Бөтә яңылыҡтар

Күңелегеҙгә хуш килгәнде таба алырһығыҙ

Республика театр фестивале программаһында ниҙәр ҡаралған?

Күңелегеҙгә хуш килгәнде таба алырһығыҙ
Күңелегеҙгә хуш килгәнде таба алырһығыҙ

20 – 27 мартта Өфөлә Республика театр фестивале уҙғарыла.

Программала Башҡортостандағы төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителә. Форумда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 һөнәри театр коллективы ҡатнаша. Ете көн дауамында баш ҡаланың төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелә. Форум барышында шулай уҡ “Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторола.

Республика театр фестиваленең программаһы төрлө сюжеттар, геройҙар һәм жанрҙар тәҡдим итә. Социаль драма, эксперименталь постановка, балет, әкиәт, хикәйә-терапия, мелодрама, заман һәм кешеләр тураһында мәҫәл – унда һәр тамашасы күңеленә хуш килгән спектакль таба алыр.

Фестивалдең маҡсаты – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, актерҙар, режиссерҙар, рәссамдар, тәнҡитселәр араһында бәйләнеште нығытыу, тамашасылар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн театр байрамы мөхите булдырыу. Сара һөнәри үҫеш, ижади эксперименттар, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҡулай майҙансыҡ буласаҡ.

Билеттар һатыуға сығарылған да инде.

Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: