Бөтә яңылыҡтар

Ижади мираҫы – беҙгә һабаҡ

Башҡорт әҙәбиәтенең бер биҙәге.

Йылдың-йылы иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем Рәсәйҙең күп төбәктәрендә меңәрләгән гектар урман яна. Был күренеш һуңғы йылдарҙа илебеҙ өсөн оло афәткә әйләнде. Аяныслы күренештәрҙе көн дә телевизорҙан ҡараған, гәзиттәрҙән уҡыған һайын, мин ниңәлер гел Ноғман ағай Мусинды уйланым. Әлбиттә, үҙе иҫән сағында... Урман ҡәҙерен, ағас ҡәҙерен күптәребеҙҙән нығыраҡ аңлаған, ошо ер биҙәген һаҡлауға, яҡлауға, ҡурсалауға бөтә ижадын арнаған әҙип, көн дә тапшырылған ошо мәғлүмәттәрҙе ишетеп, уҡып, күреп, нимә уйлай, нимәләр кисерә икән, тип күҙалларға тырыштым.

Изге миссияһы

 

Үткән йылғы янғындар айырыу­са ныҡ булды, ахыры. Уны һүндерер өсөн әллә күпме кеше, махсус техника, хатта самолет-вертолеттарға тиклем йәлеп ителде. Бигерәк тә Иркутск өлкәһе, Красноярск крайы, Саха (Яҡут) Республикаһы, илдең башҡа бер нисә төбәге “ҡыҙыл әтәс” һөжүменән ҙур зыян күрҙе. Урман менән бергә кейек-ҡош, хайуандар ҡырылды, ауылдар янды.

Был бәлә беҙҙең республиканы ла урап үтмәне: Хәйбулла, Ейән­сура райондары күпмелер ваҡыт ут ҡамауында йәшәне. Шөкөр, ул урындағы халыҡтың, етәкселектең тилберлеге арҡаһында артыҡ тарала алманы. 2019 йыл аҙаҡта­рында илебеҙгә ябырылған “ковид” менән бергә ошо афәт үҙәк, шулай уҡ республика телевидениеһының, радио, киң мәғлүмәт сараларының көн дә күрһәтә, һөйләй, яҙа торған төп яңылығына әйләнде. Был ике тема ысын мәғәнәһендә фронттың алғы һыҙығынан килгән хәүефле репортаж һымаҡ ине.

Иманым камил, урмандарҙы солғаған ялҡын телдәре Ноғман ағайҙың да күңелендә дөрләгәндер, бәндәләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡы­ланыуҙарына, битараф­лыҡтарына һарыуы ҡайнағандыр, илдең стратегик байлыҡтарының береһе иҫәпләнгән ағастың шулай күпләп юҡҡа сығыуына йәне үртәлгәндер һәм үҙе барып һүндерерҙәй булып йөрөгәндер... “Ҡыҙыл әтәс” һуңғы солоҡҡа уҡ килеп ҡуна ҡалһа, харап бит. Ә был фажиғәләргә күпселектә кеше үҙе ғәйепле: кемдер яҡҡан усағын һүндермәй киткән, кемдер тәмәке төпсөгөн ташлаған, ҡоро үләнгә махсус үрт һалған осраҡтар ҙа юҡ түгел.

Үткән быуаттың алыҫ 50-се йылдарында башланған Ноғман Мусин ижады тулыһынса тиерлек урман һәм кеше, киңерәк планда алғанда, тәбиғәт менән кеше мөнәсәбәтен тасуирлаусы, ер биҙәгенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе, урмансы, егерь хеҙмәтенә дан йырлаусы ижад булды, бер нисә быуын уҡыусы өсөн педагогик әсбап ролен үтәне һәм бөгөн дә ошо изге миссияны үтәүен дауам итә.

Әҙип өсөн тәбиғәт, кешене уратҡан тирә-яҡ мөхит – бер ҙә йәнһеҙ предмет түгел, донъялағы бар йән эйәһе кеүек тере йән, уның ҡуйынында көн иткән кейек-хай­уандар, ҡош-ҡорт уның иптәш-юлдашы, яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы, туйындырыусыһы һәм кейенде­реүсеһе, үрсеү һәм тоҡом дауам итеү ареалы. Яҙыусы уға тик матди файҙа алыу сығанағы итеп кенә ҡараманы, эйе, ә дәүләт, ғөмүмән, йәшәү юғарылығына күтәрелергә тейешле ижтимағи, социаль проблема итеп ҡараны. Ер йөҙөндә бер нәмә лә мәңгелек түгел, шул иҫәптән урман да. Хаяһыҙ, вәхшиҙәрсә тәләфләһәң, йыҡҡан һәр ағас урынына йәш үҫенте ултырта бармаһаң, уның да юҡҡа сығыуы ихтимал. Әҙиптең бар әҫәрҙәренең тел төбөндә тап бына ошо фекер ята ла инде.

Ноғман Мусин ижады – бик тормошсан һәм реалистик ижад. Уға нимәлер уйлап сығарыу, кеше ышанмаҫтайҙы яҙыу, форма, композиция төрлөлөгө, әйтәйек, Көн­байыш прозаһына хас “изм”дар – ят сифат. Ул бер ҡасан да ерҙән айырылманы, башҡорт прозаһына хас традицион стилдә яҙҙы. Уның геройҙары беҙҙең арала, беҙҙең йәшәйештә, беҙҙең менән мөнә­сә­бәттә йәшәй. Әҫәр геройҙары – ҡәҙимге ер кешеләре һәм барыһы ла әҙип яҡшы белгән мөхиттән: урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, егерҙар, лесниктар, төрлө кимәл­дәге белгестәр. Шуғалыр ҙа күп уҡыусы, бигерәк тә урман яғында йәшәгәндәр, уның әҫәрҙәрендә үҙен таный, үҙенең яҙмышына оҡшаш яҙмыштарҙы таба.

Әҙиптең ижад юлы оҙон һәм бәхетле булды. Күпселек прозаиктар кеүек ижадын шиғырҙар яҙыуҙан башлай, хатта матбуғатта ла баҫтырып өлгөрә, әммә тиҙҙән, булмышы барыбер ҙә сәсмә әҫәрҙәр икәнен аңлағас, прозаға күсә: тәүҙә хикәйәләр, унан повес­тар, романдар тыуа.

 

Үҫеш баҫҡыстары

 

Үҫеш баҫҡыстары тигәндә мин яҙған әҫәрҙәренең күләме арта барыуын ғына күҙ уңында тотмайым, ә проза жанрының һәр төрөндәге үҙенә күрә ҡатмарлыҡтарын, сюжет-композиция ҡороу, герой характерҙарын бар тулылығында асыу маһирлығына эйә була барыуын күҙ уңында тотам.

Миңә ҡалһа, Ноғман Мусин про­заһы бейеклеген “Мәңгелек урман” дилогияһы менән “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” романдарын берләштергән трилогияһы билдәләй. Әйткәнемсә, эш дилогия менән трилогияның күләмендә генә түгел, ә һүрәтләнгән осорҙоң масштаб­лылығында, кеше яҙмыш­тарының ҡатмарлылығында, харак­терҙарҙың ҙурлығында, уларҙың дөйөм эшкә фиҙакәр мөнәсә­бәтендә. Трилогияны берләштергән өс романда ла илебеҙ үткән ифрат ҡатмарлы осор – һуғыш йылдары, һуғыш ҡалдырған емереклектәрҙе бөтөрөү батырлыҡтары һүрәтләнә. (Әҫәрҙәге был ваҡиғалар утыҙ йылдан ашыу ваҡыт арауығында бара). Дилогияла ла, трилогияла ла һәр хәл-ваҡиға, геройҙарҙың иҫтәлек-хәтирәләре, хәтерләүҙәре, лирик һәм тарихи сигенеүҙәр ентекле тасуирлана. Әҫәрҙәрҙә көнкүреш деталдәренә, портрет характе­ристикаһына иғтибар ҙур, иң мөһиме, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле үҫештә, бәрелештә, конфликтта асыла, персонаждарҙың дөйөм, йәғни дәүләт эшенә ҡараш-мөнәсәбәттәре шулай уҡ төрлө һынауҙар, ҡаршылыҡтар, бәхәстәр аша күрһәтелә.

Ноғман Мусин прозаның һәр төрөндә лә берҙәй уңышлы эшләгән, эшләй алған әҙип булды. Һәр йүгереүсе спортсының үҙе яратҡан һәм юғары һөҙөмтә күрһәтә алған дистанцияһы бар: спринтер стайер була алмай, стайер – спринтер. Шуның ише, һәр прозаиктың да бер үк ваҡытта маһир хикәйәсе һәм романист була алыуы икеле. Был ижад кешеһенең характерына, темпераментына бәйле. Н. Мусин, шулай әйтергә яраһа, материалына, эске һиҙемләү-әҙерлегенә ҡарап, параллель рәүештә хикәйәһен дә яҙҙы, повесын да, романын да; ҡәләменә рецензиялар, мәҡәләләр ҡойоп ҡуйыу ҙа ят түгел ине. Универсал була алыу һәр әҙипкә лә бирелмәй, күпселектә һәр кемдең – үҙ дистанцияһы...

Ҙурҙан ҡупҡанда, Ноғман Мусин бөгөнгө көн яҙыусыһы булды, үҙе йәшәгән замандың йылъяҙмасыһы, замандаштарының йәшәү рәүешен, донъяһын, көнкүрешен, характерын, шөғөлөн, уй-хыялдарын тасу­ир­лаусы ине. Әҙип үҙе тураһында, үҙе йәшәгән ваҡыт тураһында яҙырға тейеш. Ул ошо принципҡа тоғролоҡ һаҡланы, шул уҡ ваҡытта үткәнде лә “онотманы”. Әйтәйек, “Мәңгелек урман” дилогияһында ваҡиғалар XIX быуаттың һуңғы сирегендә бара. Урыҫ сауҙагәре Лапшин, халыҡты сәй-шәкәр менән алдап, бал эсереп, ун мең дисәтинә ерҙе ала ла, ундағы урмандарҙы ҡырҡтырып, Ағиҙел йылғаһы буйлап ағас ҡыуҙыртырға тотона. Хәйер, ҡайҙан ун мең, ысынында иһә, ҡырҡ мең дисәтинә ер уның ҡулына бушлай тип әйтерлек килеп инә. Был – ысынбарлыҡта булған хәлдәр. Гәзиткә биргән бер интервьюһында әҙип Нөгөш буйында Лаптев тигән фамилиялы сәнәғәтселә (тимәк, яҙыусы уның фамилияһын Лапшин тип үҙгәртеп алған) олатаһы эшләгәнен, аҙаҡ атаһының да шунда тир түккәнен әйтә. Улар Әүжәнгә, Ҡағыға әрҙәнә ҡырҡырға йөрөгәндәр икән. Яҙыусы архив материалдары эҙләй, таба, Ремезовтың, Рычковтың урманға, урман эшенә арналған очерктарын уҡый, бала сағынан уҡ урмандағы төрлө хәлдәрҙе ишетә, уларҙы күңеленә йыя йөрөй. Һөҙөмтәлә уларҙың барыһы ла мәле еткәс ҡағыҙ битенә төшә. Шулай итеп, үҙ ауылы тирәһендә булған реаль ваҡиғаларҙы әҙип хәҙерге көндәргә килтереп ялғай, һәм ул сауҙагәр беҙҙең ата-бабаларҙан алдап-йолдап алған ерҙәрҙең бөгөнгө хәленә килтереп терәтә. Ә урмандың бөгөнгө хәле бер ҙә шәп түгел.

Бер һөйләшеп ултырғанда яҙыусынан: “Һеҙҙең “Шунда ята батыр һөйәге...” тигән романдан башҡа тарихи әҫәрегеҙ юҡ та шикелле” тигән һорауыма “Мәңгелек урман”ды мин тарихи роман тип иҫәпләйем” тигән яуап алғайным.

 

Васыяты

 

Ноғман Мусинды урман тура­һында ғына яҙыусы әҙип тип нарыҡ­лау уның бай ижадының бәҫен, баһаһын төшөрөү, ниндәйҙер тар рамкаға алыу булыр ине. Был һис тә улай түгел, уның был теманан йыраҡ торған байтаҡ хикәйә, повестары, романы ла бар. Алда телгә алып үткән “Шунда ята батыр һөйәге...” романы – бының асыҡ миҫалы. Әҫәр “Ағиҙел” журналының бер нисә һанында нәшер ителгәс (2000), мин уның тураһында мөнәсәбәтемде белдереп мәҡәлә яҙҙым. Мәҡәлә журналда шул йылдың 7-се һанында сыҡты. Шуға унда әйткәндәремде бөгөн ҡабатлап тороуҙы кәрәк тапмайым.

Бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы халыҡ яҙыусыһы. Беҙгә, бигерәк тә йәштәргә, уның яҙғандарын уҡыйһы ла уҡыйһы һәм фәһем алаһы. Ә фәһем алырҙай фекер, кәңәш, өгөт-нәсихәт, өлгө күп уның әҫәрҙәрендә. Иң беренсе, әлбиттә, тыуған төйәккә, үҙебеҙҙе солғап-уратып алған тәбиғәткә, урманға, йылға-күлгә һөйөү, уға хәстәрлекле, һаҡсыл ҡараш тойғоһо. Икенсеһе – халҡыбыҙҙың бай тарихын онотмау, батырҙарыбыҙҙы күтәреү һәм данлау, уларҙың данлы эшен киләһе быуындар аңына һеңдерә барыу. Ошо ике төшөнсәне беҙгә әҙиптең васыяты рәүешендә ҡабул итергә кәрәк.

Яҙыусының әҙәбиәт алдындағы йәнә лә бер күркәм эшен әйтмәй китә алмайым. Был, миңә ҡалһа, бик мөһим һәм беҙҙең тарафтан юғары баһаланырға хаҡлы. Ул да булһа – йәш әҙәбиәтселәр хаҡында хәстәрлеге. Бер интервьюһында әйтеүенсә, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзының проза секцияһы бюроһында 40 йыл тирәһе ағза булып торған икән. Шуның 15 йыллабы, бәлки, күберәктер ҙә – секцияның рәйесе вазифаһында. Быныһы – минең хисаплауым буйынса. Үткән быуаттың 70-се – 90-сы, хатта 2000 йылдарҙа хикә­йәләр, повестарҙан торған һәр ҡулъяҙма тигәндәй, роман тура­һында әйтеп тораһы ла юҡ, секцияла тикшерелә торғайны. Секция ултырыштары ай һайын булмаһа ла, ҡулъяҙмалар килеүенә ҡарап, ике-өс айға бер үткәрелеп тора. Ултырышта ете-һигеҙ, ун, ҡайһы саҡ унан да күберәк яҙыусы ҡатнаша, БДУ, пединститут ғалим­дары, тарихи әҫәр ҡуйылһа, тарихсылар килә, студенттар инеп ултыра һәм һәр уҡыған кеше үҙ фекерен әйтә. Ноғман Мусин шулай уҡ ҡулъяҙмаға ҡарата үҙ мөнә­сәбәтен белдерә, рәйес булараҡ аҙаҡтан һөйләшеүгә йомғаҡ яһай. Ә ултырыш сәркәтибе һәр кемдең сығышын теркәп бара (ул эште оҙаҡ йылдар дауамында Сабир Шәрипов, унан мин алып барҙым). Ҡулъяҙманы матбуғатҡа йәки китап нәшриәтенә тәҡдим итергәме-юҡмы, уны авторға кире ҡайтарып эшләргә ҡушырғамы икәне ултырыш аҙағында коллегиаль хәл ителә. Секция ҡарарын рәйес әйтә.

Мин быларҙы ни өсөн текемләп һөйләйем? Ошо даими үткәрелеп килгән сараларға йылдар, унар, егермешәр, Ноғман ағай үҙе әйткәнсә, ҡырҡ йыл самаһы дауамында уҡылған хикәйә, повесть, романдарҙы (артабан уларҙың күбеһе журналда баҫылды, китап булып сыҡты) ниндәйҙер мөғжизә менән бергә йыйһаң, моғайын да, тим, тау уҡ булмаһа ла ҡалҡыулыҡ хасил булыр ине. Уйлап ҡараһаң, ярты быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә ижад ителгән башҡорт прозаһы уның күҙҙәре аша үткән бит. Шәхсән мин үҙем дә тәүге хикәйәләр йыйынтығы менән заманында ошо процедураны үттем һәм файҙалы кәңәштәр әйткән ағайҙарға һаман да рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең китапты тикшереүҙә ҡатнашҡан ағайҙарҙың барыһы ла баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө...

Ноғман ағайҙың секцияла һөй­лә­гәндәре, олпат әҙипкә булһынмы, ул саҡтағы минең һымаҡ башлап ҡәләм тирбәтеүсегә булһынмы, биргән кәңәштәре авторҙарға әйтеп бөткөһөҙ файҙа, ваҡытында әйтел­гән теләк, әҫәрҙе артабан камиллаштырыу өсөн бер әсбап, юғары кимәлдәге профессиональ һүҙ була торғайны. Әйткәндәй, олоғайыу сәбәпле секция йыйылыштарынан ситләшһә лә, был изге эшен яҙыу­сы ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем дауам итте һәм байтаҡ йәше­рәк быуын әҙиптәренә әҫәрҙәрен камиллаштырыуҙа ярҙам күрһәтте. Быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, остаз! Рәхмәтемде мин үҙ исемемдән генә түгел, үҙ быуыным исеменән дә әйтәм...

Ер биҙәге урман булһа, Ноғман Мусин ижады – башҡорт әҙәбиә­тенең бер биҙәге. Ул биҙәк беҙҙең, иҫән ҡәләмдәштәренең, уҡыусы­лар­ҙың күҙ һәм күңелдәрен иркәләп, зиһенде байытып, рухи аҙыҡ биреп оҙаҡ балҡып торор әле.

 

Әмир ӘМИНЕВ.

Читайте нас: