“Тәржемә – ул иң шәп шиғри мәҙәниәт, ул оҫталыҡ һәм тел мәктәбе”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең көндәлектәрендә. Әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан, йәнә лә тәржемәнең милли әҙәбиәтте донъя кимәленә алып сығыу юлы булыуы тураһында тағы ла бер тапҡыр телгә алғым килә. Халыҡ шағиры үҙенең ижады өлгөһөндә тәржемә аша милләт-ара, хатта дәүләт-ара мәҙәни күпер һалыуын иҫбат иткән.
Уның тәржемәләре донъяһына студент саҡта барып юлыҡтым. Заманында “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан көндәлектәрен, шиғри шәлкемдәрен уҡығандан һуң Рәми Ғарипов ижадына башкөллө ғашиҡ булдым. Ауылымда ла булып киткән Рәми ағай, тик мин генә кескәй булғанмын: ни бары йәш ярым самаһы. Әммә үҙе менән күрешергә насип булмаһа ла, өйҙә китаптары апаруҡ була торғайны. Йәнле ижад, ялҡынлы, ҡеүәтле шиғриәт бала саҡтан күңелде яулап алғайны, көндәлектәре тотош донъямды шағирҙың ижадына бәйләне лә ҡуйҙы. Уларҙағы ихласлыҡ, донъяны һәм кешеләрҙе яратыу – бындай яҙмаларҙы уҡығаным юҡ әлегәсә. Бик күп көндәлектәр уҡығаным бар, әммә Рәми ағайҙағы рухи юғарылыҡ, күрәһең, – һирәк осрай торған күренеш. Яҙыусы иң тәүҙә үҙ-үҙенә талапсан, шунан ғына башҡаларға.
Һәр юғары уҡыу йортонда курс, диплом эштәре яҙыла. Ә минең башымда тик бер генә исем – Рәми Ғарипов ижады. Уның хаҡында диплом эше яҙырға теләүем тураһында остазым, яҙыусы, ул ваҡытта “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Венер ағай Йәнбәковҡа әйттем. “Бик шәп хыял. Ул бит журналистикала йөҙөп йөрөп эшләне. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын ойоштороусыларҙың береһе, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре лә булды. Өйрәнәм тиһәң, материал бик күп!” – тине ул, ниәтемде хуплап. Тик бына яҙмаларҙы ҡайҙан табырға? Китапханаға киттем, тик әллә ни эш ыратып булмай. Йыллыҡ баҫмаларҙан бер мәҡәләне эҙләп табып, анализлап ултырғансы, көн үтә лә китә. Венер ағай эште еңеләйтте. Ул мине шағирҙың ҡатыны Надежда Васильевна менән таныштырырға вәғәҙә итте. Ғәжәпләнеп киттем. Нисек инде? Улай яраймы ни өйөндә эшләргә? Етмәһә, мин Надежда Васильевнаға ла эстән генә тәрән һоҡланыу менән йөрөй инем. Беҙ 1990 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһына килгәс, Р. Ғарипов исемендәге I республика гимназия-интернатында уның менән осрашыу ойошторғайнылар. Шунда ул, шағирҙың шиғырҙарын башҡортса ятлап, “Бар ғүмерем минең һине эҙләү” тигән йырын башҡарып, бар олимпиадистарҙы илатҡайны. Әле булһа шул тетрәндергес ауаз ҡолаҡта сыңлай. Ул тауышта тәрән һөйөү ҙә, аңлатып бөткөһөҙ һағыш та, йән әрнеткес һыҙланыу ҙа бар ине.
Венер ағай һүҙендә торҙо һәм, мин даими рәүештә барып йөрөп, Рәми ағайҙың ҡулъяҙмалары менән эшләү бәхетенә ирештем. Шул бүлмәләге илаһи мөхит иҫкә төшһә, тәндәрем земберләп китә. Надежда Васильевна, студентҡа уның ҡулъяҙмаларын тоттороп, иркенләп эшләү өсөн шарт та тыуҙырҙы.
Рәми Ғарипов журналистикаһы – ул үҙе бер донъя. Шағир ҡәләменең һуты мәҡәләләргә лә тамған. Бөрйәнгә сәйәхәт, Туймазы тегенселәр фабрикаһы ҡыҙҙары тураһындағы мәҡәлә, Салауат районында йәшәгән һауынсы Марс Сиражев хаҡында очерк – былар барыһы ла уның ижад лабораторияһы емештәре. Шағир үҙенең геройҙарын шул тиклем ихлас ярата һәм уҡыусынан да уларҙы яраттыра белә. Ул геройҙар, әйтерһең, ябай кешеләр түгел, ә Мәңгелектең үҙен төҙөүселәр!
Ана шул рәүешле уның тәржемәләренә лә барып юлыҡтым. Нисектер күҙ уңынан ысҡындымы икән, баҡтиһәң, улар “Минең антологиям” тигән китап булып 1990 йылда уҡ сыҡҡан икән.
Һүҙ менән оҫта эш иткән Рәми Ғарипов башҡорт теленә донъя әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә иткән – Ли Бо, Абдулла Рудаки, Хафиз, Жәми, Алишер Навои, Хосе Рисаль, Исикава Такубоку, Франсуа Вийон, Перси Шелли, Джордж Гордон Байрон, Генрих Гейне, Генри Лонгфелло әҫәрҙәре ҙур шәлкемдәр булып китапҡа инеп киткән. Әйткәндәй, шағир студент сағынан тәржемәләр менән мауыға. 1959 йылда Иван Франконың “Таң ҡаршылағанда” тигән йыйынтығы тап уның тәржемәһендә донъя күрә. Уҡыусыларға был китап әллә ни таныш та түгел.
Рус авторҙарын да Рәми Ғарипов бик күп тәржемә иткән: А. Пушкин, М. Лермонтов, Ф. Тютчев, А. Толстой, А. Майков, И. Никитин, А. Плещеев, И. Бунин, А. Блок, И. Исаковский, М. Светлов, Я. Шведов, А. Решетов, А. Твардовский, Б. Ручьев, К. Симонов, С. Щипачев, В. Шефнер, Н. Дудин, В. Торопыгин, Г. Молодцев, Н. Рублев, И. Волгин шиғырҙарын тап ул башҡортсаға ауҙарған. С. Есенин ижады шағирҙың күңеленә бик яҡын була, был хаҡта ул көндәлектәрендә лә телгә ала. Уның бик күп шиғырҙарын тәржемәләгән шағир. Ғүмәр Хәйәмдең китабы үҙебеҙҙә З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ике тапҡыр донъя күрҙе. Береһе факсимиле вариантында ине.
Абай, Т. Шевченко, Р. Ғамзатов, С. Капутикян, Л. Дилмөхәмәтов, Р. Рыҫҡолов, Хизри, Хаджи-Мурат Дзуццати, Р. Хәлид, А. Граши, С. Капутикян, П. Хузангай, Я. Райнис, К. Хетагуров – был шағирҙарҙың шиғырҙары ла башҡортсаға ауҙарылған һәм ошо уҡ йыйынтыҡта, шулай уҡ ваҡытлы матбуғатта донъя күргән. 60-тан ашыу авторҙың әҫәре башҡорт уҡыусыһына үҙ туған телендә еткерелгән. Был – бик юғары интеллектуаль хеҙмәт. Быуаттар буйына халыҡтар араһында тап тәржемә аша һалынған күперҙәрҙе нығытыу була ул. Шулай уҡ Рәми Ғарипов был эше менән башҡорт теленең байлығын, киң мөмкинлектәрен дә күрһәтә.
Тәржемә менән беҙгә лә шөғөлләнергә кәрәк. “XXI быуат яҙыусыһы” форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта: “Беҙгә ике телле китаптар сығарырға кәрәк. Балаларға телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү мөмкинлеге тыуа!” – тигәйне. Ысынлап та шулай, бөгөн телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн мөмкинлектәр етерлек. Әммә телде өйрәнеүҙең иң аҫыл юлы – ул әҙәби һүҙ, әкиәт, шиғыр аша балаға телде генә түгел, һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу өйрәтергә, хәтерен нығытырға, зауыҡ тәрбиәләргә була.
“Аҡбуҙат” журналы ойошторған Р. Ураҡсина исемендәге республика шиғыр конкурсына байтаҡ эштәр килде. Беҙ иң уңышлыларын рус теленә тәржемә итеп, 2020 йылда ике телдә китап сығарҙыҡ. Кескәй башҡорттарҙың шиғырҙарын Рәсәйҙә билдәле яҙыусылар Нина Ягодинцева, Марина Ахмедова-Колюбакина, Сергей Янаки, Светлана Чураева, Юрий Татаренко рус теленә ауҙарҙы. Балалар баҡсалары тәрбиәселәре был йыйынтыҡты бик яратып ҡабул итте.
Ә инде форумдан һуң сыҡҡан дүрт телдәге “Кәүсәр шишмә” китабы (ҡумыҡ шағиры Супиянат Мамаева менән берлектә сығарҙыҡ) шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки бер үк шиғыр дүрт телдә нисек яҙылыуы, яңғырауы күренә. Сағыштырып, телдәрҙе лә өйрәнергә була.
Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Беҙгә совет осоронда булған тәржемә мәктәбен яңынан тергеҙергә кәрәк. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында беҙ, әҙәбиәтселәр, тәү сиратта, тап мәҙәни, ижади күперҙәр аша халыҡтар дуҫлығы, милләт-ара татыулыҡ һүҙен яңынан ҡабатларға тейешбеҙ, уны булдырыу өсөн тәржемә эшенә тотонорға бурыслыбыҙ.
Яңыраҡ Дағстан фәндәр академияһы “Кадрия” тигән китап сығарҙы. Өс томлыҡ йыйынтыҡта нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованың ижады тупланған. Беренсеһендә – үҙенең әҫәрҙәре, башҡаларында – уның хаҡындағы мәҡәләләр, уға бағышлауҙар һәм, әлбиттә, тәржемәләр. Академик баҫма иҫ киткес матур эшләнгән, нуғай халҡының күренекле ҡыҙы күптән лайыҡ ине бындай йыйынтыҡҡа. Төҙөүселәре фән докторы Нәсипхан Суюнова менән фән кандидаты Фәниә Күсегәноваға ҙур рәхмәт. Был йыйынтыҡҡа Ҡәҙерйә Тимербулатоваға бағышлауҙарым, йыйнаҡ мәҡәләм һәм тәржемәләрем инеп китте. Тамара Юлдашеваның ауҙармалары ла бар. “Китап бүләк итәм” акцияһына ҡушылып, өс томлыҡ баҫманы З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға тапшырҙым. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, барып ҡарай ала. “Сокровищница слов” китабы ла Дағстандан килде. Уны фольклор менән ҡыҙыҡһыныусылар үҙ күрер тип уйлайым. Унда нуғай халыҡ ижады тупланған. Бик бай йыйынтыҡ.
Әйткәндәй, нуғай скульпторы Кошали Зарманбетов Ҡәҙерйә Тимербулатованың бюсын эшләгән һәм уны Төркиәнең Ялова ҡалаһында урынлаштырҙылар. Бына шул рәүешле халыҡ-ара, милләт-ара, мәҙәниәт-ара бәйләнештәр нығый, минеңсә.
Яҙмамдың аҙағында Ҡәҙерйә Тимербулатованың шиғырҙарын тәҡдим итәм.
Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә, тәржемәсе.
Ҡәҙерйә ТИМЕРБУЛАТОВА
Ғәзиз анам
Таянып та терһәктәремә
Төндәрен көтһәм хәбәр,
Шул көтөүҙә, ғәзиз анам,
Һин дә барһың, һин дә бар.
Һынырҙай ныҡ һалҡындарҙа
Йырлаһам нуғай йырын,
Шул көтөүҙә, ғәзиз анам,
Һин дә барһың, алтыным.
Һынылышлы ғүмеремә
Донъялары булһа тар,
Ул ғүмерҙә, ғәзиз анам,
Һин дә барһың, һин дә бар.
Дан яуланы ҡыҙың, тигән
Йыраҡтан килһә хәбәр.
Шул шөһрәттә, ғәзиз анам,
Һин дә барһың, һин дә бар.
Ҡайтар мине
Йөрәгеңә яра һалып, мин һине
Яңғыҙ ҡалдырып, китһәм
шыҡһыҙ төндәргә,
Ҡайтар мине.
Ялған һүҙҙәргә ышанып, башҡаға
Уйһыҙ башым ауып китһә,
аңһыҙлыҡтан,
Ҡайтар мине.
Донъяның ғәләмәте, кәрәмәте
минмен тип,
Ғорурлыҡтан асманыма ашып,
китһә йөрәгем,
Ҡайтар мине.
Был донъяла минән ушһыҙ
юҡтыр тип,
Ер ярылып, ер төбөнә мин китһәм,
Ҡайтар мине.
Мин уйылып сик-ҡырыйһыҙ
Уйҙарҙан
Йәнгә урын таба алмай
Туҡмалһам,
Ҡайтар мине.
Ҡайтар мине йыраҡтарҙан,
юҡлыҡтан,
Ваҡ-төйәк үпкәләргә бирмә һис,
Ҡайтар мине эҫелектән, һыуыҡтан –
Һин булмаһаң, миңә башҡа ҡыуыш
булмаҫ,
Ҡайтар мине. Ҡайтар мине!
Ватаным
Төрлө юлдар алып китте алыҫҡа, –
Илдәр гиҙеп, йөрөнөм мин күп яҡта.
Әммә йөрәк талпына шул тик һиңә,
Бар уйҙарым, атай йортом, һинең
хаҡта.
Әсир иткән һинең йылы яҙыңа,
Саҡматаштай ут йөрәкле йәштәргә,
Дала гиҙеп йөрөгән йырсы балаң мин,
Һай, ватаным, мин ғашиҡмын тик һиңә.
Ала сәкмән кейгән, далам минең,
Түшеңә алтын төймәләрең эләһең.
Һине шундай һылыу ҡыҙҙай мин
күрҙем,
Уйҙарымда һылыу ҡыҙҙай йөрөйһөң.
Ҡайһы ерҙә, ҡайһы илдә булһам да,
Атай йортом һағыш булып килә
ҡаршыма.
Һинән алыҫтарҙа, ҡырҙа ҡалһам да,
Йөрәк тамырым ватаныма ашҡына.