Сал Ирәндек ҡуйынында ултырған Баймаҡ районының йәмле Күсей ауылында, уның Төпкөл һәм Аҡма шишмәләренең шифалы һыуын эсеп, Күрән йылғаһында ҡолас ташлап йөҙөп, Йәнтәл тауҙарында уйнап үҫкән мәшһүр ауылдаштарым байтаҡ. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.
– Сулпан Дәминдәр ҡыҙы, һүҙебеҙҙе эскерһеҙ, ғәмһеҙ бала саҡ хәтирәләренән башлайыҡ. Һеҙ игеҙәктең һыңары ла бит әле.
– 1967 йылдың февралендә тыуғанбыҙ. Беҙ – ике игеҙ ҡыҙ. Икебеҙгә лә бер үк мәғәнәләге исемде биргән дә ҡуйғандар: Сулпан менән Венера. Күмәк балалы ғаиләлә етешмәгәнен етештереп, булмағанына сабыр итеп, барына шөкөр итеп үҫтек. Бишенсе кластан һуң беҙҙе Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға ебәрҙеләр. Ҡасып ҡайтам да китәм, һағынып... Урта белем тураһындағы аттестатты Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәп-интернатында алдым, ә Венера Күсей урта мәктәбен тамамланы. Бала саҡтан сәнғәткә һөйөү икебеҙҙә лә ныҡ көслө ине, шуға күрә Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға керҙек.
– Игеҙәктәр күп ваҡытта бер-береһенә ярҙам итеп, бер-береһенең урынына имтихандар биреп йөрөй. Һеҙ ошондай “алымды” ҡулланғанығыҙ булдымы?
– Әлбиттә! Институтҡа имтихан ваҡытында тарих фәненән билеттарыбыҙҙы тиҙ генә алмаштырып алғанымды хәтерләйем. Мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы Флүрә Нурый ҡыҙы беҙҙе гел бутай торғайны. Хатта әсәйемдең бер туған апаһы – Фатиха инәй ҙә беҙҙе ни өсөндөр айырманы. Бала саҡта миңә һыуыҡ тейеп ныҡ ауырыным, инәй мәрхүмә мине Әбйәлилдәге Тоҙлокүлгә алып барырға тейеш ине. Иртәгәһенә Венера уның менән киткән дә барған. Бер аҙна буйы “Сулпан” булып йөрөгән. Эй инәйем уны маҡтай ти, “Сулпан шәп”, “Венера ялҡау” тип. Венера үҙен һатмаған, өндәшмәй тик йөрөгән. Ауылда балалар ҙа беҙҙе бутай ине, хәҙер йыш ҡына айырмаған саҡтары була. Үҙең дә иҫләйһеңдер әле, һәр саҡ “һин Сулпанмы, әллә Венерамы?” – тип һорап йөрөгәнегеҙҙе...
– Студент йылдарының ниндәй мәлдәрен һағынып иҫкә алаһығыҙ?
– Студент саҡтар – ҡабатланмаҫ иң матур мәлдәр. Оло тормошҡа тәүләп аяҡ баҫаһың, үҙеңде үҙең хәстәрләйһең. Әсәйҙән әллә ни аҡса һорағы килмәй, беренсе курста уҡ институтта иҙән йыуа башланыҡ. Сәғәт таңғы алты, төн, институт ишеген дөбөрҙәтәбеҙ. Аҙаҡ дөйөм ятаҡ иҙәнен йыуҙыҡ, шунан урам һепереүсе булып эшләнек. Бер эштән дә ҡурҡманыҡ, артислыҡҡа уҡыйбыҙ, тип күптәр һымаҡ маһайманыҡ. Икебеҙгә бер бөтөн булып йәшәү еңелерәк тә булғандыр, тип хәҙер уйлайым. Беребеҙ ниндәйҙер эштә булһа, икенсебеҙ мотлаҡ дәрескә барыр ине. Шул яғы менән алдырҙыҡ, уҡыу ҙа еңел бирелде, төндәр буйына лекция яҙып, дәрескә әҙерләнә торғайныҡ.
– Үҙегеҙ бәләкәйҙән ҡарап, артистарҙың уйнауын йөҙ тапҡыр ҡабатлап, һөйләгән һүҙҙәрен һеңдереп үҫкән Сибай театрында хеҙмәт юлығыҙҙы башлай алыуығыҙ менән дә бәхетлеһегеҙ. Игеҙәктәрҙең килеүен театр нисек ҡабул итте?
– Аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә беҙ Сибай театрына ашҡынып ҡайттыҡ. Ул сағында беҙҙең һымаҡ йәштәр юҡ ине. Эшкә дәртләнеп киттек. Тәүге көндәрҙән режиссер Рафаэль Әйүпов ҡуйған “Аманатҡа хыянат” спектаклендәге Римма роле бирелде. Марат Йәмилев, Рәмзилә Әҙелшина, Мулланур Ниғмәтуллин, Ҡәйүм Хөсәйеновтар менән тәүге гастролдәргә Ырымбурға сығып киттем. Йор һүҙле, шаян ағайҙарҙың бөгөн береһе лә иҫән түгел. Был ваҡытта ҡыҙым Гүзәлгә бер йәш тә тулмаған ине. Уны әсәйемә ҡалдырып, артист тормошоноң тәүге “һурпаһын” татырға тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәлә уйнаған тәүге көндәрҙән үк беҙҙе тамашасы йылы ҡабул итте.
Сибай театрында 18 йыл эшләү дәүерендә береһенән-береһе сағыуыраҡ 50-гә яҡын образ тыуҙырҙым. Н. Гоголдең “Өйләнеү”ендә – Агафья Тихоновна, Р. Сафиндың “Тилекәй”ендә – Зиләйлүк, Т. Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар” фантасмагорияһында Ниса һәм башҡалар. Бер ҡасан да ролдәрҙе ҙурға йәки бәләкәйгә бүлмәнем, һәр береһен ҙур ихласлыҡ менән күңелемде һалып башҡарҙым. Сәхнәгә сығаһың икән, тамашасы һәр ролдән үҙенә һабаҡ алырға тейеш, шунлыҡтан образды бар яҡлап өйрәнеп, уның өҫтөндә ныҡлы эшләргә, режиссерҙың кәңәштәрен ҡабул итергә тырышам.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәнғәттәге яҙмышығыҙ, үҙегеҙ уйнаған ролдәрендәге кеүек, балҡыштарҙан ғына торманы. Сәхнәнең тамашасыға күренмәгән яғы ла бар. Үҙегеҙҙең иң матур йәшлек йылдарын биргән, яратҡан театрҙы тәүҙә игеҙәгең Венераға, артабан һеҙгә ҡалдырырға тура килә. Театрҙан китеү ҡыйын булдымы?
– Тормошта осраған һынауҙарҙы лайыҡлы үтә алыу – үҙе бер батырлыҡ. Тәүҙәрәк сәхнәнән китеүҙе шул тиклем ауыр кисерҙем, әммә фажиғә яһаманым. Ауыл балаһы булараҡ, һәр эште белеп үҫеүем был юлы ла ярҙамға килде. Күптәр кеүек эш һайлап торманым, төҙөлөштә лә йөрөнөм, нисек тә балаларҙы ҡарарға кәрәк бит. Яҙмышыма рәхмәт: ошо йылдар арауығында оло ҡыҙым Гүзәл, мәктәпте тамамлап, Мәскәүҙең абруйлы уҡыу йортона уҡырға керҙе. Аспирантура бөттө, тиҙҙән химия фәндәре кандидаты буласаҡ. Кейәүем менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә. Динислам улым – хәҙер студент. Айым да ҙурайҙы, ҡыҙым “Адажио” балет студияһына йөрөй. Оҙаҡ йылдар әсәйемде үҙем ҡараным, уның фатиха-теләктәре артабан йәшәүгә көс-дәрт бирҙе, яңы маҡсаттарға әйҙәне.
Сәхнәгә һөйөү мине бер көн, бер минут та ташламаны. Барыбер театрға ҡайтырымды бар йөрәгем менән тойҙом, күңелем дә шуны теләне. Бер нисә тапҡыр, эшкә кире алыуҙарын һорап, етәкселәр тупһаһын тапарға ла тура килде. Күңел кисерештәремде, ярһыуҙарымды аҡрынлап дәфтәр битенә теҙә барып, шиғырҙар яҙҙым. Ошоларҙың һөҙөмтәһе булараҡ, Сибай типографияһында үҙнәшер юлы менән “Бәхет һораным... Күктән” исемле шиғырҙар йыйынтығым донъя күрҙе.
– Ысынлап та, һеҙ һораған бәхет күктән “төштө”. Йәнә театрҙа эш башланығыҙ...
– Эйе, Сибай театрына йәнә эшкә ҡайттым. Был юлы тормошто аңлаған, рухи яҡтан көслө ҡатын-ҡыҙ булараҡ килдем. Уйлап ҡараһаң, артист өсөн ун йыл арауығы бик күп кеүек тойола. Ошо тиҫтә йыл эсендә уйналмай ҡалған күпме роль, тыуҙырмаған образдар ҡалған кеүек, әммә йылдар арауығы улар менән үлсәнмәй. Иң ҡыуандырғаны – уйнаясаҡ яңы ролдәрҙең булыуы, үҙ тамашасымды ҡайтанан ҡыуандыра алыуым, тормоштағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, сәхнәгә хыянат итмәүем һәм уны яңынан яулай алыуым.
Был юлы үҙемде осорға ынтылған ҡоштай хис итеп, өр-яңынан театр донъяһына сумдым. Ысынлап та, шул тиклем һағынғайным сәхнәне... Был юлы йәнә бәхет йылмайҙы, миңә ситтән саҡырылған режиссерҙар менән эшләү насип булды.
Мәсәлим Күлбаев сәхнәләштергән “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙа – һыу ҡыҙы, Азат Йыһаншин ҡуйған “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Сабира, Дамир Ғәлимовтың “Әүлиә”һендә Мәрфуға ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙым.
– Күп тә үтмәй, һеҙгә режиссер Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмында уйнау бәхете эләкте. Йәмилдең өләсәһен шул тиклем тәбиғи, ихлас башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланығыҙ.
– Эйе. Ҙур теләк менән кинола ҡатнашып, үҙемде өр-яңынан астым. Кинола уйнау миңә шул тиклем оҡшаны, илһамландырҙы, өр-яңы ҡанаттар ҡуйҙы. Миңә ышаныс белдергәне өсөн Александр Галибинға ифрат ҙур рәхмәт. “Һеңлекәш”те төшөрөп бөткән генә инек, Мәскәүҙән шылтыраттылар. Мостай Кәрим тураһында документаль фильм әҙерләйҙәр икән, Оло инәйгә – мине, ә Мостафаның бала сағына Арыҫлан Ҡырымсуринды саҡырҙылар. Икәүләшеп тағы бергә осраштыҡ.
Шатлығым менән дә уртаҡлашып үтәйем, март айында ҡыҫҡа метражлы “Хәйбулла” фильмының премьераһы була. Шунда бәләкәй генә ролем бар. Был кинола халҡыбыҙҙың иң ҙур фажиғәһе – йотлоҡ, йәғни аслыҡ йылдары сағыла.
– Ысынлап та, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибиндың: “Сулпан, ты – киноактриса, твое место – в кино”, тип билдәләүе – хеҙмәтеңә оло баһа.
– Эйе, үҙемде икенсе төрлө баһалай башланым, мәскәүҙәр мине “уятып ебәрҙе”, тиһәм дә булалыр. Күп тә үтмәй, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан эшкә саҡырыу алғас, тәүҙә аптырап ҡалдым, әммә “юҡ” тимәнем.
Бер нисә тапҡыр Өфөгә ынтылып ҡараған ваҡыттарым булды, йә балаларҙың бәләкәй булыуы, йә башҡа сәбәптәр табылып торҙо. Был юлы тәүәккәлләнем һәм үкенмәйем. Килеү менән К. Чуковскийҙың “Айболит һәм Бармалей” әҫәре өҫтөндә балалар өсөн әкиәт-мюзиклын эшләнек, бында Барбосты уйнайым. Мәскәүҙән килгән режиссер Илдар Ғиләжев төрөк авторы Р. Гентюкиндың “Королек – птичка певчая” тигән әҫәре буйынса “Уйҙарымдан ғына юғалма” спектаклен әҙерләне. Фәриҙәнең инәһен уйнайым, ҡыҙым Айым да ҡатнаша, ул Мөнисә исемле ҡыҙҙы уйнай. М. Кәримдең “Аҡ мөғжизә”, “Ашҡаҙар” әҫәрҙәре буйынса М. Башкиров “Аҡ мөғжизә” исемле пьеса яҙҙы. Ҡырғыҙ режиссеры Борис Манджиев иһә спектакль ҡуйҙы. Унда Оло Инәй ролен башҡарам, ә “Ханума” комедияһында (А. Цагарели) Ануш ролен уйнайым.
– Ҡыҙығыҙ Айымдың да артабан сәнғәт юлын һайлауын теләр инегеҙме?
– Айым актриса булырға теләк белдерһә, һис ҡаршылығым юҡ. Бәләкәйҙән сәхнәне яратты ул, әле лә балет студияһына ҙур теләк менән йөрөй, бәләкәй генә роле менән булһа ла спектаклдә уйнаны. Үҙе теләһә, хыялы сәнғәт донъяһы икән, әйҙә, хыялына осопмо, шыуышыпмы, имгәкләпме барһын.
– Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тиҙәр. Сулпан Дәминдәр ҡыҙы, күптәр һеҙҙе социаль селтәрҙә С. Таминдар псевдонимы менән ҡыҫҡа хикәйәләр, иҫтәлектәр, тормош күренештәрен яҙыусы булараҡ та яҡшы белә. Киләсәктә, яҙғандарығыҙҙы бергә туплап, китап итеп сығарыу теләге бармы?
– Һуңғы ваҡытта хикәйәләр яҙам. Яратҡан шөғөлөмә әйләнеп бара. Бер сюжет та һауанан алып, уйлап сығарылмаған: үҙем менән булған хәл-ваҡиғалар, минең менән әңгәмә ҡорған дуҫ, үткенсе, юлдаштар...
Китап сығарыу теләге көслө. Уларҙы бергә туплап, бер матур ғына йыйынтыҡ әҙерләмәксемен.
– Тормошта ниндәйерәк ҡатын-ҡыҙ ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Әбдрәхимова?
– Тормошта ниндәймен? (көлә – авт.). Әллә инде. Ябаймын, тынысмын. Ғәҙелмен. Тәбиғәтте яратам. Коллегаларымды хөрмәт итәм, һәр береһенең ижадына ғашиҡмын. Кәйеф-сафа яратмайым, тыныс ҡына хәбәрләшеп ултырыуҙы үҙ итәм.
– Күптән түгел тормош һеҙгә ике “бишле” ҡуйҙы. Күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ә үҙегеҙ тормошоғоҙға ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ?
– Мин дә үҙемә ҡалындан майлы итеп ике “бишле “ ҡуйыр инем (йылмая – авт.). Ни өсөнмө, сөнки үҙемде, тормошомдоң баһаһын төшөргөм килмәй. Минең өсөн бер кем бер ергә лә йүгерекләмәне, үҙемә тәғәйен эшемде фәҡәт үҙем генә башҡарҙым, үтәһе юлымды үҙем үттем. Уңыштарым мине күтәрҙе, уңышһыҙлыҡтарым, тормош хаталары мине көслө итте. Сабыр итә белеүем, кеше өлөшөнә үрелмәй, барыһына риза булып йәшәүем һәр саҡ яңы асыштарға килтерҙе. Хоҙайыма мең рәхмәт: туғандарым күп, балаларым уңыштары менән ҡыуандыра, сәскәләй ике ейәнсәрем үҫә, игеҙәгем Венера сит илдә йәшәй, көн һайын аралашып торабыҙ, ул минең терәгем һәм кәңәшсем.
– Артабан да алҡыш-балҡыштарың алда, уйнаясаҡ ролдәрең күп, яратҡан тамашасыларың һәр саҡ яныңда булһын! Уңыштар һиңә, ауылдашым, Күсейҙең сағыу йондоҙо!
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.