Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт ҡыҙы хайран ҡалдырҙы

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Әлфиә Ниғмәтуллинаға конкурс финалында ла уңыштар теләйбеҙ! 

Башҡорт ҡыҙы хайран ҡалдырҙы
Башҡорт ҡыҙы хайран ҡалдырҙы

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Ниғмәтуллина "Үҙәк Азия таланттар эҙләй" халыҡ-ара конкурсының финалына сыҡты.

Конкурсты ойоштороусылар һәм продюсерҙар Әлфиәнең сығышын юғары баһаланы, айырым иғтибар, рәхмәт белдерҙе. Йырсы жюри ағзаларын, тамашасыларҙы ғәжәйеп тауышы ғына түгел, тәбиғәт тауыштарын имитациялай белеүе менән дә хайран ҡалдырҙы.

Быйыл конкурстың һайлап алыу турында Азия илдәренән дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты, проектта Әлфиә Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы булды.

Яҡташыбыҙға быйыл майҙа үтәсәк “Үҙәк Азия таланттар эҙләй" конкурсы финалында ла уңыштар теләйбеҙ.

Белешмә:

"Үҙәк Азия таланттар эҙләй" халыҡ-ара шоуы – Үҙәк Азияның биш илен – Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Азербайжанды берләштергән проект. Шоуҙың һайлап алыу туры Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында, ярымфинал март айында Алматыла үтте.

Сығанаҡ һәм фото: “Культурный мир Башкортостана”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в