Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан бейеү флешмобына ҡушылды

afisha-ufa.ru
Фото:afisha-ufa.ru

Күптән түгел Рәсәйҙә #Россия_Мы тип аталған флешмоб иғлан ителде. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән бейеү ансамблдәре ҡатнаша. Беренсе булып уны Ростов өлкәһе башланы, аҙаҡ Кубань ҡушылды. Хәҙер беҙгә лә килеп етте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияның төп маҡсаты – Рәсәй халыҡтарына берҙәмлек тураһында хәтерҙәренә төшөрөү.

Башҡортостан Республикаһы бе­йеү буйынса эстафетаны Амур өлкә­һе ме­нән Тыва Республикаһына тапшырҙы.  

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәр­ҙәрҙә беҙҙең бейеүҙең видео­һы менән бергә түбәндәге яҙманы ла ҡалдырҙы. “Беҙ – ҡеүәтле, көслө, күп милләтле Рәсәй халҡының бер өлөшө. Беҙ – берҙәм халыҡ. Баш­ҡортостандың күп милләтле халҡы әлеге ваҡытта тыныслыҡ һәм именлек өсөн көрәшкән беҙҙең һалдат­тарҙы хуплай һәм  #Россия_мы тигән флешмобҡа ҡушыла. Амур өлкәһе һәм Тыва Республикаһы, эстафетаны ҡубул итегеҙ!”

 

Әлфиә Минғәлиева.

Читайте нас в