Нисә ерҙә күпме ҡар көрәнек –
Барыһы мөмкин ҡомар үрсегәндә;
– Беҙ ирҙәрме, юҡмы? – тип көлөштөк,
Күкрәк ситен йөрәк сүкегәндә,
Түҙә алмай тауҙар үкергәндә.
Хәҙер, нисә йыл шул ғүмерҙән һуң, күҙ алдында улар ғорур ирҙәр булып һынлана. Тормош ваҡлыҡтарына, тәбиғәт ҡырыҫлығына, аяҡ аҫтындағы төрлө бәләләргә бирешмәҫ ирҙәр... Халҡымдың арҙаҡлы азаматтары. Ижад юлымда осраған, хатта яҙмышыма ниндәйҙер йоғонто ла яһаған ағайҙар! Үҙебеҙҙең ағайҙар!
Иң мөһиме – һабаҡ алыу
Булат Рафиҡов – халҡыбыҙҙың тоғро улы, романсы. “Өйһөҙ ҡалған тауыштар” китабы, “Ғәрәп”, “Эйәрләнгән ат”, “Ҡараһаҡал”, “Ахырызаман көткәндә” әҫәрҙәре ижадсыһы.
Рауил Ниғмәтуллин – нескә лирик, ялҡынлы инсан, “Тауҙарҙа таң”, “Еңмеш”, “Япраҡ еле”, “Мөхәббәткә юҡ өҙәрем”, “Аҡ нур”, “Ҡыңғырауҙар”, “Тауҙарыма ҡарап” китаптары эйәһе, ғүмер башында әллә ниндәй өмөттәр уятҡан уҙаман, хатта “халҡыбыҙҙың мәғариф эшмәкәре” тиһәң дә, хаҡ һүҙ булыр.
Хәҙер уйлайым да, ошо ирҙәр араһынан Рауил Ниғмәтуллинды баштараҡ күргәнмен икән, тим. Башҡорт дәүләт университетының икенсе курсында уҡып йөрөйбөҙ. Оҙон тәнәфестә, буғай, оҙон буйлы ағай аудиториялар буйлап йөрөп ята. Бер бүлмәгә инә, шунан – икенсеһенә, тағы. Ни эҙләй? Элек уҡығандарҙан, гәзит-журналдарҙа баҫылған фотоһы буйынса танып ҡалам: Рауил Ниғмәтуллин! Шул ваҡытта уның “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эшләй башлаған сағы.
Аудиториябыҙға инә лә телмәрен башлай:
– Егеттәр, ҡыҙҙар, һеҙҙе, буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылырға саҡырам! Һеҙҙең янға яҡын итеп, һеҙҙе үҙ туған һәм ҡәрҙәштәрем тип еттем.
Ҡәрҙәштәре, туғандары янына килгән ағай! Теге рустағы “народник”тар һымағыраҡ була инде (Рауил ағай аҙаҡ та күңелемдә “народник” төҫлөрәк һынланасаҡ).
Булат Рафиҡов университетта дүртенсе курстарҙа уҡығаныбыҙҙа яныбыҙҙа пәйҙә. Күмәктәр ине ул саҡта осрашыуға килгән әҙиптәр... Рәсми рәүештә әйткәндә, шул көндә беҙҙә Яҙыусылар союзының күсмә йәштәр проза-поэзия секцияһы ултырышы булды. Рәшит Солтангәрәев, Ким Әхмәтйәнов, Сафуан Әлибай, Риф Мифтахов, Әсхәл Әхмәт-Хужа һәм дә Булат Рафиҡов... Шунда студенттарҙың ҡулъяҙмаларын – Тамара Искәндәриәнең шиғырҙарын, Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың нәҫерҙәрен, Ринат Камалдың хикәйәһен тикшерҙеләр. Шәп сара булды ул. Иң мөһиме – маһир әҙиптәр менән осрашыу, шунан фәһем, оло һабаҡ алыу.
Иҫеңдәме, беҙ Баймаҡтан ҡайттыҡ,
Иң бәйелһеҙ буран ҡоторғанда;
Теге донъя тупһаһында булдыҡ,
Көрт аҫтында ҡалып ултырғанда,
Ҡурҡышып та тауҙар ҡысҡырғанда.
Тоғро ир-егеттәр
Һуңынан (1980 – 1985 йылдарҙа), ысынлап та, Рауил Ниғмәтуллин ағай юрағанса, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәс, Өфөгә күсендем. Башҡортостан радиоһында, йыл ярымлап Яҙыусылар союзы идараһында тир түккәс, 1991 йылда Нажиә Игеҙйәнова һәм Рәшит Солтангәрәев фатихаһы менән Булат Рафиҡов ағай (ул осорҙа баш мөхәррир) “Ағиҙел” журналына эшкә ҡоҙаланы.
Ә Рауил Ниғмәтуллин ағай шунан алда ғына миңә “Башҡорт халыҡ фирҡәһе” дилбегәһен ҡулға алырға тәҡдим яһаны: “Йәшең бара, һин инде өлгөрөп еткәнһең, быуынға ултырғанһың. – Салауат Юлаев һәйкәле майҙанындабыҙ. – Мин нәшриәт эшенә күсәм”. Ул саҡта әле Рауил Ниғмәтуллин үҙе “Башҡорт халыҡ фирҡәһен” етәкләй. 80 – 90-сы йылдар халыҡ күтәрелеше иң юғары нөктәһенә еткән осор ине.
Шунда беҙҙең “Ағиҙел” журналы редакцияһы Әй урамындағы полиграфия техникумының дөйөм ятағындағы иң юғары ҡатты биләне. Булат Рафиҡов бишенсе ҡатҡа һәр ҡатта туҡтай-туҡтай, һулышын тигеҙләй-тигеҙләй менә. “Китап” нәшриәтенә лә йыраҡ түгел. Тәүге хикәйәләр, нәҫерҙәр китабым ҡулъяҙмаһын теүәлләп, нәшриәткә илтәм. Унда әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире – Рауил Ниғмәтуллин. Беренсе “Бәлә” китабым ҡулъяҙмаһын ул ҡабул итеп ала. “Игелекле Рауил ағайҙың ҡулына эләкте”, – тип һөйөнөп ҡайтам.
1993 йылда, февралдә төньяҡ-көнсығыш төбәгенең Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа – Әйле ырыуының ҙур йыйыны. Был оло ҡорға ошо тирәләге райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, йәмәғәтселәр, йәш-елкенсәк йыйыла. Шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфөнән абруйлы делегация бар. Беҙ “Башнефть” берекмәһе биргән йылы, иркен “Икарус” автобусында – Киров исемендәге телефон аппараты заводының профком рәйесе Франгиль Ғибәтов, Салауат районынан сыҡҡан, әле республикабыҙҙың Министрҙар Советында вазифалы урын биләгән Ғәлин иптәш, Башҡортостандың халыҡ депутаты, яҙыусы Ризван Хажиев, “Ағиҙел” журналында шиғриәт бүлеге мөдире, шағир Сафуан Әлибай, филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Нәжибә Мәҡсүтова, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт дәреслектәре авторы Мәрйәм Ғималова, техник фәндәр кандидаты яҙыусы Радик Вахитов, Башҡортостан “Китап” нәшриәте бүлеге начальнигы, журналист Зәйтүнә Ханова, халыҡ йырсыһы – Әй һандуғасы Ғәлиә Солтанова һәм башҡалар. Юл буйы үҙ-ара әңгәмә, йыр-моң тынмай. Арабыҙҙа, Юрматы ырыуы вәкиле булараҡ, билдәле йәмәғәтсе, шағир Рауил Ниғмәтуллин да бар ине. Ул әйлеләр ҡоролтайында ялҡынлы сығыш яһай, артынан, тулҡынланыу-йөрәкһеүен баҫа алмай, йырлап та ебәрәсәк – афарин тоғро ир-егеттәргә! Бәлки, Булат Рафиҡов ана шундай сәфәрҙәрҙең береһе – Баймаҡҡа халыҡ араһына барыуы тураһында тасуирлай булыр үҙенең 1977 йылда Рауил Ниғмәтуллин ҡорҙашына арнап яҙған “Буран иҫтәлеге” шиғырында?
Беҙ иҫәнбеҙ, шөкөр!
Әле алда
Әле күпме хәтәр буран барҙыр;
Әммә беҙҙең шул сәфәрҙән ҡалған
“Беҙ ирҙәрме?!” тигән оран барҙыр.
Һәр бурандың үҙен юлдан яҙҙыр!
Нәҡ улар һине аңлар һәм һанлар
Улар ирҙәр, улар бурандарҙы юлдан яҙҙырыр халыҡ илселәре – ысын “народник”тар бит. Башҡорт шағирҙары, әҙиптәр – халыҡ араһында йөрөп ятҡан, уға игелек, яҡтылыҡ, белем һәм фәһем илтәбеҙ тип ҡырсынған заттар. Фирҡә ләҡәбе менәнерәк әйтһәк, пропагандистар, халыҡса, халҡыбыҙға өгөт-нәсихәт еткереүселәр.
Әле лә күҙ алдымда. 1995 йыл, декабрь башында тыуған Мәсетле районында “Ағиҙел” журналын таратып йөрөйбөҙ. Яуыш ауылы сәхнәһендә ул саҡтағы башҡорт ырыуҙары хәрәкәте етәксеһе – Булат Рафиҡов. Халҡы алдына “Башҡорт халҡының артабанғы йәшәү кодексы” (башҡорт катехизисы) тигән яҙма-ораны менән сыҡҡан. Бер ыңғай әлеге көнитмешебеҙгә ҡағылған мәсьәләләргә лә һуҡтыра, халыҡты эскелектән, ялҡаулыҡтан араларға, милли мәҙәниәтебеҙгә ҡарата битараф мөнәсәбәттән араларға саҡыра. Милләтебеҙҙән ғәфләт йоҡоһонан уяныуҙы талап итә.
Ул кистә лә, ҡыҙыҡ, урамда буран ҡотора ине бит. Был бурандарҙа, нәҡ шундай мәлдә ирҙәр йөрөй ҙә ул.
Ә мин 1998 йылда инде Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты булып киткән шағир Рауил Ниғмәтуллиндың фатирына ашығам.
– Ағай, уртансы улым вузға әҙерләнә, уға кәрәкле әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары тәҡдим итмәҫһегеҙме икән?
– Рәхим ит, ҡустым!
Шундай ихлас, эскерһеҙ күңелле ул ағайҙарым. Эстәрендә мәкер, кер, этлектең тамсыһы ла юҡ, үҙе лә ул асыҡ-яран. Иң ҡырҡыу мәлдә, йығылырға торғанда һин шундай ағайҙарыңа, милләттең уландарына, шундай халҡыбыҙҙың тоғро ирҙәренә таян! Юҡ, ян-яҡҡа ҡаранма, бүтән ым-ишараларға алданма – нәҡ шул үҙ ағайҙарыбыҙ, милләтебеҙҙең нәҡ шул ирҙәре генә һине аңлар, һанлар!
...Хәҙер теге бөгөлдә теге саҡта буранға ҡаршы көрәшеүселәр аңымда Дон Кихот кеүек башҡорт әҙәбиәте баҫыуында айҡашыусы – мәңге шул шөғөлдәренән яҙмаусы ирҙәр булып һынлана.
Ринат КАМАЛ.