Бөтә яңылыҡтар

Һатылмай торған милек (Хикәйә)

Бибикамал, улай-былай ҡаранып бара торғас, ҡоҙоҡ юлында йорт баҡсаһы янындағы эскәмйәлә көнбағыш сиртеп ултырған Зөбәйҙә янына туҡтаны.

Биҙрәләрен ҡатлап түңкәреп, көйәнтәһен ергә бырғытты ла, эргәһенә ҡунаҡлап:

– Колхоз биргән пай ерен һатып, Фәриҙә үҙенә куртка алған. Алған курткаһын әйтәйем инде. Уны кейгәнсе, куфайка кейермен, – тип мейеһен сәңкетеп, көндәр буйы йәнен өйкәгән көйөгөнән бушанып, өҫтөнән көсө етмәҫ ауыр йөктө алып  ташлағандай, еңел тын алды.

– Мин дә һатмайым. Әлегә өйҙә ята. Ятҡан урынында ята бирһен. Артабан күҙ күрер...

– Аҡсаға туймаған нәмәләр. Иң беренсе шулар һатты. Унар меңгә генә. Байынылармы?! Аҡса ҡолдары. Аҡса тип йәндәрен фиҙа ҡылырҙар...

– Әллә инде...

– Уныһына-быныһына барып, пайҙарын һатырға өгөт-нәсихәт уҡый.

– Барыбер һатмаясаҡбыҙ...

Бибикамал, күңелендә ҡатҡан юш­ҡынын таҙарттымы ни, әйте­рен әйтеп бөткәнен белдереп, биҙ­рәләрен көйәнтәһенә элде. Аҡса – ҡағыҙ, бөгөн булыр ҙа иртәгә юҡҡа сығыр. Әлегә ята бирһен, ҡиммәте кәмемәҫ. Әйләнсек һарыҡмы ни, мейеһе ҡайнап, күҙ алдары ҡараңғыланып, ҡуҙғала алмай торҙо. Совет заманында үҫеп, буй еткергән ауыл ҡыҙына Хоҙай милке менән һатыу итеү – бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ ят төшөнсә. Еләк, бәшмәк, ит, ҡоротон һата. Мәрхүмә өләсәһе, Талҡаҫ һыуы шифаһына рәхмәт уҡып, һыуында сирҡаныс алыр өсөн тәңкәһен ырғытып, эйәһенән рөхсәт алыр ине! Таҙа һыуҙың төбөндәге йылтырҙар... “Алырға ярамай!” – тиер ине ата-әсәһе.

Ә былар үҙҙәрен ерҙең эйәһе тип һанайҙар түгелме? Ташҡа үлсәйем! Була бит кешеләр! Бер заман Ер күсәренән ысҡынып китер ҙә, кире әйләнеп, ундайҙарҙы дөң­кәйтә һуғып, еренә һуҙып һалыр... Уй! Бибикамал, ҡурҡышынан күҙҙәрен йомоп, бер аҙ ойоно... Аллаҡайым, гонаһ шомлоҡтары... Ер тиклем ерҙе ҡулдарына төшөрөп, буйһондороп, батша булып маташалар... Хоҙай Тәғәләнән әҙерәк оялмайҙармы икән?! Биттәрендә тамсылай ҡаны бармы? Тәүбә, тәүбә! Тирә-яғына ҡарап, төкөргөләп тә алды. Ҡуйсы, ҡуйсы... Аяҡтары зымбырлай... Кәйелә-бәүелә өйөнә инеп, һыуын бушатты. Таңдан Сибай баҙарына ҡуҙғалырға кәрәк. Кешеләрҙән белешер. Уларҙа хәлдәр нисек икән? Рәсәй тигән ҙур илдә бер ул ғына бындай хәлгә тарымағандыр...

Бибикамал ун алты йыл фермала һыйыр һауҙы. Ул эшкә кит­кәндә, таң нуры әле ҡыйылмаған да була. Аяҡтары үҙенән-үҙе урам­ға тартып, ҡулдары ишек юлындағы халатына үрелеп ыҙалата. Таңғы һиллек. Эээй, Хоҙайының саф һауаһы, һулап туйып булмай. Донъяның рәхәте! Йәшә лә йәшә генә... Хәләл көсө менән төҙөгән тормошонда бер грамм хәрәм юҡ! Ғүмере буйы бил бөгөп тапҡан малының бер көндә ҡото бөттө. Ҡулыңды тығып, кеҫәңде күпме генә ҡапшаһаң да унда ҡағыҙ шыптырҙаҡтар юҡ хәҙер. Ниңә улай икән? Әллә батша тигәндәре яңылыштымы?

Ҡолаҡтарын ҡарпайтты. Йәнәһе, һауынсылар, ҡапҡастарын шарт та шорт асып-ябып, бидондарға һөт ҡоя, көтөүсе сыбыртҡыһын туҡтауһыҙ шартылдата. Бригадир, һөттөң таҙалығын тикшереп, әрләп маташа... Һағындыра. Туҡтауһыҙ ләүкелдәгән эте лә тауышын сығармай. Үлек ауылмы ни... Иртәнге һыуыҡтан яурынындағы ҡалын яулығын нығыраҡ бөркәнде.

Ҡутара һыйыр һауҙырттылар ҙа... Анһат. Эш хаҡын түләмәйҙәр. Урынына үтмәй ятҡан кейем-һалым, сыр тараталар. Ул тиклем сыр ҡайҙан йыйылғандыр? Эркелеп йөрөгән һәүкәштәре, мирнос һарыҡтары, йылҡылары йәһәннәм төбөнә китеп бөттөләрме? “Бына ҡайҙа ул һармаҡтар. Шунда эшләгәндәрҙең бала-сағаһын кем аҫрар ҙа, кем кейендерер, тип ике ятып, исмаһам, бер төштәренә инмәгәнме... Нисек йәшәргә? Малайҙарым, йәйен ат башында йөрөп, күбә тарттырып, мәктәпкә кейенергә лә үҙҙәре таба торғайны. Ҡалайтырға? Трактор, комбайндарын да ай күрҙе лә ҡояш алды. Колхоз паркында теҙелешеп, иҫәбе-һанына сығып булмай ине лә... Ҡайҙа улар? Әкиәт тә, әкәмәт тә. Исмаһам, юғарынан берәй комиссия-фәләне лә килеп урағыламаны...

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына килгән фырт ҡатын, күҙен дә йоммай: “Аптырайһы тү­гел, дүкәминт тултыра белмәйҙәр”, – тинесе. “Минекенең ике ятажлы өйө лә бар, шулай булһа ла...” – тип, уға ҡарап, ҡулдарын йәйҙе. Берәүҙең малайы дүкәминт тултыра белә икән. Малайымдың туйына бүләккә шунса гектар ер төштө, тип һалмаһынмы? Ундайҙар үҙенә кәрәккәнде генә күргән. Бибикамал һымаҡтарҙы күҙ осона ла элмәгәндәр. 

Иртәгә баҙарға. Һөт-ҡаймағын, эремсеген, картуфын, итен, утынын, миндеген... Нимә генә һатманы ул?! Әстәғәфирулла! Мосолман ҡатыны бит, юҡ-барҙы уйлап ҡуймағыҙ тағы! Ҡуй инде! Етмәһә, ире ғәрипләнеп ҡуйҙы. Колхоздың ҡалған-боҫҡанын һатып эсеп йөрөп, аварияға эләгеп, ята инде бер карауат булып. Әҡребәтен эскер! Туймаҫ ир булды әйтәгүр! Колхоздың лафаһы юҡ хәҙер. Пассажирҙар, бал ҡортомо ни, гөж килә... Бибикамал, урыҫ телен вата-емерә, хәлен аңлатҡан булды.

– Ооой, – тине йәнәшә ултырған урыҫ. – Землю даром не продавайте. Вы что? Не торопитесь. Стоимость земельного пая миллион рублей будет... Вообще, по закону нельзя разбазаривать земельным паем.

Ҡана һуң, шулай булһа. Үәт, шунда булыр тегеләргә көлкө... Үәт, үсем булыр! Законын кем белгән? Моғайын, берәй уҡыған кешелер. Ул тиклемен белгәс.

– Дыуанда ҡоҙағыйым бар. Яңыраҡ барып ҡайттым. Милек пайын тараталар икән.

– Ә беҙҙә һәр кем үҙ күмәсенә көл тарта... Бибикамал, һата торға­нын нығыраҡ үҙенә ҡыҫып тотто. Берәйһе тартып алып ҡуймаһын. 

Вокзал алды гөжләй, геүләй. Гәп һаталар... Яңыса йәшәй баш­ланыҡ, тиҙәр. Ә-ә-әй... Бибикамал, көндәлек барған мәшәҡәттәргә битарафлығын һиҙҙереп, баҙарсыларға күҙ һалды...

Бөтә нәмәне һатып була. Әммә йылға-күлдәрҙе, йыһандағы йон­доҙҙарҙы, мәғдәндәренә ҡушып ерҙе... Бибикамал һата алмай, һата алмаясаҡ! Уай-уай-уай... Был мәғ­лү­мәт ауылдың ябай һауынсы­һына асыш яһаған ғалим хеҙмәтенә тиң... Ниңә улай, былай түгел? Бер депутат Зөбәйҙәне “егерме йылдан һуң ожмахта йәшәйәсәкбеҙ” тип ышандырған. Ожмах тормошон көтә-көтә арынылар инде. Нисек йәшәрҙәр хөрриәт ожмахта? Бер ҙә генә айышына төшөнә алмай.

Уныңса, Хоҙай ерҙәгеләргә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина бүләк иткән. Ул – уныҡы. Тороп тор, Сибай ҡалаһынан ялға ҡайтҡан Әкрәм ҡәйнешенә инеп сыҡһын әле. Уны­һы нимә тиер? Уныһына тиклем:

– Һе, элек ни, ерҙе ҡайһы берәү­ҙәр бер әсмүхә сәйгә лә алмаш­тыр­ған, хатта үгеҙ тиреһенә... Хәлеңдән килһә, пажалыста, һин дә байы... – тигәйне, ер уйылып төштөмө ни, еңгә кеше бүкәненә яҙа ултырып, тәкмәсләп барып төштө.

Күл буйҙарында бәшмәк кеүек күп ҡатлы таш йорттар ҡалҡып сыҡты. Ысынлап та, шулай. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек. Бөгөн нигеҙе күренһә, бер айҙан ике ҡатлы йорто әҙер! Ҡайһыһының нигеҙендә яңы өйҙө ире мәрхүм менән әллә ун йыл төҙөнөләр. Шуттан яҙған. Өйөндә аҡса гөлөн дә ултыртып ҡарай. Сибайҙың бер уҡыған, күпте күргән кешеһе, усың ҡысып ҡына байып булмай ул, тигәйне: йә ер һаталар, йә урлашалар...

Ана, әхирәтенең ҡәйнеше силсәүиттең туғаны булғас, Сибайҙың бер байына һатып, килене лә, малайы ла машинала йөрөй. Үәт, шәптәр! Машиналары серер. Өс балаһы ҡайҙа йәшәр? Бибикамалдың ауылында ла күп ундайҙар. Бөгөнгөһө – итәктә, иртәгәһе – кетәктәме, кем белер тигәндәре, осһоҙ ғына хаҡҡа еренә ҡушып, йорт-ҡураһын да елгәрҙе. Сибай, Баймаҡ баҙарына барғанда, күҙ төптәре күгәргән, аламағолош берәҙәк ҡиәфәтендә күҙгә салыналар. Беҙ тоҡто тишеп сыға, тигәндәй, һәр тарафтан байҙарға ялсы булып ялланғандары, хатта, үҙҙәре теләп, теге донъяға киткәндәре лә ишетелә. Юҡҡа ғына урыҫ “Дом продал, ум продал” тимәй икән шул. Үҙебеҙ “Аҡыл башҡортҡа һуң төшә, һуң төшһә лә, мул төшә...” тигән булабыҙ ҙа. Ер һатып, эш юҡ, тип, фара-фара туҙып бөттөләр инде, тип тә уйланды Бибикамал. Әллә нисә йылға кисеп, теләһә ҡайҙан, белмәгән-күрмәгән мәрхүмдәрҙе лә зыяратҡа төнөнмө килеп, һиҙҙермәй генә ҡуйып китәләр, ти ҙә... Быныһы инде бөтөнләй аҡылға һыймай. Үҙ ерендә мәрхүм булғандарға ике метр ер ҙә йәлкә була түгелме?

Кискә ҡолағы ҡысый ине, йүнһеҙ хәбәргә булған. Һәр ауыл кешеһе саҡырып, ҡорбан ите ашатамы, аят уҡытамы, сабыйына исем ҡысҡыртамы – Йәнғәле мулланы ҙурлап, уға ышаналар. Әлеге шул көнбағыш сиртеүҙән бушамаған Зөбәйҙә әхирәте таң менән хәбәр ҡуйыртты. Алла урынына күргән муллалары бер нисә кешенең пайын осһоҙ ғына хаҡҡа эләктергән дә интернетҡамы, интернатҡамы, шуның селтәренә ҡуйған, имеш. Эй, ошо Зөбәйҙәне? Аңламаһа ла, малды көтөүгә ҡыуғанда, селтәр тигәне нимәлер, ерен шунда ҡуйған тигән була инде, кеше ышандырып, хәҙерге заман ҡатынына оҡшатып, һөйләп тә маташа.

“Ҡатындар ер аҫтында нимә көйшәгәнде белә” тигәне дөрөҫкә сыҡты. Бер кешенең нормаһы ике гектарға торошло, ти. Мулланыҡы – илле гектар. Һәр гектары – миллион һум. Автобустағы кеше “пай ерен һатырға ярамай” тиһә лә, берәй төрлө ысулын тапҡандарҙыр. Яңы заманда байлыҡҡа ҡағыҙ хужа, ти Зөбәйҙә. Ҡағыҙың булһа, шул еткән. Дүрт хужа ла табылған.

Эй, аптырарлыҡ бер нәмәһе лә юҡ. Геройыбыҙҙың ҡайһы бер нәмәләргә күҙҙәре асылды былай. Ул да, атаһы мәрхүм әйткәнсә, пәлитикәнең ҡатмарлы икәненә әҙ-мәҙ төшөнә башланы. Бөтә йәштәр алыҫ Себергә юл тота. Беҙҙе берәй инвестор тигәне, ауылыбыҙ-ниебеҙ менән һатып алып ҡуймағайы, ти ҙә күҙҙәрен йома... Хәйер, нимес ала алмағанды...

Баҙар ҡануны, тиҙәр. Ергә лә те­үәл хаҡ юҡ. Кем күпмегә осора ала? Ауылдаштары менән еләк, бәшмәк һаталар бит. Кемдер биҙрә­һен – мең һумға, икенсеһе – өс йөҙгә, өсөнсөһөнөкөн алмай­ҙар... Кем күберәк эләктерә, кем сосо­раҡ – баҙар шуныҡы. Шулай һиҙелә. “Үҙемдеке мал түгел, кешенеке йәл түгел...” тигән һымаҡ була инде. Унан-бынан тау артынан мал төшөргәндәр ҙә байтаҡҡа байтум...

Ирен ерләне, биш балаһын башлы-күҙле итте. Алай ҙа ғына кредит бар, тип ҡыуана-ҡыуана, уның ярҙамын тойҙо. Кредит биргән банк хужаһы Хәбинскийҙе дуҫы урынына күрә ул. Уға рәхмәттәрен уҡып, оҙон ғүмер теләй. Минималь пинсийәһенең яртыһы түләмгә китте. Өләсәһе әйткәнсә, әҙ булһа ла, бәрәкәтен бирһен, тип тырышты. Кәртә-ҡураһын йүнәтте, бәләкәй иҫке өйөнә төкәтмә лә һуҡты, туйҙар үткәрҙе, ике балаһын уҡытып, улары һөнәрле булды. Балалары эшкингәс, улар әйткәнсә, көрсөгөнән дә сыҡты. Ерен һатып һораусылар булды, әммә уның менән булышманы. Ер пайына тигән ҡағыҙын төрөп, таҫма менән бәйләп, һандығы төбөнә һалып ҡуйҙы. Фермер һорағайны, ризалашманы. Ышан уларға, бөгөн бер аяғы бында булһа, иртәгә – әллә Әмериктә... Ҡош-ҡортона емде балалары ла етештерер, йомортҡаһы үҙҙәренә булыр. Әхирәткә китһә, пай ере балаларына ҡалыр... Ана, серегән байҙың йөрәгенән тотҡас, ҡәйнәһе, ерҙе самаһыҙ-шутһыҙ һатты шул, тип бер ҙә иҫе китмәгән. Ер бит ул! Ҡоһоро төшөр. Теге донъяға киткәндәргә гектар ер кәрәкмәй, метры ла етә. Унда барһа, ошо ер уны ҡуйынына алыр. Ер барлыҡ гонаһтарыбыҙ менән һәммәбеҙҙе лә үҙенә һыйындыра бит. Атаһы, өс һуғыш яугире, офицер, Бөйөк Ватан һуғышында ерҙе ҡосаҡлап, уның өсөн тиккә йәнен бирмәгән. Һаттым, ти, һатырмын! Бына һеҙгә Ер! Ғүмерлеккә гонаһ алып! Аллам һаҡлаһын!

 

Зөһрә БӘШӘРОВА.

 

Әбйәлил районы,

Теләш ауылы.

Читайте нас: