Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә композитор Рим Хәсәновты юбилейы менән ҡотланы.
"Һәр кемдең яратҡан йыры бар. Минеке - "Ҡышҡы романс". Әсәйем уны бик яратты, айырыуса Фидан Ғафаров башҡарыуында. Ә был йырға көйҙө Рим Мәхмүт улы Хәсәнов яҙған.
Бөгөн легендар композитор, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романс авторы, Өфөнөң почетлы гражданы Рим Хәсәновҡа - 75 йәш!
«Өфө йүкәләре», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юҡҡа түгелдер» һәм башҡа бик күп йырҙар хитҡа әүерелде, уларҙы тыңлап тотош быуын үҫеп етте. Сөнки Рим Хәсәнов күңелдең ҡылдарына ҡағылған йөрәк музыкаһын яҙа.
Юбилейығыҙ менән, маэстро! Ә һеҙҙең юбилейға бүләк сифатында барыбыҙға ла бүләк - «Ҡышҡы романс».
Рәхмәт һеҙгә, Рим ағай!" - тигән ул.
Фото: belizv-tat.ru