Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?

26- 27 мартта Сибайҙа II төбәк-ара туҡыусылар форумы үтә. Унда һәр кем ҡатнаша ала.

Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?
Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыу буйынса (балаҫ һуғыусылар) II төбәк-ара форум үтә. Унда Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Архангел, Миәкә, Йылайыр, Көйәргәҙе, Әлшәй райондарынан һәм Силәбе, Пермь өлкәләренән оҫталарҙың килеүе көтөлә. 

Форумды ойоштороусыларҙың береһе, "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Рәсәй күңеле" премияһы лауреаты, сәсәниә Асия Ғәйнуллина белдереүенсә, һәр төбәк үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө бер яҡлы ғына үҫеш ала, сөнки һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй.

Икенсе форумдың төп маҡсаты - республиканың иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре алыу, йәш быуынға өйрәтеү һәм Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбе булдырып, уны ил кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу.

Форумда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 

Автор фотолары.

Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?
Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?
Аллы-гөллө балаҫтарҙы кем һуға?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас