Бөтә яңылыҡтар

Төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап та өлгөрҙө!

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар менән таныштыра башлайбыҙ. Тәүге һүҙ – Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова тураһында. 

Төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап та өлгөрҙө!
Төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап та өлгөрҙө!

"Бәйләнештә" селтәрендә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар менән таныштыра башлайбыҙ.

Тәүге конкурсантыбыҙ – Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова. Ул – Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән "Яугүл" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар йәш быуынға ла ҡумыҙ сиртеү серҙәрен өйрәтә – "Төйәләҫ" балалар ҡумыҙсылар ансамбленә етәкселек итә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә. 

Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Ғабдулла Сәидиҙең бүләсәре булараҡ, Дилара Мөхөтдин ҡыҙы – иман юлын үҙ иткән хажиә лә.

Әлеге мәлдәге күрһәткестәргә ҡарағанда, Дилара апай тауыш биреүҙә ҡатнашҡан байтаҡ төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап өлгөргән дә инде. Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото Д. Рафиҡованың шәхси архивынан.

Төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап та өлгөрҙө!
Төркөмдәштәребеҙҙең күңелен яулап та өлгөрҙө!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: