Сарала ҡатнашҡан спикерҙар – БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Зиннур Сөләймәнов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, Өфө “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин һәм театр белгесе Айһылыу Сәғитова фестивалдең асылы, йүнәлештәре, маҡсаттары менән таныштырҙы.
“АРТылыш FEST” республика театраль фестивалендә Башҡортостандың бөтә 12 профессиональ театры ҡатнаша. Фестиваль барышында тәҡдим ителәсәк спектаклдәр ярыш алымында түгел, ә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатын тотоп күрһәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта республика һәм Рәсәй театр белгестәренән торған абруйлы эксперт советы эшләйәсәк һәм һәр коллективтың сығышына ентекле баһа бирәсәк.
“Был фестиваль – беҙҙең тарафтан оҙайлы пандемиянан һуң көтөп алынған сара. Күптән, 2019 йылда уҙған “Туғанлыҡ” фестиваленән алып, аралашҡаныбыҙ юҡ ине, ә бындай саралар, фекер алышыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар сәнғәт кешеләре өсөн бик кәрәк”, - тип билдәләне матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар.
Театр донъяһы вәкилдәре пандемия шарттарында сәнғәт усаҡтарының нисек эшләүе, был еңел булмаған осорҙо нисек үткәреүе, әлеге фестивалгә ниндәй спектаклдәр әҙерләүе тураһында ентекле һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ фестиваль барышында “Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл дә ойоштороласаҡ.
Быға тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” һәм “Театрҙар – балаларға” проекттарына ярашлы сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙе күрһәтеү буйынса ойошторолған ун көнлөк (декада) быйыл тәүге тапҡыр бына ошондай фестиваль форматында уҙғарыла. Уны йыл һайын үткәреү күҙаллана.
Республика театрҙары фестивалгә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, йөкмәткеле тамашалар әҙерләгән. Спектаклдәр 20 марттан 27-һенә тиклем баш ҡала театрҙарының һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә барасаҡ. Билеттар театр кассаларында һәм онлайн-алымда сайттарҙа һатыла. Шулай уҡ бөтә тамашаларға “Пушкин картаһы” буйынса билеттар алырға ла мөмкин.
Автор фотоһы.