Бөтә яңылыҡтар

Ауыл тормошона йән өрөр йәштәребеҙ бар!

Йәш конкурсантыбыҙ Данир Мәсәлимовҡа киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ.

Ауыл тормошона йән өрөр йәштәребеҙ бар!
Ауыл тормошона йән өрөр йәштәребеҙ бар!

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Данир Мәсәлимов. 28 йәштә. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетында белем алыуын дауам иткән. Думбырала оҫта уйнай. Икенсе яратҡан музыка ҡоралы – гитара. 

Ғафури районының мәҙәниәт һарайында эшләгән йәш музыканттың ижади ҡаҙаныштары байтаҡ: республика, төбәк-ара кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булған. Алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтһөн һине, Данир!

Дуҫтар, талантлы конкурсанттарыбыҙҙы дәртләндерегеҙ, тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Еңеүсене билдәләү – һеҙҙең ҡарамаҡта!

Фото Д. Мәсәлимовтың шәхси архивынан.

Ауыл тормошона йән өрөр йәштәребеҙ бар!
Ауыл тормошона йән өрөр йәштәребеҙ бар!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: