ҡабатланмаҫ, уникаль конгломераты барлыҡҡа килде. Музыкаль әҫәрҙәр республиканың һәм илдең алдынғы коллективтары репертуарына ингән. Былтыр иһә беҙ республиканың Композиторҙар союзының 80 йыллығын билдәләнек. Республика Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт – уларҙың ҡеүәтле ярҙамын тойҙоҡ. Фестиваль барышында беҙ Башҡортостандағы композиторҙар мәктәбенә нигеҙ һалған, милли классик музыка сәнғәтен булдырған аҫыл шәхестәребеҙ иҫтәлеген барланыҡ. Улар иҫ киткес көслө, рухлы, һәләтле шәхестәр булған. Башҡорт композиторҙарының үлемһеҙ әҫәрҙәрен мәңгеләштереүгә килгәндә, был йәһәттән ҙур эштәр башҡарылған һәм ул әле лә дауам итә.
Беҙҙең республикала мәҙәниәт тармағына иғтибар һәр саҡ юғары булды һәм әле лә шулай ҡала. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы ла – ошоға дәлил. Был ғәмәл беҙгә ошо йүнәлештәге пландарыбыҙҙың һәм проекттарыбыҙҙың тормошҡа ашыуына өмөт бирә.
Башҡортостанда йәмәғәтселекте дөйөм ҡиммәттәр эргәһенә туплауға өлгәшкәндәр: беҙ кешеләрҙә милли мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ, мәҙәни элитаның да өлгөрөп еткән гражданлыҡ позицияһы бар. Бергәләшеп хәл иткән мәсьәләләргә республика властары тарафынан, ғәҙәттәгесә, иғтибар ҙур булыр, тип ышанабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – мәҙәниәткә яңы ҡараш булдырыу, уның ысынбарлыҡтағы хәлен һәм йәмғиәт өсөн әһәмиәтен күрһәтеү.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.