"Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә барған конкурста иң йәш ҡатнашыусы менән таныштырабыҙ. Зилә Камаеваға 21 генә йәш.
Ул үткән йәйҙә Златоуст педагогия колледжын тамамлап, рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы һөнәренә эйә булған. Салауат районы Балалар сәнғәт мәктәбенең Мөрсәлим ауылы бүлексәһендә эшләй. Бәләкәстәрҙе һүрәт төшөрөү нескәлектәренә генә түгел, керамика менән эшләргә өйрәтә, композиция төрҙәре серҙәрен аса, сәнғәт тураһында әңгәмәләр ойоштора.
Йәш белгестең иң ҡыҙыҡһынғаны – ҡулланма-биҙәү сәнғәте. Балалар сәнғәте мәктәбендә йәки балалар ижады йортонда эшләргә, түңәрәктәр алып барырға хыялланған. Ниәте тормошҡа ашып, хәҙер Зилә йәш дуҫтарына һынлы сәнғәт донъяһы серҙәрен аса.
Фото З. Камаеваның шәхси архивынан.