Яҡын кеше тураһында үткән заманда һөйләүҙән дә ауырыраҡ ғәмәл юҡтыр... Халҡыбыҙҙың моңло ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова һәр саҡ беҙҙең менән булыр төҫлө тойолдо. Етмешен тултырһа ла, төҫ-ҡиәфәткә күпкә йәшерәк күренә ине, дәрте лә, дарманы ла ташып торҙо. Күңеле саф кеше генә шулай һаҡлана алалыр инде. Ваҡыт үткән һайын йышыраҡ иҫкә төшә Роза апай, шундай ҙур талант менән бер заманда йәшәү үҙе ҙур бәхет булған икән! Роза апайһыҙ бер йыл да үтеп китте...
Ҡанат ҡуя белде
Роза апайҙың йырҙарын бәләкәй саҡтан тыңлап үҫтек. Улай ғына түгел, беҙ бер ауылдан, бер урамдан. Атайым Ғиззәт менән Роза апай хатта бер класта уҡығандар. Бик зыялы, абруйлы заттан ине Роза апай. Уның атаһы – Сабирйән апа (беҙҙең диалектта атаңдан олораҡ ир кешене “апа” тип йөрөтәләр) бик күп гәзит-журнал алдыра торғайны. Республикалағы, илдәге бөтә яңылыҡтарҙы белеп барған, милли әҙәбиәтте яҡшы белгән шәхес ине. Атайым ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булғас, Сабирйән бабайҙың дини ҡанундар буйынса мәрхүмде тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатыуҙы ойоштороп йөрөгәне әле лә хәтеремдә.
Мәктәптә уҡығанда, класыбыҙҙа Роза апайҙың ҙур афишаһы эленеп тора ине. Уҡытыусыбыҙ Клара Атнағолова, шул портретҡа күрһәтеп: “Бына Рауза инәйегеҙ беҙҙең ауылдыҡы. Нажиә инәй менән Сабирйән апағыҙҙың ҡыҙы. Тырыш булғас, белемгә ынтылғас, ана ниндәй ҙур кеше хәҙер! Һеҙ ҙә яҡшы уҡыһағыҙ, уның кеүек булырһығыҙ!” – тип һөйләгәне хәтерҙә. Ысынлап та, Роза апай үҙенең уңышы һәм йәшәү рәүеше менән Абҙаҡтағы күп бала өсөн яҡты маяҡҡа әүерелгәйне.
Мәктәптә уҡыған йылдарҙа Роза Аҡкучукованы күберәк телевизорҙан йә гәзит-журналдан уҡып белә инек. Ә инде ауылға берәй байрамға концерт менән килһә, ситтән генә күҙәттек, янына барып, һүҙ ҡушырға ҡыйманыҡ.
Өфөлә уҡыған йылдарҙа, Роза апайҙы осратып, үҙемде таныттым. Класташы Ғиззәттең улы икәнемде белгәс, апай йылмайып ебәрҙе:
– Университетта уҡып йөрөйһөң икән! Маладис! Атайың иҫән булһа, ҡайһылай ҡыуаныр ине. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, һин уҡып бөт инде. Берәй йомошоң булһа, шылтырат, юғалма!..
Шунан йышыраҡ аралаша башланыҡ. Ятаҡта йәшәгән студенттың аслы-туҡлы йөрөгәнен белгәндер инде Роза апай. Бер саҡ өйөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы:
– Ауылдан атайым менән әсәйем килде әле. Бөгөн тултырма бешерәм. Әйҙә, ҡунаҡҡа кил. Атайым да һинең менән бик ҡыҙыҡһына ине. Һөйләшеп ултырырбыҙ...
Уның менән һәр һөйләшкәндә үҙеңә шул тиклем рухи көс, дәрт алаһың. Әсәйҙәрсә хәстәрләп, төрлө кәңәштәрен әйтеп тора. Тағы уның шундай матур сифатына иғтибар иттем: апай гел кешене дәртләндерергә яратты, ҡанат ҡуя белде. Әммә үҙендә маһайыу, эреләнеү кеүек сифаттарҙың остоғо ла булманы. Һәр саҡ ябай булып ҡала ине. Бәлки, шуғалыр ҙа уның менән аралашыуға кешеләр ынтылып торғандыр. Әлбиттә, ул үҙ дәрәжәһен белде. Тик башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифатҡа эйә булараҡ, үҙенә артыҡ иғтибарҙы ла талап итмәне, “йондоҙ сире” менән дә ауырыманы.
“Абҙаҡтан башҡа урынды ҡабул итмәне”
Хәҙер йырсылар күп. Хатта күптәренең тауышы бер иш кеүек тә тойола, кемдең кем икәнен дә айырыуы ҡыйын. Ә Роза Аҡкучукованы берәү менән дә бутап булмай. Уның тауышы ҡабатланмаҫ! Күп кенә йырҙарын шул тиклем драматизм менән башҡара, тыңлағанда тәндәр зымбырлап китә! Йә иһә, киреһенсә, шул тиклем талғын, көсәнмәй генә йырлай ала. Ундай йырҙарын тыңлап тынысланаһың, күңел ял итә...
Яҡташтары Роза апайға арнап ошондай таҡмаҡ та сығарған:
Абҙаҡ тауҙары бик бейек –
Торалар кеүек һаҡта.
Тын да алмайса тыңлайбыҙ
Роза йырлаған саҡта!
Ысынлап та, уның башҡарыуындағы “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” йырҙары ғына ни тора! Улар ысын мәғәнәһендә башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.
Ҡайҙан килә икән шул тиклем моң?! Күрәһең, халҡыбыҙҙың барлыҡ шатлыҡ-һағыштары, ҡыуаныстары, аһ-зары, данлы ла, шанлы ла үткәне бер йомғаҡҡа тупланып, Роза Аҡкучукова тауышында сағылыш тапҡан. Ауылдашымдың ижадын яҡын күргәнгә, үҙен бик ихтирам иткәнгә уның репертуарындағы “Әбйәлил бәйетен” (ул Абҙаҡ ауылында сыҡҡан бәйет, элек ауылыбыҙ Әбйәлил районына ҡараған) “Әкиәтһеҙ бала саҡ” китабыма ла кереттем. Әҫәрҙә йырсының исеменә бәйләп, бәйеттең ҡыҫҡаса килеп сығыу тарихы ла бирелде.
Ижадта тәүге аҙымдарымды яһаған йылдарҙа, Роза апайҙың кәңәштәре ныҡ ярҙам итте. Ә уның был өлкәлә тәжрибәһе етәрлек ине: ни тиһәң дә, утты-һыуҙы кисеп, һынмаған-һығылмаған, үҙен үҙе шәхес иткән! Ҡайһы бер мәлдә күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар ҙа булғыланы, ижади мөхиттә ғәҙелһеҙлеккә тарығанда, нимә эшләргә белмәгән миҙгелдәр ҙә әҙ булманы.
– Бер кем менән дә бәхәсләшмә! – ти торғайны Роза апай. – Кеше менән һүҙ көрәштереүгә көсөңдө бөтөрмә. Иғтибар ҙа итмә, китап яҙыуыңды бел! Үҙеңдең кем икәнеңде ижад менән иҫбатларға кәрәк. Әгәр мин заманында һәр әйткән ауыр һүҙгә яуап биреп, талашып йөрөһәм, күптән юғалып ҡалыр инем. Ә мин ижад иттем, йырҙар яҙҙырҙым. Төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға кәрәк, улым!
Роза апай тыуған ауылын – Абҙаҡты, уның халҡын ныҡ яратты. “Миңә бер ниндәй ҙә сит ил дә, диңгеҙ ҙә кәрәкмәй. Абҙағым һау булһын. Шунда ғына кешесә ял итә алам”, – ти торғайны ул. Үҙе һөйләүенсә, хатта яҡындары бер нисә тапҡыр диңгеҙгә ял итергә юллама ла биреп ҡараған, тик Роза апай баш тартҡан. Абҙаҡтан башҡа урынды күңеле ҡабул итмәгәндер, күрәһең.
Йырҙарығыҙ күңелдәрҙе имләй
“Беҙҙең ауыл халҡы шул тиклем шәп бит ул! Таланттар ҙа етәрлек! Тик күренеп кенә бармайҙар. Шуға ауылға төрлө сара үткәрергә йышыраҡ ҡайтайыҡ, уҡыусыларға шул осрашыуҙар, бәлки, йоғонто яһар”, – тип Роза апайҙың бер нисә ҡат әйткәне хәтеремдә. Апайҙың һүҙен күҙ уңында тотоп, бергәләп Абҙаҡҡа ҡайтып, бер нисә матур әҙәби-мәҙәни кисә лә ойошторҙоҡ. Мәктәптең ул саҡтағы директоры Гөлшат Йомағужина ҡуш ҡуллап ҡаршылай. Һуңғы йылдарҙа ғына яҙыусылар ҙа, йырсылар ҙа, ғалимдар ҙа күп булды ауылыбыҙҙа. Әҙиптәр Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Ирек Кинйәбулатов, Венер Исхаҡов, Рәмил Сурағол, йырсыларҙан Роза апай үҙе, Әлфиә Юлсурина, Харис Шәрипов, ғалимдар Мирас Иҙелбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Тельман Әминев (Зәйнәб Биишеваның улы), актер Муллаян Һөйәрғолов, музыкант Миңлеғәфүр Зәйнетдинов...
Шундай осрашыуҙарҙың береһенән һуң ҡайтырға сыҡҡанда Роза апай шаярыу ҡатыш әйтеп һалды:
– Бына беҙҙең күп кенә коллегалар донъя ҡуйғас, ҡалала ерләнә. Ошондай матур ауылыбыҙ булып та, нисек сит ерҙә ятмаҡ кәрәк?! Мәшһүр рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллин да васыят итеп, Абҙаҡта ерләнде бит. Һуңғы төйәгең матур тыуған ереңдә булыу ҙа – оло бәхет! – тине. Шунан башҡалар кинәт ошондай һөйләшеүгә аптырамаһын типтер, өҫтәп ҡуйҙы. – Быны мин киләсәккә әйтәм инде. Әле йәшәргә лә йәшәргә...
Был һүҙҙәр тиҙҙән ысынға әүерелер, тип кем белгән?! Роза апайҙың китеүе лә көтөлмәгәнсә булды. Йырлайһы йырҙары ҡалды...
Роза апай 70 йәшлек юбилейын үткәргәндә, концерт сценарийын минән яҙыуҙы һораны. Бик ҙур теләк менән тотондом ул эшкә. “Онота алмайым!..” – тип атала ине ул концерт программаһы. Был Роза апайҙың иң һуңғы концерты булып сыҡты...
Беҙ ҙә һеҙҙе онота алмайбыҙ, Роза апай! Ихлас йылмайыуығыҙ һәр саҡ күҙ алдында, моңло йырҙарығыҙ әле лә күңелдәрҙе имләй. Һеҙ инде башҡа ғаләмгә күстегеҙ, ә ижадығыҙ ерҙә мәңгелеккә ҡалды. Алтындай ҡиммәтле йырҙарығыҙ йорттан-йортҡа, күңелдән-күңелгә күсеп, оҙон-оҙаҡ йәшәр әле...
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.