Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы айҡанлы “Ағинәйҙәр һүҙе - аҡылдың үҙе” тип аталған йыйын үтте. Сараның төп маҡсаты - быйылға план үтәлеше, эш алымдары тураһында фекер алышыу.
Ағинәйҙәр ойошмаһына ингән яңы ағзалар менән танышыу йыйындың матур бер өлөшө булды.
Иҫке Сибай ауылының оҫта ҡуллы ағинәйҙәре тула баҫыу серҙәренә өйрәтте, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Үҫеп килгән быуын күңеленә телһөйәрлек, рух һалыу тураһында Икенсе Этҡол, Әбделкәрим, Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре сығыш яһаны. Милли биҙәүестәр эшләүҙә етешһеҙлектәр осрауына борсолоу белдереп, уларҙы булдырмау йәһәтенән Ниғәмәт, Иҫке Сибай, Төркмән ағинәйҙәре үҙ фекерҙәрен әйтте.
Йыйын әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәндәргә республика һәм район ағинәйҙәр ойошмаларының Маҡтау һәм Рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды.
Фото һәм сығанаҡ: "Читающий Баймак" сайты.