Бөтә яңылыҡтар

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ” тигән фекерҙе йәш быуынға нисек еткерергә?

Беҙ бала саҡта рус әҙәбиәте классигы Владимир Маяковскийҙың “Нимә була ул яҡшы, ә нимә яман була?” тигән киң билдәле шиғырын яттан һөйләй торғайныҡ. Ни өсөн телмәремде тап ошо шиғырҙан башланым? Сөнки беҙ, Башҡортостан Респуб­ликаһын бар иткән милләт булараҡ, тап быйыл, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы тарафынан иғлан ителгән Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылында, төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарға ла мәҙәнилек өлгөһөн күрһәтер­лек ғәмәлдәр атҡарырға бурыслы.

 

Балалар – беҙҙең бөгөнгөбөҙ

 

Рус телендәге был шиғыр бары­һына ла аңлашыла. Бигерәк тә кескәйҙәр өсөн яратып һөйләр әҫәр­гә әйләнер ине. Унда мәҙәниәттең нигеҙе тап шул эске матурлыҡҡа, рухи камиллыҡҡа ынтылышта булыуы хаҡында автор балаға ябай ғына итеп аңлатып бирә. Мәҙәниәт – ул бит иң тәүҙә рухи байлыҡ­тарҙан, әхлаҡ нигеҙҙәренән, йола асылынан торған, быуаттар буйы тупланған ҡиммәттәр.

Беҙ йәш быуынға, балаларға мәҙәниәттең нимә икәнен аңлатабыҙмы? Балаларға мәҙәниәт тураһында һөйләгәндә, тап нимә ул яҡшылыҡ, нимә ул яманлыҡ булыуы хаҡында еткереү кәрәкме? Аңлатып еткерә алмайбыҙ, сөнки ваҡыт ҡуласаһында зыр әйләнәбеҙ, әммә быны эшләргә кәрәк. Урал батыр бик борон замандарҙа уҡ беҙгә “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ” тип иң юғары мәҙәниәтле кеше образын сағылдырып, үҙ миҫалында күрһәтеп киткән. Ошо бөйөк әҫәрҙең юлдары йылдың маяҡ һүҙе итеп юҡҡа ғына алынманы!

Ғәҙәттә, балалар – беҙҙең ки­ләсәк, тип әйтергә яратабыҙ. Улай түгел, балалар – беҙҙең бөгөнгөбөҙ. Ул бала тыуған, бына йүргәктә ята “Ҡамыр батыр”: дөрөҫ тәрбиә бирһәң, дөрөҫ итеп “әүәләһәң”, унан кеше сығыр. Гөлдәргә һыу һибеп үҫтергәндәй, илебеҙҙең бөгөнгө кескәй гражданы иғтибарға, айырым мөнәсәбәткә мохтаж.

Кескәй баланы күҙ алдына килтерәйек. Ул тыуыу менән, ата-әсәһенән бигерәк, Интернет, телефон, телевизор йоғонтоһонда үҫә. Әгәр бынан бер нисә йыл элек кенә баланы урам тәрбиәләй, тиһәк, хәҙер уларҙы урамға сығарып та булмай ҡайһы саҡ, сөнки балаға Интернеттағы, атайҙың теле­фо­нындағы уйындар ҡыҙығыраҡ. Футбол уйнар өсөн ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй, электрон уйынға инеп тә туп “тибешергә” була. Әммә бының менән генә лә эш бөтмәй әле: хәҙер бит хатта өй эштәренең яуаптары ғына түгел, барлыҡ яҙма эштәргә материал тупларға бала ла, ата-әсә лә Интернетҡа текәлә. Был хәҙерге заман күренеше, беҙ быға өйрәндек тә, ти. Эйе, мәғлүмәт туплау йәһә­тенән “заман селтәре” бик уңайлы, әммә бала уйлау­ҙан, үҙе фекер йөрөтөүҙән, фантазияны эшкә егеүҙән ситләшә. Етмәһә, балалар баҡсаһы булһын­мы, мәк­тәпме, унда ла тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла ҡамауға алынған. Уларға мөмкин тиклем тиҙ арала электрон отчеттар яһарға, тиҙ арала бала өсөн мәҡәлә яҙып, кон­курсҡа ебәрергә, ғилми эш планы төҙөргә кәрәк. Ә баланың күңеле? Мәғариф өлкәһендә бөгөн барған был реформалар уҡытыусынан хатта “робот” яһаған төҫлө булып китә. Уларҙың йөҙөп йөрөп бала менән эшләргә, уның рухиәтенә иғтибар бүлергә ваҡыты ла ҡалмай. Бәлки, тап Мәҙәниәт йылында беҙгә был хаҡта уйланырғалыр? Автомат рәүештә Интернеттан өй эштәре күсергән, белем урынына үҙенсә “отчет” биргән баланан аҙаҡ беҙ нимә талап итә алабыҙ? Ябай ғына сәләмләү, баҫма китап уҡыу мәҙәниәте, транспортта өлкәндәргә урын биреү, ата-әсә әйткәнен тыңлау – былар хаҡында беҙ мәк­тәптәрҙә, балалар баҡсаларында һөйләйбеҙме? Матбуғат аша тәрбиә алып барабыҙмы? Ә бит былар бик мөһим төшөнсәләр – тап кешене мәҙәниәтле, яҡты киләсәкле иткән ҡиммәттәр.

 

Мин кескәйҙәр өсөн яҙмайым...

 

Яҙыусылар ҙа, бөгөнгө заман балаһы талаптарынан сығып, яңы әҫәрҙәр ижад итергә тейеш. Мәҫә­лән, шәхсән “Аҡбуҙат” журналына материал һорап алып булмай. Яуап бер – мин балалар өсөн яҙмайым. Хөрмәтле өлкәндәр өсөн яҙыусы­лар, әгәр беҙ бөгөн кескәйҙәр өсөн заманса әкиәттәр, шиғырҙар ижад итмәйбеҙ, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ икән, ун йылдан һеҙҙең даһи әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыусы кеше ҡалмауы ла ихтимал. Бөгөнгө кескәй башҡортҡа әйтер һүҙегеҙ юҡмы әллә? Улар бит шул тиклем өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә иғтибарға, һөйөүгә мохтаж. Кешенең иң ҙур байлығы – уның рухи сәләмәтлеге. Ошо хаҡта беҙ балаларға осрашыуҙарҙа йыш ҡабатларға тейешбеҙ.

Балалар баҡсаһында эшләй башлағас, беҙ Р. Ураҡсина исемендәге конкурс ойошторҙоҡ. Бик күп эштәр килде. Унда 4 йәш­лек ҡыҙҙың “Даһи Башҡортос­таным” тигән шиғыр юлдары ла бар ине. Нисек уйлайһығыҙ, 4 йәш­лек бала Башҡортостанға арнап шиғыр яҙыр инеме икән? Етмәһә, шул тиклем ололарса фекерләп. Шәхсән ышандырманы, етмәһә, “даһи” тигән һүҙҙе ҡулланып. Быны ни өсөн яҙам? Яҙма эштәр конкурсында, ғәҙәттә, балалар үҙҙәре түгел, күпселек осраҡта тәрбиәсе, ата-әсә, уҡытыусы “ҡатнаша”, сөнки бала менән һөйләшеп, уға нимәлер аңлатып торорға ваҡыты юҡ. Тиҙ генә яҙалар ҙа һалалар. Был бит үҙеңде алдау ғына түгел, баланы ла иң насар ғәҙәткә – алдашырға өйрәтеү, ялҡаулыҡ тәрбиәләү. Бер ҡараһаң, иғтибар ҙә итмәҫлек ғәмәл кеүек, әммә тап ошо кескәй сифат­тарҙан холоҡ, ғәҙәт тәрбиәләнә лә инде. Ниндәй малай менән ҡыҙ үҫтерәбеҙ беҙ? Үҙебеҙҙең ҡартлыҡ көнөбөҙҙө ышанып тапшырып, уға аҙаҡ нимәлер ярай йә ярамай тип талап ҡуйып буламы? “Урал батыр” эпосында шундай юлдар бар:

Уландарын тыйғандар,

Һис ярамай, тигәндәр.

Йәнә лә үҙебеҙгә һорау бирәм: беҙ балаларҙы тыйып, ярамаған нәмәләрҙе аңлатып үҫтерәбеҙме? Әллә әлеге лә баяғы ваҡыт ҡалмаймы?

Бер таныш режиссерҙың улы унан: “Атай, ә нимәгә кәрәк һуң ул башҡорт теле?” – тип һораған. Эйе, ҡайһы бер балаларға шулай тойолоуы ихтимал, сөнки глобал­лә­шеү заманында телдәр йотола, юғала бара. Әммә ошо уҡ һорауҙы башҡа төрлө итеп тә әйтеп була бит: “Ә нимәгә кәрәк миңә әсәйем?” Улар бер-береһенә ауаздаш ҡына түгел, бер үк мәғәнәле һорауҙар. Беҙ, өлкәндәр, балалар туған теленә ылыҡһын өсөн нимә эшләнек һуң? Шарттар юҡ, тип әйтеп булмай бит. Киреһенсә, бөгөн Интернет заманында сиктәр, биктәр юйылды, туған телде өйрәнеү, өйрәтеү өсөн мөмкинлектәр артты. Туған телде белеү – ул шулай уҡ мәҙәнилектең бер өлөшө, сөнки туған тел шул уҡ атай, шул уҡ әсәй  һымаҡ, туған тел – ул Ватан, беҙҙең кендек ҡаны тамған ер.

 

Дауаһы бер – рухи-мәҙәни мираҫ

 

Халыҡ мәҙәниәте, рухи мираҫ, йолалар – мәктәпкәсә йәштәге, мәк­тәп йәшендәге балаларҙы рухи, әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү сараһы. Бөгөнгө йәмғиәт беҙгә яңы алымдар, заманса юлдар менән милли мәҙәниәтте йәш быуынға еткерергә кәрәклеге хаҡында белдерә. Алда әйтелгәнсә, яҡшылыҡ, яманлыҡ төшөнсәләре тураһында балаларға интернет-уйындар, йәнһүрәттәр аша еткереү мөһим. Баҫма мәғлү­мәт сығанаҡтарында, китаптарҙа халыҡ әкиәттәре аша тәрбиә эшен алып барыу зарур. Халыҡ әкиәтендә тәрән фекер, мәғәнә ятыуын һәм уның аша кескәйҙәрҙе тәрбиәләү ыңғай һөҙөмтәләр биреүен республикала ойошторолоп килгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы ла күрһәтә. Уның еңеүселәре артабан да милли, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнаған замандаштар булып үҫә.

Балаларҙа ватансыллыҡ тойғо­һон тәрбиәләү ҙә кәрәк. Әммә бөгөн был хисте нисек уятырға? Мәҫәлән, балалар Шайморатов генералдың герой икәнен белә, әммә ни өсөн уның батырлығының юғары баһа­ланыуын аңлап етмәй. Ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләгәндә, хатта бөгөн “Унда кем еңеүсе булған?” тип һорау ҡуйырға маташыусылар табылғанда, иң тәүҙә, үҙебеҙҙең олатайҙар, оло олатайҙар хаҡында һүҙ башлау кәрәк, минеңсә. Фотоальбомдарҙы ҡулға алып, Шайморатов генерал менән бер һуғышта ҡатнашҡан олатайҙың батырлығын да телгә алып, туранан-тура ғаилә геро­йының уның оло олатаһы икәнен аңлатҡанда, балала, моғайын, өлкән быуынға ҡарата ихтирам тойғоһо бермә-бер артыр ине. Беҙгә быуындар бәйләнешен дә нығытырға кәрәк. Был үҙе бер ҙур проблема булып тора...

“Салауат Юлаев кем ул?” – тип һораным бер мәктәптә. “Хоккей командаһы” тигән яуап ишеттем. “Ә ни өсөн хоккей командаһын улай атағандар һуң?” – тип ныҡышам. “Иң шәп бомбардирҙың исеме!” – тип яуапланы бер малай. Беҙ бөгөнгө заман балаларына Салауат Юлаевтың кемлеге хаҡында ла мәғлүмәт еткерә алмайбыҙ түгелме? Ә бит ул шағир, батыр, дуҫлыҡ символы, Башҡортостан гербында һынланған шәхес. Алдынғы шәхестәр, уларҙың эшмәкәрлеге миҫалында тәрбиәлә­нә һәр йәш быуын. Матди ҡим­мәттәр рухи ҡиммәттәрҙән өҫтөнлөк алған заманда, мәктәптәге тәрбиә идеология булыуҙан юғала барған осорҙа Рәсәй Президенты В. Путин­дың 2022 йылды “Халыҡ сәнғәте һәм халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы” тип иғлан итеүен йәмғиәттәге рухи яҡҡа боролош осоро тип ҡабул итәм. Бары тик халыҡтарҙың быуаттар буйы тупланып килгән мәҙәни мираҫын, йолаларҙы хәҙерге заман шарттарына ҡулай­лаштырып ҡына, беҙ йәш быуынға мәҙәни тәрбиә бирә алабыҙ.

Халыҡ ижады, әкиәттәр, йырҙар, милли уйындар, мәҡәл-әйтемдәр аша кескәйҙәрҙе рухи яҡтан бай итеп үҫтереп була. Тап Мәҙәниәт йылында махсус рәүештә бала­ларҙы музей, театр, китапхана, филармонияларға йәлеп итеү төп сараларҙың береһе булырға тейеш. Һәр нәмә менән, бигерәк тә сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан тәрбиәләнә. Әгәр беҙ ба­лаларҙы мәҙәни сараларға йөрөтөп үҫтерһәк, улар киләсәктә шул тарафҡа ынтылып та торор ине. Быйыл “Кесе ҡоролтай”ҙар ойоштороп, Башҡортостандың төрлө гимназияларында белем алған балаларҙы бер-береһе менән таныштырып, төбәк йолалары, ырыу, шәжәрә байрамдарына йәлеп итеү үҙе йәш быуында тамырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр ине.

Кемдер әйтер, эйе, бөгөн йәш быуын икенсе донъяла, мөхиттә йәшәй тип. Боронғо Римда ла йәштәргә, илдәге боҙоҡлоҡҡа зарланғандар. Һәр дәүер шулай. Бөгөн дә йәмғиәт әхлаҡһыҙлыҡ менән “йонсой”, “ауырый”. Уның дауаһы бары бер генә – рухи-мәҙәни мираҫ. Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылында беҙ тап йәш быуынға ҙур иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ. Уларҙың күңеленә яҡшылыҡ, гуманизм, мәрхәмәт, миһырбанлыҡ, намыҫ, әхлаҡ төшөнсәләрен һалыу бик мөһим. Бала саҡтан һалынған ҡиммәттәр, күңелгә сәселгән рухи орлоҡтар оҙаҡ көттөрмәҫ, үҙенең емештәрен бирер. Беҙгә бер нимә лә уйлап та сығарырға кәрәкмәй төҫлө, бары тик Урал батыр васыятына тоғро булырға ғына ҡала:

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!

 

Лариса АБДУЛЛИНА,

шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм матбуғат комиссияһы рәйесе.

Читайте нас: