“Ҡурай” музыкаль телеканалы етәксеһе, журналист, продюсер, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева социаль селтәрҙә ире, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин тураһында яҙҙы.
“Заһир үҙен төшөрөп, интернетҡа һалырға бөтөнләй яратмай. Миңә лә ғаиләгә, балаға ҡағылышлы фото, видео ҡуйырға рөхсәт итмәй. Беҙҙең өйҙә йыш ҡына кис концерт. Күберәк уның кәйефенән тора. Бер көн дудукта уйнаһа, икенсеһендә - ҡурайҙа, унан - баян, гармун. Беҙҙең хужа шулай бик хисле кеше”, – тип яҙҙы ул.
Рита Өмөтбаева яңыраҡ тағы ла ғаиләһенә бәйле яҙма ҡуйҙы:
“Йырсылар бар, йырлаусылар бар, йырларға тырышыусылар бар... Әммә улар араһында моңлолары аҙҙыр. Ни өсөн тигәндә, моңло йырсы нимәгәлер бик баҫалҡы, сәхнә бейеклегенә ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән килә. Ул популярлыҡ, дан, шөһрәт, аҡса, байлыҡ тураһында ла уйлап бармай. Үҙенсә генә, үҙ донъяһында йәшәй. Шундай йырсыларҙың береһе - Заһир Иҫәнсурин (мин уны бөтә кешегә ҡарағанда ла күберәк, яҡыныраҡ беләм). Әлеге мәлдә беҙ уның менән бер бәхәсләшеп, бер көлөшөп, берсә янып-көйөп концертҡа әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Шомло ла, тулҡынландырғыс та... Бында инде мин Заһирҙы дәртләндереп ебәрәм: "Һинең үҙ тамашасың бар, халыҡ була ул", – тим. Ул шунан репетуар буйынса уйлана башлай, эшкә тотона. Тағы икеләнеп китә... Ҡалғанын, ошо борсолоуҙарҙың һөҙөмтәһен, 9 апрелдә Заһир Иҫәнсуриндың концертында күреп аңларһығыҙ, тип уйлайым. Тамашала шулай уҡ өс Заһирҙан - Заһир Зәйнетдиндән, Заһир Шәйәхмәтовтан, Заһир Иҫәнсуриндан ҡыҙыҡлы номер буласаҡ. Ранис Алтынбаевтың, Рәүеф Иҫәнсуриндың һәм Татарстандан махсус ҡунаҡтар Зинира менән Ризат Рамазановтарҙың сығышы ла көтөлә. Ә иң әүҙем тамашасыға "Ҡарағай" шифаханаһына путёвка тапшырыласаҡ!”
Фото: "Бәйләнештә" төркөмөнән.