-3 °С
Ясна
Яҙҙың тәүге көнөндә, Башҡорт ғаиләһе көнөндә Ҡарабулатовтар ғаиләһенә оло шатлыҡ килде: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Зөлмәрә менән бейеүсе, телетапшырыуҙар алып барыусы Ильяс Ҡарабулатовтарҙың улдары тыуған.
Ижади ғаиләне – көтөп алған сабыйҙары, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевты – бүләһе, ә халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовты ейәне тыуыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бәпәйҙең имен-һау, атай-инәйле булып үҫеүен теләйбеҙ! Төклө аяғың менән, сабый!
Фото: ирекле сығанаҡтан.