Күптән түгел Рәсәйҙә #Россия_Мы тип аталған флешмоб иғлан ителде. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бейеү ансамблдәре ҡатнаша. Беренсе булып уны Ростов өлкәһе башланы, аҙаҡ Кубань ҡушылды. Хәҙер беҙгә лә килеп етте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияның төп маҡсаты – Рәсәй халыҡтарына берҙәмлек тураһында хәтерҙәренә төшөрөү.
Башҡортостан Республикаһы бейеү буйынса эстафетаны Амур өлкәһе менән Тыва Республикаһына тапшырҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең бейеүҙең видеоһы менән бергә түбәндәге яҙманы ла ҡалдырҙы. “Беҙ – ҡеүәтле, көслө, күп милләтле Рәсәй халҡының бер өлөшө. Беҙ – берҙәм халыҡ. Башҡортостандың күп милләтле халҡы әлеге ваҡытта тыныслыҡ һәм именлек өсөн көрәшкән беҙҙең һалдаттарҙы хуплай һәм #Россия_мы тигән флешмобҡа ҡушыла. Амур өлкәһе һәм Тыва Республикаһы, эстафетаны ҡубул итегеҙ!”
Фото afisha-ufa.ru