Бөтә яңылыҡтар

Өйөбөҙ ҙур булмаһа ла, унан кеше өҙөлмәне

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы-сатирик, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер ИСХАҠОВты гәзит уҡыусыбыҙ “Башҡортостан” гәзите журналисы булараҡ белә ине. Әлеге ваҡытта хеҙмәттәшебеҙ – “Шоңҡар” журналында яуаплы секретарь.

Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән Венер Айҙар улы ғүмеренең 30 йылын республика матбуғатына бағышлаған. “Таяҡ”, “Шоколад ниңә асыуланды?”, “Өй эйәһе” китаптары авторы. Ошо көндәрҙә хеҙмәттәшебеҙ 55 йәшен билдәләй. Замандашыбыҙҙың уй-фекерҙәре менән танышыу маҡсатында, уны “Йома ҡунағы”на саҡырҙыҡ.

– Венер Айҙар улы, һәр кемдең ижадҡа алып килгән этәргес көсө була. Һеҙ ошо мәлде, сәбәпте ҡайҙа күрә­һегеҙ?

– Тәүге мәҡәләләрем “Баш­ҡорт­остан пионеры” гәзитендә донъя күрҙе. Мәктәптә уҡыған саҡта гәзит-журналды күпләп алдыра торғайныҡ. Зәки Әлибаев, Рәйсә Абдуллина, Минира Үтәгәнова кеүек тиҫтерҙәремдең шул ваҡытта уҡ мәҡәләләре, шиғырҙары гәзиттәрҙә баҫыла ине. Минең дә улар кеүек яҙышҡым килде. Әлбиттә, тәүге яҙмаларым сыҡманы. Зөһрә Ҡотлогилдинанан, Әлфинур Вә­хитованан: “Кәйефеңде төшөрмә, һинең ҡәләмең бар”, – тигән йөкмәткеле яуап хаттары килде. Шулай яҙыша торғас, тыуған ауылым тураһындағы тәүге мәҡәләм донъя күрҙе. Мин ҡанатланып киттем, ныҡлап яҙыша башланым.

– Ә шулай ҙа, белеүебеҙсә, һеҙҙең ижадҡа юлығыҙ урау-урау булған. Ниңә улай килеп сыҡты?

– Урта мәктәпте тамамлағас та, филология факультетына уҡырға инергә уйлағайным. Документтарҙы Башҡорт дәүләт университетына тапшырғас, апайым менән бер кафеға инеп ашаныҡ, миңә Өфө килешмәне. Ауырып киттем. Һөҙөмтәлә имтихандарға бара алманым. Ярты йыл хат ташыусы булып эшләгәс, армия сафына алдылар. Төрлө икеләнеүҙәрҙән һуң Башҡорт дәүләт университе­тының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына йәнә документтарымды тапшыр­ҙым. Ул саҡта ла уҡырға инә алманым. Әҙерләнмәйенсә барғай­ным. Быға һис та ҡайғырманым, сөнки мин – ауыл балаһы, өҫкә кейерлек кейем дә юҡ тигәндәй. Бәләкәйҙән ҡала балалары кеүек матур итеп кейенгем килә торғайны. Шуға ла ҙур теләк менән Өфө фанера комбинатына эшкә урынлаштым, унда хеҙмәт хаҡы ҙур булды. Тағы ла ҡыш буйы биология, химия буйынса әҙерләндем, тик медицина училищеһының дөйөм ятағы булмағанға, унда барманым. Сәнғәт институтының ишеген асып ҡараным да инмәнем, уңайһыҙландым.

Беҙҙе бит бәләкәйҙән “былай ярамай”, “кешегә һүҙ ҡушмағыҙ”, “уҡытыусыларға һүҙ әйтеп ҡуймағыҙ” тип тыйып, баҫып үҫтерҙеләр. Шул баҫалҡылыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ аяҡ салғандыр инде, тип уйлайым. Документтарымды тағы ла Башҡорт дәүләт университетына бирҙем һәм был юлы уҡырға индем.

– Һеҙҙе халыҡ юмористик әҫәрҙәр оҫтаһы тип белә. Ә бит был жанрҙа һәр кем яҙа ал­май. Ҡасандан сатира йүнә­лешендә ижад итә башла­нығыҙ?

– Юморескаларҙы “Һәнәк” журналына эшкә күскәс яҙа башланым, сөнки журналдың стиле бөтөнләй икенсе. Сатира, юмореска журналы булараҡ, унда ваҡиғалар ниндәйҙер йылмайыу аша уҡыусыға еткерелә. Ябай ғына бер фельетон да үҙе бер әҫәр кеүек яҙылырға һәм үҙенә күрә төйнәлеше, сиселеше, хәл ителеше булырға тейеш. Шуға ла “Һәнәк”тә эшләгәндә был жанрҙы үҙ иттем, ул миңә оҡшап китте.

– Юмористик әҫәрҙәрегеҙҙең геройҙары – башлыса реаль кешеләр. Улар үҙҙәрен танып, дәғүә белдергәне булманымы?

– Ысынлап та, бер әҫәрем дә юҡтан алынмаған, тормошта булған хәлдәр. Бер ваҡыт дуҫ егет алып килгән бал менән сәй эсеп ултырабыҙ, әммә уның ниндәй бал булғанын айыра алмайбыҙ. Шул ваҡытта институтта эшләгән ағай килеп инде, ул бал буйынса белгес икән. Гәзиткә мәҡәлә алып килгән. Танышҡас, унан балдың ниндәй төрө икәнен әйтеүен һораныҡ. Ул ашап ҡараны ла: “Йүкә балы шикелле ул”, “Сәскә балы шикелле ул”, тип аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Шул ағай бал буйынса белгес булһа ла, балды асыҡлай алманы. Ошо хаҡта “Белгес” хикәйәһен яҙҙым.

Әлбиттә, үпкәләүселәр булды. Мәҫәлән, “Профессор дәресе” тигән юморескам билдәле кеше хаҡында ине ул. Ул кеше үҙен танып, баш мөхәрриргә: “Венер Исхаҡов фән әһелдәренән көлә”, – тип әйтеп ебәргән. Тағы бер юмористик әҫәрем – “Өй эйәһе” ауылдашым тураһында. Берҙе ауылға ҡайтҡайным, бер ағай осраны ла, ул да ҡаланан ҡайтҡан: “Ҡустым фәлән кеше һин булаһыңмы? Анау юморесканы һин яҙҙыңмы?” тип һораны. “Эйе”, – тинем, ә эстән “хәҙер был миңә асыуланыр” тип уйлап торам. Был юмореска геройымдың бер туған ағаһы ине. Ул: “Ысынлап та, ҡустым менән килен шундайыраҡ хәлдә булдылар. Маладис, дөрөҫ яҙғанһың”, – тип китте.

Аңлаған кеше аңлай, аңлама­ғандар үпкәһен туғандар, кеше аша ла еткерә.

– Оҙаҡ йылдар республи­каның төп гәзит-журналында эшләү ниндәй тормош һабағы бирҙе?

– Журналистикала хеҙмәт юлымды “Йәншишмә” гәзитендә башланым. Зөһрә Ҡотлогилдина, Зөбәржәт Миңлебаева кеүек һәләтле, оҫта апайҙар менән эшләү ҡәләмемде шымартырға булышлыҡ итте. Улар миңә: “Ябайыраҡ итеп яҙ, һөйләмдәрең  аңлайышлы булһын”, – тип иҫкәртмә яһай ине. Район гәзитендә эшләгән саҡтар колхоздар, хужалыҡтар менән танышыу мәктәбе булһа, “Баш­ҡортостан” гәзитендә эшләү миңә киңерәк офоҡтар асты, аралашыу даирәһен киңәйтте. Хөкүмәт ултырыштарына йөрөү, етәкселәр менән аралашыу, командиров­каларға сығыу – былар бөтәһе лә тәжрибә мәктәбе. 

Райондарға сыҡҡанда һәр райондың көнитмешен сағыш­тырып ҡарайым. Беҙҙең башҡорт халҡы тырыш, эшсән, уңған булыуына инандым. Һуңғы арала Әбйәлил районының байтаҡ ҡына ауылдырында булдым. Район шул тиклем оҡшаны – ауылдар ҡотло, өйҙәре төҙөк, бейек. Унда 60-сы йылдарҙа һалынған йорттар ҙа иркен, матур, һәр бер өй өсәр бүлмәле, һәр береһе бура менән бүленгән. Кеше йәшәмәгән йорттар ҙа ҡараулы, тәртипле. Әбйәлилдәр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, ауылдарҙы төҙөкләндерә икән. Хәҙер мин Башҡортостанда иң матур, төҙөк өйҙәр һәм ауылдар Әбйәлилдә тигән һығымтаға килдем.

– Венер Айҙар улы, һеҙ үҙегеҙ һәр саҡ күҙ алдында булһағыҙ ҙа, ғаиләгеҙ тура­һында асылып һөйләп, күрһә­теп йөрөмәйһегеҙ. Ә бит ҡыҙыҡ­һыныусан гәзит уҡыу­сының был хаҡта ла белгеһе килә...

– Кәләшем Нажиә Хәмит ҡыҙы сығышы менән Нуриман райо­нының Яңы Күл ауылынан. Ул Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Уның менән университетта бер төркөмдә уҡыныҡ. Шулай ҙа никах сәғәтебеҙ һуңыраҡ һуҡты – уҡып бөтөп, дүрт йыл үткәс, өйләнештек. Өлкән ҡыҙыбыҙ Алтынай – медицина колледжында, бәләкәй ҡыҙыбыҙ Таңсулпан Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында IX класта уҡый. Ул да апаһы кеүек медицина юлын һайлар, тип уйлайбыҙ.

Үҙем иһә алты балалы ғаиләлә үҫтем. Бала саҡтан эшләп үҫтек, йәйге ялды ла күрмәнек, урман араһында бесән эшләнек. Шуға ла мин ауылды үҙ итә алманым, гел ҡалала йәшәргә хыялландым.

Тағы ла шуны әйтер инем: ауыл кешеһенең электән аҡсаһы күп булманы. Колхоз ваҡытында күпләп мал тоторға рөхсәт итмәнеләр. Минең уйымса, колхоз бөтөүе күп кешегә яңы мөмкинлектәр асты. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙа колхоз бөткәс, атайым бейә алып ебәрҙе, һыйыр­ҙарҙы арттырҙылар, иркен йәшәй башланылар. Хәҙер һаулығы, дәрте булған кешегә сикләүҙәр юҡ.

Атайымдың тормошо ауыр булған, бер нисә тапҡыр ғаилә ҡороп, ҡатындары менән йәшәп китә алмаған. Аҙаҡ әсәйем менән уларҙы димләп ҡауыштырғандар. Әсәйем: “Мин килһәм, йәшәйем тип киләм”, – тип ерегеп йәшәп киткән. Әсәйем күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул атайыбыҙға бер ваҡытта ла һүҙ тейҙермәне. Өйөбөҙ ҙур булмаһа ла, унан кеше өҙөлмәне. Атайым менән әсәйем ихлас, йомарт кешеләр булды.

– 55 йәшкә еткәс, тормош тәжрибәгеҙҙән сығып, ниндәй һығымтаға килдегеҙ?

– Сағыштырмаса һуңыраҡ өйләндем, 30 йәш ине. “Ваҡы­тында өйлән, ваҡыт тиҙ үтә, балалар үҫтереп өлгөрөргә кәрәк”, – тип әйтеүселәр булды, әммә иғтибарға алманым, алда ваҡыт күп һымаҡ ине. Ошо йәшкә еткәс, ысынлап та ваҡыт бик тиҙ үткәнен аңланым. Шуға ла үҙ мәлендә ғаилә ҡорорға, балалар үҫте­рергә, йорт һалырға кәрәк.

– Матбуғат йортона бил­дәле яҙыусылар, кешеләр йыш килгән. Улар менән булған осрашыуҙарҙан, аралашыуҙар­ҙан ниндәй тормош һабаҡтары алдығыҙ?

– Беҙгә Матбуғат йорто гөрләп торған заманда эшләргә насип итте. Нәзар Нәжми килә торғайны. Уның менән рәхәтләнеп һөйлә­шеп ултырыуҙар әле лә иҫтә. Ябай кеше ине. Яҡуп Ҡолмой менән дә һөйләшеп ултырырға яҙҙы. Рәшит Солтангәрәев үтә ябай, һәйбәт, итәғәтле кеше булды. Һуңғы осорҙа Тимерғәле Килмө­хәмәтов менән йыш аралаштыҡ. Уның ауылындағы өйөнә лә, бындағы фатирына ла барып йөрөнөм. Тимерғәле ағай менән аралашыу бай тормош һабаҡ­тары бирҙе. Ул тыуған ауылы өсөн дә изгелектәр күп эшләне, ауылы менән бәйләнеш­те өҙмәне, йыш ҡайтты, үҙенең ер улы булыуын онотманы, ауылдаштарына ярҙам итте. Шул яҡтан ул миңә өлгө булып тора.

– Яҙыусы – халыҡ илсеһе. Ул кешенең йәшәйешен, һу­лышын, тын алышын йәмғиә­тебеҙгә еткерә, тиҙәр. Һеҙ был фекер менән килешәһәгеҙме?

– Бөгөн арабыҙҙа Мостай Кәрим кеүек туплап торған, халыҡты артынан эйәртерҙәй әҙип-яҙыусыны күрмәйем. Ул һәр саҡ ваҡытында үҙенең аҡыллы аҡһаҡал һүҙен әйтә лә белде, башҡорт телен дә яҡлап сыҡты. “Башҡортостан” гәзитендә эш­ләгән саҡта Мостай ағайҙы мөхәрририәткә йыш саҡыра торғайныҡ. Уның бик тәрән аҡыллы кеше булғанын шул мәлдәрҙә лә күрергә насип булды. Һәр һүҙен үлсәп һөйләй, һәр һорауға матур фекерен әйтә һәм сетерекле мәсьәләлә лә ярып әйтмәйенсә, һиңә уйланырға урын ҡалдырып, яуап бирә ине.

– Венер Айҙар улы, әңгә­мәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: