Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан Наилә Шөғәйепова Татарстандың Ҡазан ҡалаһында II «Яңы татар йыры» шағир-йырсылар һәм композиторҙар араһындағы конкурстың гала-концертында ҡатнашты.
Нәғилә Кәшбетдин ҡыҙы – күп йырҙар авторы. Улар араһында «Һин генә», “Тәҙрәләрегеҙ кисәһе”, “Йөрәгеңә яҙып ҡуй”, “Һөйәм үҙемсә генә”, “Тал тирбәлә” һәм башҡалар бар. Улар «Юлдаш», «Болғар» радиоларында башҡарыла.
«Яңы татар йыры» конкурсына ғаризалар ҡабул ителеүе хаҡында белгәс, тәүәккәлләргә булдым. Конкурс кимәле бик юғары булды, эстрада йырҙары менән һайлап алыуҙы үтеү мөмкин түгеллеген аңлай инем, – тип уртаҡлаша Нәғилә Шөғәйепова тәьҫораттары менән. – 8 Март байрамы алдынан ғына мине конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар. Тулҡынландым, һәләтле башҡарыусылар, яңы йырҙар – бөтәһе лә бер сәхнәлә".
5 мартта композиторҙарҙың иң яҡшы йырҙарынан торған ҙур йомғаҡлау концерты үтә. Нәғилә Кәшбетдин ҡыҙының йыры «Фәриҙә Алһыу» дуэты башҡарыуында 3-сө урынды ала. Яҡташыбыҙ III дәрәжә лауреат исеме яулай һәм 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ!
Фото: Н. Шөғәйепованың шәхси архивынан.