Бөтә яңылыҡтар

“Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге ойошторған конкурста кемдәр еңде?

“Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!”
“Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!”

Еребеҙгә яҙ етеү менән күңелдәргә илһам, наҙ һәм мөхәббәт өҫтәп, Ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Был байрам уңайынан һәр ерҙә төрлө саралар, конкурстар үтә, гүзәл заттарҙы ҡотлау, уларға иң изге теләктәр еткереү, сәскә гөлләмәләре бүләк итеүҙәр башлана.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге ойошторған “Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!” тигән шиғыр һөйләүселәр интернет видеоконкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Ул башҡорт шағирҙарының ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы яҙыусыларҙың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо.

Видеоконкурста ҡатнашыусылар әсәй тураһында бер шиғыр ятлап, “Бәйләнештә” селтәрендә булдырылған махсус төркөмгә тейешле хештегтар менән ҡуйырға тейеш ине. Шулай итеп, 155 ҡатнашыусының эштәре ҡабул ителгән. Уларҙың Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла ғына түгел, йыраҡтағы Мәләүез, Краснокама райондарынан да булыуы ҡыуаныслы, ти ойоштороусылар.

Конкурсанттарҙың видеолары жюри тарафынан ҡаралып, дүрт йәш төркөмөндә баһаланды. Һөҙөмтәлә 10 - 17 йәштәгеләр төркөмөндә 61 ҡатнашыусы араһынан Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина абсолют еңеүсе тип табылды.

18 – 25 йәшлектәр төркөмөндә алты конкурсант ҡатнашты. Еңеүгә Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында белем алған Әлиә Өмөтҡужина өлгәште.

26 – 35 йәшлектәр төркөмөндә 11 конкурсант араһынан Билал ауылынан Миләүшә Ямаловаға етеүсе булманы. Ишмырҙа ауылынан Миңнур Әбүбәкирова иһә 36 йәш һәм унан өлкәндәр төркөмөнөң абсолют еңеүсеһе тип табылды. Был төркөмдә 77 өлкән быуын вәкиле ихлас көс һынашты.

Еңеүселәр диплом һәм алдан вәғәҙә ителгән "Умная колонка Яндекс.Станция"-һы менән бүләкләнде.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина белдереүенсә, китапхана тарафынан төрлө шиғыр конкурстары даими ойошторола. Шулай уҡ яҙыусылар менән осрашыуҙар, китап уҡыусылар конференцияһы йыш була. Баймаҡ халҡы китап уҡырға ярата, әҙәбиәтте үҙ итә, яҙыусылар ижадына һаҡсыл ҡарай.

Фото һәм сығанаҡ: "Читающий Баймаҡ" төркөмө.

“Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!”
“Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!”
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: