Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡобайыры аҙналығы иғлан ителде

Унда ниндәй саралар планлаштырылған?

Башҡорт ҡобайыры аҙналығы иғлан ителде
Башҡорт ҡобайыры аҙналығы иғлан ителде

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында Рәсәйҙә Мәҙәни мираҫ йылына, шулай уҡ Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған Башҡорт ҡобайыры аҙналығы иғлан ителде.

"Сараға ярашлы, уҡыу йорттарында “Йәш сәсәндәр мәктәбе” асыу тантаналары, “Ил батыры - Урал” күргәҙмәһе, сәсәндәр фестивале, “Йәш быуынды башҡорт ҡобайырҙары аша илһөйәрлек рухында тәрбиәләү” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция, билдәле фольклорсыларыбыҙға бағышланған класс сәғәттәре, Айҙар байыҡтың, Салауат Юлай улының тормош юлына, ижадына арналған кластан тыш саралар, фольклорсылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған", – ти Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Ғилманов.

Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Тимербай Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты.

Фото Марат Ғилмановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: