Һәр бала күңеле аҡ ҡағыҙҙы хәтерләтә: унда ғүмерендәге барлыҡ хәл-ваҡиғалар теркәлеп бара. Ҡырмыҫҡалы районындағы бәләкәстәрҙең хәтер “янсығы”нда был көн айырыуса оҙаҡҡа һаҡланыр, моғайын. Күптән түгел райондағы мәҙәниәт һарайы сәләмәтлек йәһәтенән үҙенсәлекле балалар өсөн әкиәти бер урынға әйләнде: улар өсөн бында рыцарҙар турниры һәм принцессалар балы ойошторолдо.
Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалыла бындай сараны үткәреү үҙенә күрә бер матур йолаға әүерелгән. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен, йәнһүрәттәр геройҙарын, ирекмәндәрҙе, меценаттарҙы бер урынға туплай. Сираттағы байрамда ла бәләкәстәрҙе ишек төбөнән тиерлек әкиәт геройҙары ҡаршыланы. Был көндө улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде: балалар кинәнде генә! Кемдер ҡомдан “һарай” төҙөргә маташһа, икенселәр төҫлө ҡағыҙҙан, пластилиндан үҙенең яратҡан һынын әүәләргә ынтылды... Ә бала күңеле – үҙе ҙур мөғжизә, ул әллә ниндәй хатта буй етмәҫлек тойолған уй-хыялдарҙы ла тормошҡа ашыра алғандай! Был юлы ла бәләкәстәр үҙҙәренең фантазияһын эшкә екте һәм бына тигән образдар тыуҙырҙы, өҫтәүенә, үҙ-ара һүҙ ҡушып өлгөрҙө...
Ҡыҙҙар һәм малайҙар эргәһендә өйрөлөп йөрөгән клоунесса “Шаянҡай” барыһын да төрлө мауыҡтырғыс уйындар донъяһына әйҙәне. Ошонда уҡ көслө рыцарҙар беренселектә алышты. Тик шуныһы: дуҫлыҡ барыбер еңеп сыҡты. Башҡаса мөмкин дә түгел!
Ә бына артабанғы бал барыһын да илаһи бейеүҙәр донъяһына сорнаны. Аҙаҡ мәҙәниәт йортоноң ҙур залында бәләкәстәрҙе һәм уларҙың яҡындарын Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский етәкләгән студия артистары көтә ине. Улар үҙҙәренең яратҡан тамашасыларына “Минең ағайым” тип исемләнгән постановканы күрһәтте: һуғыш осорондағы ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр һәммәһен дә уйланырға мәжбүр итте.
Байрам сараһы аҙағында бәләкәстәрҙе төрлө тәмлекәстәр менән сәй көтә ине. Ә быларҙың барыһын да Ҡырмыҫҡалы районының шәхси эшҡыуарҙары һәм ошо сараны ойоштороусылар әҙерләгән. Тап улар бәләкәстәргә күңел байрамын бүләк итә, тап улар барыһын бер көнгә әкиәт донъяһына арбай һәм йөрәк йылыһын бүләк итә...
Айһылыу НИЗАМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.