Бөтә яңылыҡтар

Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс

Конкурсыбыҙҙа ир-егеттәр ҙә ҡатнаша. Уларҙың береһе – Азамат Салауат улы Кәримов.

Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс
Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс

Азамат Салауат улы мәҙәниәт өлкәһендә 20 йыл эшләй. Ижади хеҙмәте Баймаҡ районы һәм ҡалаһы, Йылайыр, Күгәрсен райондары менән тығыҙ бәйле.

2008 йылда "Байыҡ" республика телевизион конкурсында бейеүсе һәм бейеүҙе ҡуйыусы булараҡ Гран-при яулай. Ғөмүмән, Азамат Кәримов ҡуйған байтаҡ ижади номерҙар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа приздарға, яҡшы баһаға лайыҡ була.

Бейеүҙәр ҡуйыуҙан тыш, конкурсантыбыҙ күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс: уларға башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә.

Конкурс тамамланыуға һанаулы көндәр ҡала. Күңелегеҙгә ятҡан ҡатнашыусыларға тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар!

Фото А. Кәримовтың шәхси архивынан.

Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс
Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә лә терәк-таяныс
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: