Бөтә яңылыҡтар

Мишкә һандуғасы

Сираттағы конкурсантыбыҙ Рәүиә Сәләм ҡыҙы йыр-моңо менән күптән яҡташтарының күңелен яулаған.

Мишкә һандуғасы
Мишкә һандуғасы

Сираттағы конкурсантыбыҙ Рәүиә Сәләм ҡыҙы Саматова – Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы ҡыҙы. Ул күп йылдар район мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады һәм фольклор буйынса методисы булып эшләй.

Халыҡ йолаларын өйрәнеү бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, тип иҫәпләй. Йолаларҙы сәхнәләштереү, халыҡ араһында танытыуға ҙур өлөш индерә талантлы, илһамлы ханым. Ауыл мәҙәниәт йорттарында эшләп килгән коллективтарҙы республика, төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләүгә лә бар күңелен һала.  

Дуҫтар, конкурс тамамланыуға табан бара: ҡатнашыусыларға тауыш бирергә ашығығыҙ!

Фото Р. Саматованың шәхси архивынан. 

Мишкә һандуғасы
Мишкә һандуғасы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в