Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Барыһына ла ваҡыт таба.

Ғалим. Профессор. Йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, абруйлы ғалим, күпме тиҫтә быуын студенттарҙың яратҡан остазы, юғары рухлы һәм мәҙәниәтле шәхес Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин. Ә мин ошо титулдарға “Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы, хатта бөйөк исемде лә өҫтәр инем.

Рәхмәтебеҙ сикһеҙ

 

Эйе, бөгөн уның уҡыусылары Башҡорт­ос­танда һәм күрше өлкә­ләрҙә генә түгел, ә бөтә Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә йәшәй һәм ең һыҙғанып эшләй, ҙур хеҙмәт уңыштарына өлгәшә. Был бер ҙә арттырыу түгел: БДУ-ны тамам­лаған һәм бөгөн АҠШ-та, Чехияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Италияла йәшәгәндәре менән мин дә элемтә тотам.

Ғиниәтулла Ҡунафинды фән донъяһы вәкилдәре, вуз студенттары ғына түгел, мәктәп уҡыу­сылары ла яҡшы белә. Уның уҡыусылары күренекле ғалимдар ғына түгел, маҡтаулы мәктәп уҡытыусылары ла! XIX быуат мәғрифәтселәренең тормошон һәм ижадын төплө өйрәнеп, киң йәмәғәтселеккә еткереү өҫтөнә ул үҙе лә “Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған һәм уны тулыһынса аҡлаған шәхес.

Ғалим мәктәптәр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән бәйләнеште өҙмәй. Нисек, тиһегеҙме? Беренсе­нән, ул – дәреслектәр авторы. Икен­сенән, республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙға­рылған төбәк-ара олимпиада­ларҙың алыштырғыһыҙ баһалама ағзаһы. Өсөнсөнән, уҡыусылар өсөн ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеләрендә лә Ғиниә­тулла Сафиулла улын осратабыҙ.

Ә йыл да ойошторолоп, уңышлы үтеп килгән “Йыл уҡы­тыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурстарын Ғиниәтулла Ҡунафин­дан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай! Ул баһалама рәйесе йәки ағзаһы ғына түгел, ә иң әүҙем һорау биреүсе лә, бәйгесенең хатаһын күрә һалып, төҙәтеп, уны тейешле йүнәлешкә бороп ебә­реүсе лә, аҡыллы кәңәшсе лә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡанда, тиҙ генә уйынға бороп, йәтеш кенә юмор ҡулланып, уҡытыусыны ауыр хәлдән тартып алыусы ла! Мәҫәлән, сығыш яһаусы онотолоп, артыҡ мауығып китһә, ваҡыты үтә башлаһа, ҡайһы бер баһалама ағзалары кеүек, ҡырҡа ғына туҡтатып ҡуймай, ә ҡулындағы ручкаһын башы өҫтөнә күтәрә лә түңәрәк яһай, йәнәһе, “регламент бөттө, түңәрәкләй башлағыҙ, йомғаҡлағыҙ…” Ә үҙе йылмайып ултыра! Бына шундай ябай ғына күренеш, ә күпме ихласлыҡ, ябайлыҡ, ярҙамсыллыҡ! Ошо мәртәбәле бәйгелә ҡатна­шып, ҙур һынауҙар аша үткән, үҙҙәренә күпме тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙың Ғиниәтулла Сафиулла улына рәхмәте сикһеҙ.

Абруйлы ғалимдың: “Кешемен тигән кешегә бөтә яҡшы нәмә – рухи көс, илһам тыуған еренән, атай йортонан, мәктәптән һәм китаптан килә”, – тигән һүҙҙәрен дә уҡыусылар яҡшы белә. Уның “Сәйетбаба – изге төйәк”, “Изге лә ул, нурлы ла” тигән китаптары мәктәп уға ни тиклем мөһим, ҡәҙерле һәм яҡын булыуы тураһында һөйләй.

Эйе, уҡыусылар өсөн дәреслек­тәрҙе һәр ғалим да яҙа алмай. Уның өсөн ғилем генә етмәйҙер ул, мәктәпте, уҡыусыларҙы белеү һәм яратыу, балалар психоло­гияһын аңлау кәрәктер, минеңсә. Миҫал өсөн: “Башҡорт әҙәбиәте. Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн дәреслек”. Авторҙары: Ғ.С. Ҡуна­фин, М.Х. Иҙелбаев. 3-сө баҫма. Башҡортостан Республи­каһы Мәғариф һәм фән министр­лығы тарафынан раҫланды. Өфө, Китап, 2020. 296 бит.

Барыбыҙға ла билдәле: 9-сы класс материалы уҡыусылар өсөн иң ҡатмарлыһы, сөнки әҙәбиәт эҙмә-эҙлекле тарихи-эстетик процесс рәүешендә өйрәнелә. Халыҡ ижады һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте, Башҡортостанда боронғо һәм урта быуаттарҙағы ҡулъяҙма әҙәбиәт, XIX быуат башҡорт яҙма һәм баҫма әҙәбиәте, XX быуат башы башҡорт әҙәбиәте. Дөйөм төрки телдә яҙылған әҫәрҙәр балаларға ауыр бирелә, ләкин авторҙар тарафынан бик ентекле, аңлайышлы телдә анализдар, аңлатмалар, әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе йәки сюжеты тәҡдим ителә, һүҙлек эштәре лә күҙ уңынан ысҡын­дырылмай. Үҙаллы һәм өйгә эштәр уҡыусыларҙың йәш үҙенсә­лектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.

 

Легендалар йөрөй...

 

Башҡортостандың XIX һәм XX быуат башы мәҙәниәте һәм әҙә­биәтенең торошо, үҫеше ентекле тикшерелгән. Ш. Зәки, Ә. Ҡарағош, Һ. Сәлихов, М. Ҡотош-Ҡыпсаҡи, С. Күкләшев, Аҡмулла, М. Биксурин, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдин, М. Ғафури, Ш. Бабич кеүек бөйөк шағирҙарҙың, сәсәндәрҙең, ғалим-яҙыусыларҙың тормош юлдары һәм ижадтары хаҡында яҙылған бүлектәрҙең ҡиммәте бигерәк тә ҙур.

“Һуңғы һартай” – тетрәндергес әҫәр. Был мәшһүр ҡомартҡыбыҙ менән таныштырған дәреслек авторына уҡыусыларыбыҙҙың рәх­мәте ҙур. Балалар “Ҡисса-и Йософ”то, ”Хөсрәү вә Ширин”де, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһы­лыу”ҙы яратып өйрәнә. “Таһир менән Зөһрә”нең йөкмәткеһе лә ҡыҙыҡһындыра уларҙы, сөнки һәр класта тиерлек Таһир һәм Зөһрә исемле ҡыҙ-малайҙар ултыра (мәслихәт: һуңғы йылдарҙа хал­ҡыбыҙ саф башҡорт исемдәренә өҫтөнлөк бирә). Әлбиттә, уҡытыу­сы үҙе белгән тиклемен уҡыусы­ларға еткерә, ләкин был үлемһеҙ әҫәрҙең дә сюжеты дәреслектә бирелһә, бигерәк тә яҡшы булыр ине.

М. Өмөтбаевтың әҙәби, тәрже­мә, педагогик, фәлсәфәүи һәм тарихи эшмәкәрлеген һөйләгән мәҡәләләр – дәреслектәге иң уңышлы, ҡыҙыҡлы бүлектәрҙең береһе. Ғ.С. Ҡунафин тарафынан яҙыусы-ғалимдың бығаса ҡулъ­яҙма хәлендә һаҡланған ғилми хеҙмәттәрен, публицистик мәҡә­ләләрен, әҙәби әҫәрҙәрен, тәр­жемәләрен, хаттарын киң фай­ҙаланып, архивтарҙа, ғилми экс­педицияларҙа табылған яҙмалар араһынан, ваҡытлы матбуғат биттәренән йыйып туп­ланып, үҙенең баш һүҙе һәм аңлатмалар менән сығарылған “Йәдкәр” китабы халҡыбыҙ өсөн ысын йәдкәр булды. Автор мәшһүр ғалимыбыҙҙы Милләт атаһы дәрәжәһенә күтәрә. “Башҡорт Карамзины” булып хәтерендә ҡала балаларҙың.

Дәреслектең М. Аҡмулла, М. Ға­фури, Ш. Бабичҡа арналған бүлектәре лә бөйөк шәхестә­ребеҙҙең тормош юлын һәм ижадын тулы сағылдыра. Ғ. Ҡуна­фин­дың ”Аҡмулланың шиғри йәйғоро”, (2011), ”Ш. Бабичтың ижад офоҡ­тары” (2015) тигән хеҙмәттәре уҡыусылар тарафынан иншалар яҙғанда, фәнни-тикшеренеү эштә­ре башҡарғанда киң файҙаланыла.

Ҡыҫҡаһы, “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслегенең дә, хрестоматияның да яңы баҫмаһы йөкмәткеһе яғынан бай, биҙәлеше сифатлы булыуы менән уңышлы, ул мәктәп уҡытыусыларын да, уҡыусыларҙы ла берҙәй ҡәнәғәтләндерә.

Профессор Тимерғәле Килмө­хәмәтовтың: “Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре үҙен өс юҫыҡта күрһә­тергә тейеш: педагог-ойоштороу­сы, ғалим һәм тәрбиәсе булараҡ. Ғ.С. Ҡунафин юғары кимәлдә ошо сифаттарға эйә… Тағы ла уның йомартлығы һәм талапсанлығы тураһында легендалар йөрөй”, – тигән һүҙҙәре менән килешмәйенсә мөмкин түгел. Фәнгә лә, мәғариф өлкәһенә лә ҙур өлөш индергән күренекле шәхес ул.

 

Ғалим да, тәрбиәсе лә

 

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафинды “Уҡытыусыларҙың уҡы­тыусыһы” тип билдәләүҙең тағы бер сәбәбе – уның “Башҡорт­остан уҡытыусыһы” журналында даими баҫылып барған методик, аналитик мәҡәләләренең булыуы. Беҙ уларҙы көтөп алабыҙ, көндә­лек эшебеҙҙә файҙаланабыҙ, кә­ңәш­тәрен тотабыҙ. Был – Т.Ә. Кил­мө­хәмәтов ағайҙың “вуз хеҙмәткәре тәрбиәсе лә булырға тейеш” тигән һүҙҙәренә тағы бер ҡеүәт. Әҙәбиәтебеҙҙең револю­цияға тиклемге осорон ентекле өйрәнеү менән генә сикләнмә­йен­сә, ғалим бөгөнгө әҙәби әҫәрҙәргә лә бик иғтибарлы, уларға үҙ мө­нәсәбәтен белдереп, үҙ баһаһын биреп бара. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылған хеҙмәттәре шуны иҫбатлай.

Ғ.С. Ҡунафинды Ғайса Хөсә­йеновтың шәкерте тип тә атайҙар. Бөгөн оло ғалим үҙенең барлыҡ остаздарының ышанысын аҡлауы менән дә бәхетле. “Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов, Ғилемдар Рамазанов, Әнүр Вахитов, Вафа Әхмәҙиев, Ғайса Хөсәйенов ғилем донъяһына төплө һәм өмөтлө ғалим килеүенә ышана. Аспирант Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡазан, Ырымбур, Мәскәү, Ленинград (Санкт-Петербург) ҡалаларының архивтарында эҙләнә, экспедицияларға йөрөй. М. Өмөтбаевтың “Башҡорт­тар” исемле очеркын табып алып ҡайтып, матбуғатта баҫтырыуы әҙәбиәт һәм фән донъяһында ҙур ваҡиға булды”, – тип яҙа филология фәндәре докторы, профессор Г.Н. Гәрәева. Ошо дәрте, көсө, егәр­лелеге ташламаһын уҡытыу­сыбыҙҙы.

Ғиниәтулла Сафиулла улының күренекле йәмәғәт эшмәкәре, әүҙем йәмәғәтсе булыуы бары­быҙға ла билдәле: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты ағзаһы, Яҙыу­сылар союзы идараһының тәнҡит бүлегендә эшләү, төрлө комис­сияларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашыу… Хөрмәтле ғалимдың шуларҙың бары­һына ла ваҡыт табыуы ҡыуаныслы.

700-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, монография, дәреслек һәм уҡыу әсбаптары авторы, профессор Ғ.С. Ҡунафин фәнни, педагогик һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн “Салауат Юлаев” орденына, “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Рәсәй Федера­цияһы­ның почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткә­ре” тигән маҡтаулы исемдәргә, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ж. Кейекбаев исемендәге премияларға, бик күп төрлө билдәләргә, Маҡтау ҡағыҙҙарына, стипендияларға лайыҡ булды.

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин әле лә фән донъяһында ең һыҙғанып хеҙмәт итә, студенттарына белем ҡанаттары ҡуйып, тормош йыһанына осора, йәмәғәт эштәрендә ҡайнай. Абруйлы ға­лим, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһына ныҡлы сәләмәтлек, яңы фәнни асыш­тар, хәҙергеләй егәрлелек һәм талапсанлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

 

Зилә ПСӘНЧИНА,

Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

 

Күгәрсен районы.

Читайте нас: