Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?

Әсәйем миңә телдең һәм ҡолаҡтың иң осон ҡырҡып биреп, "телең осло булһын", ҡолағың һиҙгер булһын" тип һамаҡлар ине.

Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?
Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?

Халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе - "Баш итенә саҡырыу" яҙ көнө башҡарылған. Элек-электән бындай ит тик хөрмәтле ҡунаҡтарға ғына ашатылған. Баш ите ашау йолаһы мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу һәм әруахтар культы менән бәйле - уларға ырыу-заттың именлеген һорап һәм яҡты киләсәк теләп мөрәжәғәт итеү күренеше халыҡта киң таралған булған. Был йоланың яҙ көнө, малдар ҡырға сығыр алдынан үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә, баш ите ашаған саҡта мал артһын, уңыш бай булһын тип теләгәндәр.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре тарафынан был боронғо йола башҡарылған. Айһылыу исемле ағинәй баш ите бешереп, табын йыйған, аят уҡытҡан.

Хужабикә әйтеүенсә, борон яҙ баштарында көндәр йылына башлау менән "баш итенә" саҡырышҡандар. Һыйыр малының башын өтөп, йыуып, таҙалап бешергәндәр. Күрше тирәне, туған-тыумасаны саҡырып һыйлар булғандар.

Ил-йорт тыныс булһын, ашлыҡ уңһын тип аят бағышлап, мал-тыуар һимеҙ булһын тип теләктәр әйтелә. Хужабикә итте өлөшлэп таратып сыға. Ҡунаҡтар хужаларға изге теләктәрен еткерә.

Әйткәндәй, минең әсәйем дә, баш итен иң ҡәҙерле кешеләргә ашатырға кәрәк тип, һәр саҡ балаларының ҡайтыуына бешереп көтөр ине. Һәр ваҡыттағыса, миңә телдең һәм ҡолаҡтың иң осон ҡырҡып биреп, "телең осло булһын", ҡолағың һиҙгер булһын" тип һамаҡлар ине. Ә һеҙҙә, баш ите ашатыу йолаһы нисек башҡарыла ине? Әйҙәгеҙ, шул хаҡта һөйләшәйек әле. 

Фото һәм видео: Баймаҡ районы ағинәйҙәре сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: