Бөтә яңылыҡтар

Риза Мәһәҙиевҡа бөгөн 50 йәш тулыр ине

Бөгөн 18:00 сәғәттә Риза Мәһәҙиев тураһында "Ваҡыт ҡуласаһы" тапшырыуы була. Яратҡан йырсыбыҙҙы һәм талантлы актерҙы яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ, уның башҡарған йырҙарын тыңлайыҡ.  

Риза Мәһәҙиевҡа бөгөн 50 йәш тулыр ине
Риза Мәһәҙиевҡа бөгөн 50 йәш тулыр ине

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевҡа 50 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бик ваҡытһыҙ, ни бары 48 йәшендә, аяуһыҙ сир арҡаһында арабыҙҙан китте.

Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районының Ибрай ауылында донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә һәм ғүмеренең ахырынаса шунда ижад итә. Ул үҙен талантлы актер, халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп таныта. "Актер йыры-1994" конкурсында дипломант, "Дуҫлыҡ йыры-2002" йыр бәйгеһендә лауреат була.

2003 йылда Риза Мәһәҙиев – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм 2010 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була.

Бөгөн 18:00 сәғәттә Риза Мәһәҙиев тураһында "Ваҡыт ҡуласаһы" тапшырыуы була. Яратҡан йырсыбыҙҙы һәм талантлы актерҙы яҡты хәтер менән иҫкә алайыҡ, уның башҡарған йырҙарын тыңлайыҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: