Бөтә яңылыҡтар

Йәп-йәш әле минең әсәйем!

Танылған йәш йырсы Ян Лира әсәһен тыуған көнө менән ҡотланы.

Йәп-йәш әле минең әсәйем!
Йәп-йәш әле минең әсәйем!

Бөгөн исеме сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһында киң билдәле Зилә Лира тыуған көнөн билдәләй. Беҙ уны төрлө яҡлап талантлы, һәләтле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы шәхес тип беләбеҙ.

Зилә Мазһар ҡыҙының ҡулынан килмәгән эш юҡтыр: моңло тауышлы йырсы ла, оҫта ойоштороусы ла, төрлө кимәлдәге сараларға сценарийҙар яҙыу оҫтаһы ла, халҡыбыҙҙың милли асылына тоғролоҡ һаҡлаусы ла тип беләбеҙ уны. Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында кейеҙ баҫыу кәсебеҙ тергеҙеп, улай ғына түгел, был шөғөлдө сәнғәт кимәленә еткереп тә билдәлелек яуланы Зилә Лира.

Улы – танылған йәш йырсы Ян Лира – әсәһенең терәге лә, таянысы ла, ҡыуанысы ла. “2 март – әсәйемдең тыуған көнө. Йәп-йәш әле минең әсәйем! Әсәй, бәхетле бул, гел шулай шат йылмайып йәшә! Был йыр ныҡ тура килде әле ул", - тип яҙып, ҡәҙерле кешеһенә матур йыр бүләк итте бөгөн Ян.

Зилә Мазһар ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, именлек-һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм балҡыштар теләйбеҙ!

Фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ян һәм Зилә Лира” төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: