Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Тәтешле тарихы һағында

Конкурсанттарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был юлы һүҙебеҙ - Айһылыу Нил ҡыҙы Шәрифйәнова тураһында.

Тәтешле тарихы һағында
Тәтешле тарихы һағында

"Бәйләнештә" селтәрендә барған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙың сираттағыһы – Айһылыу Шәрифйәнова. Ул инде 12 йыл Тәтешле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына етәкселек итә.

Музей тап Айһылыу Нил ҡыҙының тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Тәтешлеләге тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең рәйесе лә булып тора ул.

Хеҙмәт биографияһы электән мәҙәниәт өлкәһе менән бәйле: музейға тиклем 24 йыл буйы райондың китапханалар системаһында эшләп, был өлкәне үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән.

Конкурсантыбыҙҙың күңеленә ял биргән ижади шөғөлө – шиғыр, сценарийҙар яҙыу. Төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә лә әүәҫ Айһылыу Нил ҡыҙы.

Ҡәҙерле төркөмдәштәр, конкурста ҡатнашыусыларҙы лайктар һәм үҙ тауыштарығыҙ менән дәртләндереп торорға онотмағыҙ!

Фото А. Шәрифйәнованың шәхси архивынан.

Тәтешле тарихы һағында
Тәтешле тарихы һағында
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в