Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Искәндәр Ғәзизов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән – “Онотма” тигән концерт программаһын ҡуя.
Концертта Заһир Иҫәнсурин, Евгения Цыпина, Салауат Хәлилов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Айгөл Әсәҙуллина һәм башҡа сәнғәт оҫталары сығыш яһаясаҡ.
– Концерт программаһы бик бай буласаҡ. Быға тиклем башҡарылмаған яңы йырҙарымды сәхнәгә сығарасаҡмын, Айгөл Әсәҙуллина менән өр-яңы дуэттарымды башҡарасаҡмын. Шулай уҡ кисәлә сығыш яһаған ижадташ дуҫтарым да тамашасыға күстәнәс әҙерләгән. 8 Мартта – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә гүзәл заттарҙы ҡыуандырырыма шатмын. Минең ижадымды яратып килгән тамашасы беҙҙең менән бергә байрам кәйефенә сорналыр, тип ышанам, – тине Искәндәр Ғәзизов.
Фото: Искәндәр Ғәзизовтың архивынан алынды.