"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусы сираттағы замандашыбыҙ – Гөлсирә Бикбаева, Нуриман районы Яңы Күл ауылындағы модель китапхананың баш китапханасыһы.
Төп вазифаһынан тыш, Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы – "Күлдәр иле" фольклор коллективының әүҙем ағзаһы, "Көҙәй" башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең методисы ла. Үҙәк эшенең төп йүнәлеше – Нуриман районы башҡорттарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен тергеҙеү.
Гөлсирә Фәнүр ҡыҙының яратҡан шөғөлө – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе - һаҡал эшләү. "Көҙәй"ҙә теләгәндәр өсөн ошо юҫыҡта ла, урындағы халыҡтың элекке кәсебе – йүкәнән таҫма һуғыу буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Ҡәҙерле дуҫтар, күңелегеҙгә ятҡан ҡатнашыусыларыбыҙ өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, әүҙем булығыҙ!
Фото Г. Бикбаеваның шәхси архивынан.