Конкурсты ойоштороусылар - Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Сибай ҡала хакимиәте. Сара Рәсәй халҡының мәҙәни мираҫы һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи үҫеш йылы сиктәрендә ойошторола.
Конкурстың беренсе туры онлайн форматта үтә. Ҡатнашырға теләүселәр 16 мартҡа тиклем башҡорт эпостарынан өҙөк ятлап, [email protected] электрон адресына 4 минутлыҡ видео ебәрергә тейеш. Башҡорт теленең бөтөн матурлығын сағылдырған, диалект үҙенсәлектәрен дә эсенә алған эпос башҡарыуҙары хуплана. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап әйтелергә тейеш.
"Урал балалары тауышы" бәйгеһенең II туры 11 — 12 апрелдә Сибай ҡалаһында буласаҡ. Еңеүселәр 7 — 10, 11 — 14, 15 — 18 йәшлектәр араһында айырым билдәләнәсәк.
Башҡорт халҡының төп эпостары исемләп ун ике номинация күрелгән: "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Ҡуңыр буға", "Аҡһаҡ ҡола", "Ҡара юрға", "Алпамыша", "Иҙеүкәй менән Мораҙым", "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу", "Таһир менән Зөһрә", "Буҙегет", бүтән эпос башҡарыусылары.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр, уның шарттары менән ентекләберәк таныша ала, уның өсөн ойошторусыларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Сығанаҡ һәм фото: Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы сайтынан.