Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) күптән түгел Мәскәүҙә, Андрей Малаховтың "Привет, Андрей!" телешоуында булып ҡайтты.
Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр итте һәм "Һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ”, тип вәғәҙәләне. Ул тапшырыу барышында тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған иң йыш һорауҙарға яуап бирҙем, тигән яҙыу ҙа ҡалдырҙы.
Ниһайәт, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған был тапшырыуҙың иртәгә эфирға сығыуы билдәле булған.
– Ҡәҙерле дуҫтар, 5 мартта киске сәғәт 6 -ла "Рәсәй 1" телеканалында мине ҡарарға онотмағыҙ, – тигән Элвин Грей үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Элвин Грейҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.